Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
18 Ғинуар 2019, 18:36

Яңы йылда йомортҡаға хаҡтар күтәрелlt

Һатып алыусылар Яңыйылда йомортҡаға хаҡтарҙың күтәрелгәнен күреп, бер аптыраһа, элекке бер тиҫтәурынына туғыҙ йомортҡа һалынған ҡаптарға йәнә ғәжәпкә ҡалды.

Һатып алыусылар Яңы йылда йомортҡаға хаҡтарҙың күтәрелгәнен күреп, бер аптыраһа, элекке бер тиҫтә урынына туғыҙ йомортҡа һалынған ҡаптарға йәнә ғәжәпкә ҡалды. Халыҡ быны эшҡыуарҙарҙың “хәйләле” аҙымы тип баһаланы, был хәл менән бәйле төрлө көләмәстәр ҙә йөрөй.


Ә бына “Космос групп” агрохолдингының яңы йыл сюрпризы күптәргә оҡшар. Улар ҙа йомортҡаны туғыҙ даналыҡ ҡаптарҙа етештерәсәк, әммә бер йомортҡа бушлай буласаҡ, һатып алыусы һигеҙ йомортҡаның ғына хаҡын түләйәсәк, тип ышандыра компания вәкилдәре.
Наҙгөл СИРАНОВА.
Читайте нас: