Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
29 Декабрь 2018, 15:54

Яңы йыл – мөғжизәләргә бай осор.

Яңы йыл – мөғжизәләргә бай осор.Бигерәк тә балалар тылсым көтә. Йыл дауамында күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн иң һәләтле уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәргә, төрлө фестиваль лауреаттарына “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары күңелле тамаша ойошторҙо.

Яңы йыл – мөғжизәләргә бай осор. Бигерәк тә балалар тылсым көтә. Йыл дауамында күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн иң һәләтле уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәргә, төрлө фестиваль лауреаттарына “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары күңелле тамаша ойошторҙо.
Төп шыршы байрамына быйыл республикабыҙҙан 780 уҡыусы йыйылды. Улар араһында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, приютта тәрбиәләнеүселәр, йөҙгә яҡын мөмкинлектәре сикләнгән балалар килде. Районыбыҙҙан 15 уҡыусыға был байрамда ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Төп шыршы байрамына саҡырылғандар, моғайын, үҙҙәрен әкиәт донъяһында булып ҡайтҡандай хис итәлер. Фотола Өфө ҡалаһында шыршы байрамында булып ҡайтҡан Уральск мәктәбе уҡыусыһы Арслан Фазлетдинов.
Читайте нас: