Бәләкәй генә ҡыҙ-малайҙарҙың сәхнәгә сығып баян, домра, думбыра һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнағандарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Булыр бала биләүҙән, тип юҡҡа әйтмәгәндәр боронғолар. Ҡаланың 1-се Балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең һәр ҡайһыһы талант эйәһе. Был көндө уҡыу йортонда шау-гөр килеп беренсе класс уҡыусылары өсөн «Музыкантлыҡҡа бағышлау» кисәһе уҙғарылды. Сәнғәт мәктәбендә белем алыусы уҡыусыларҙың һаны йылдан-йыл артып тора. Быйыл беренсе класта 74 бала иҫәпләнә. Тәжрибәле педагогтарҙың ҡул аҫтында музыка серҙәрен өйрәнәләр. Кескәйҙәрҙең сығышын ҡарарға ата-әсәләре, яҡындары килгән. Байрамда һәр уҡыусы үҙенең мәктәптә алған һәләтен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Музыка ҡоралдарында уйнанылар, күңелле йырҙар яңғыраттылар.