Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 13:04

Киләсәк теремектәр, тырыштар ҡулында

Бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында сәнәғәт һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур.

Бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында сәнәғәт һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур.
Учалы тау сәнәғәте колледжы тап ошондай техник белем биргән уҡыу йорттарының береһе. Шуныһы мөһим, уны тамамлағандарҙың күпселеге артабан уңышлы эшкә урынлаша.
Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә килгән егеттәргә ҡарап, киләсәгебеҙ өмөтлө, ышаныслы алмаш үҫеп килә тип, еңел һулап ҡуяһың.
- Ошо егеттәр һәм ҡыҙҙар арҡаһында беҙҙең колледж призлы урындар яулап килә. Улар уҡырға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табалар, - ти ойоштороусы педагог Зинаида Тащиева. - Уҡыу йортона белем алыу өсөн генә түгел, ә үҙҙәрен бар яҡлап та үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатында килгән улар. Дәрестән һуң ваҡыт табып, аҙнаһына алты тапҡыр күнекмәләр үткәрәләр.
Колледж студенттары предприятиеларҙа ҡулланылған заманса техника менән оҫта эш итә, уларҙың оҙайлы практика үтеү мөмкинлеге лә бар. Теоретик белемде тәжрибә менән нығытыу өсөн уҡыу полигондары, йыһазландырылған кабинеттар, оҫтаханалар, лабораториялар асыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, студенттарға үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн уҡыу йортонда киң мөмкинлектәр бар. Улар роботтар яһай, яңы техник проекттар уйлап сығара, үҙҙәренең эштәре менән конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша. Бындай алдынғы уҡыу йортон тамамлаусылар әле бер ҡайҙа ла юғалып ҡалғаны юҡ.
Наҙгөл СИРАНОВА.
Читайте нас: