Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
18 Декабрь 2018, 10:34

Иҫ киткес ауыл музейы бар

Ҡолош ауылында Хәҙис Ғибәҙулла улы һәм Фәүзиә Муса ҡыҙы Сафиуллиндар асҡан шәхси музей тураһында яҙғаныбыҙ булды инде.

Ҡолош ауылында Хәҙис Ғибәҙулла улы һәм Фәүзиә Муса ҡыҙы Сафиуллиндар асҡан шәхси музей тураһында яҙғаныбыҙ булды инде.

Иҫ киткес бай һәм мауыҡтырғыс экспонаттар тупланғас, төпөкөл ауыл булһа ла, 2,5-3 меңләп кеше журналға теркәлеп ҡарап сыҡҡан. Ысынбарлыҡта байтаҡҡа күберәк инде, сит өлкәләрҙән дә киләләр бит.

Музей бинаһы - үҙҙәренең элекке йорттары. Хәҙис Ғибәҙулла улы Сафиуллин 1959 йыл Ҡолош ауылында тыуған. Һөнәрселек училищеһын тамамлап комбайн-сы булып йөрөй, фермала эшләй, ауыл малын көтә, урманда эшләй. Ауылдың булдыҡлы һәм тыңғыһыҙ старостаһы ул.

Нимә генә юҡ бит бында! Таш бысаҡҡа нисә мең йыл икәнлеген яҡынса ла төҫмөрләү мөмкин түгел. Иероглифтар ҡуйылған Ҡытай балтаһы. Ата-бабаларыбыҙ ҡулланған һуғыш һәм эш ҡоралдары, көнкүреш кәрәк-ярағы - ҡайһы әйберҙәрҙең ни маҡсатта икәнлеген кинәт кенә төшөнөп китеүе лә ауыр. Ә бына ҡулдан яһалған саңғылар - Бөйөк Ватан һуғышы дәүеренән иҫтәлек. Баҡһаң, элекке мәсет бинаһын оҫтаханаға әйләндереп, урындағы балта оҫталары фронт өсөн саңғы әҙерләгән була икән

Бик боронғо Ҡөрьән. Заманында әүлиәләргә тиң муллалар йөрөткән ҡул таяҡтары - бер һүҙһеҙ, бөтә му-зейҙың «йөҙөк ҡашы».

Был реликвияларға бәйле ниндәй генә хәтирәләр һаҡланмай халыҡ хәтерендә.... Һаман да мөғжизә көсөнә эйә, әммә махсус доға белгән һәм сафтан-саф күңелле кеше тотоноуы ғына талап ителә, ти.

Һөйләп кенә килештерерлек түгел, берәй форсатын табып, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ!

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Читайте нас: