Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
11 Ғинуар 2019, 14:17

“Ун мәргән” һынау тотто

Ҡалабыҙҙа ике көн дауамындатрадицион уҡтан атыу буйынса "Ун мәргән"турниры үтте.

Ҡалабыҙҙа ике көн дауамында традицион уҡтан атыу буйынса "Ун мәргән" турниры үтте. “Ирәмәл уҡсылары” клубы менән бергә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов ойошторған сарала Екатеринбургтан, Силәбенән, Әбйәлилдән, Бөрйәндән, Өфөнән килгән уғатарҙар ҡатнашты. Барыһы илленән ашыу кеше йыйылғайны. Беренсе көндә командалар араһында, икенсе көнөнә шәхси ярыштар үтте.
Ярыш алты этаптан торҙо. Беренсеһе “Һөжүм” тип аталды. Ирҙәр - 30, ҡатын-ҡыҙ 25 метрға 50 секунд эсендә 8-10 уҡ атты. “Тере һыу” этабында сәп икегә бүленгән, уҡты өҫкө яҡҡа тейҙерергә кәрәк ине. “Тиҙ атыш”ты 30 секундта тамамлау шарт ине. Ә “Баҫҡыс” этабында төрлө дистанцияларға ярыштар үткәрелде. “Йәйләү атышы”нда боролоп атырға кәрәк ине. Ә “Үгеҙ” этабында үгеҙ һүрәте төшөрөлгән сәпкә аттылар, уҡтарҙы уның ике тояғына, ике мөгөҙөнә һәм моронона тейҙереү шарт булды. Командалар араһында беренсе урынды "Бөрйән-1", икенсене - "Ирәмәл", өсөнсө урынды "Йөҙөк туғанлығы" (Братство кольца) яуланы. Ун ике команда араһында дүртенсе урынға "Өфө-1" мәргәндәре сыҡты. Шәхси беренселектә Бөрйән рвйонынан Салауат Юлбирҙинға етеүсе булманы.
Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: