Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
4 Ғинуар 2019, 17:55

Мәҙәниәт маҡсатлы үҫешәсәк

Башҡортостан мәҙәниәте “Ижад кешеләре”, “Мәҙәни мөхит” һәм “Цифралы мәҙәниәт” проекттарына ярашлы үҫеш аласаҡ. Был турала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Башҡортостан мәҙәниәте “Ижад кешеләре”, “Мәҙәни мөхит” һәм “Цифралы мәҙәниәт” проекттарына ярашлы үҫеш аласаҡ. Был турала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “2024 йылға тиклем Рәсәйҙең милли үҫеш маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указы нигеҙендә булдырылған һәм 6 йылға иҫәпләнгән. Ошо туралағы БР Хөкүмәте күрһәтмәһенә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: