Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 13:10

Дәртлеләр, белемлеләр ҡайҙа? Учалыла!

Дәрестәр тамамаланғандан һуң да, әллә күпме эштәр башҡарып була.

Дәрестәр тамамаланғандан һуң да, әллә күпме эштәр башҡарып була. Әгәр көсөң, дәрт-дарманың бар икән, ниңә уны мәғәнәһеҙ шөғөлдәргә йүнәлтергә? Ә былай үҙең дә шат, башҡалар ҙа ҡәнәғәт, тигән бик дөрөҫ фекер йөрөтә Учалы тау сәнәғәте колледжының 3-сө курс студенты Ләйсән Мәғәсүмова.
Ләйсәндә бәләкәйҙән, Учалы ауылында мәктәптә уҡығанда уҡ, спортҡа һөйөү уяна. Ул еңел атлетика һәм саңғы спортын үҙ итә. Мәктәптә туғыҙ класс белем алғас, ҡыҙ Учалы тау сәнәғәте колледжының файҙалы ҡа-ҙылмаларҙы байыҡтырыу йүнәлешенә уҡырға керә.
Студент уҡыу алдынғыһы. Колледжда уҙғарылған олимпиадаларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнаша.
- Еңел атлетика буйынса ҡалала уҙғарылған ярыштарҙа беренсе һәм икенсе урындар Ләйсәндеке. Ярыштар мәлендә дәрес ҡалдырырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, уҡыу программаһын тиҙ ҡыуып етә. Спорт буйынса ғына түгел, бөтә яҡлап өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Фәндәрҙе етди өйрәнә, - тип ғорурлана студенты менән уҡытыусыһы Зинаида Тащеева.
Өлгөр ҡыҙ ҡул эштәренә лә бик оҫта. Сигенә, бисерҙан төрлө һындар эшләргә бик ярата. Мәктәптә уҡығанында шиғырҙар ҙа яҙған булған.
- Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Беренсенән, бында матди-техник база бик ныҡлы, ғәмәлдәге ҡорамалдар менән уҡыған саҡта уҡ файҙалана алаһың. Икенсенән, теләгең һәм тырышлығың булһа, төрлө конкурс-күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, Рәсәй ҡалаларын күреү мөмкинлеге бар. Өсөнсөнән, уҡыуҙы тамамлағас, эш табыуы күпкә еңелерәк, тип уйлайым. Йәмәғәт тормошо ла ҡайнай - ижади кисәләр, төрлө осрашыуҙар һәм башҡа саралар даими ойошторола, - тип Ләйсән уҡыу йорто хаҡында бәйән итте. - Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. Минеңсә, йәш кешенең буш ваҡыты бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Студент йылдары ошоноң менән матур һәм ҡәҙерле. Маҡсаттарың билдәле, аныҡ икән, белем баҫҡыстарын үтеүе бер ҙә ауыр түгел. Ҙур бәхет ул студент булыу!
Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: