Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, Юлдаш телевидениеһы “Башҡортостандың 100 шәхесе” тип аталған проект ойоштора. Күренекле исемдәр араһында яҡташыбыҙ Дим Ҡоләхмәтов та телгә алына. Халыҡ уны “Дәрүиш-Хан” төркөмөнөң солисы Дим Мәннән булараҡ яҡшы белә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рок музыкаһына йәшен тиҙлегендә килеп ингән һәм унда үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған талантлы яҡташыбыҙ тураһында 2014 йылда Ләйсән Мәжитова “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” тип аталған башҡортса фильм төшөргәйне. Халыҡ уны бик яратып, үҙ итеп ҡабул итте.
БСТ журналистары был килгәндәрендә Дим Ҡоләхмәтовтың яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары менән яҡындан аралашып, тәьҫораттарын белеште.
Өфө ҡунаҡтары йырсының бер туған ағаһы билдәле шағир Рамай Ҡаһирҙың өйөндә туҡталып, әсәһе, туғандары, дуҫтары менән осрашты.
- Дим тураһында ауылдаштары бик күп яҡшы хәбәрҙәр һөйләнеләр, йәл, тапшырыу 26 минутлыҡ ҡына, бөтәһенең дә фекере инмәҫ инде, - ти журналист Светлана Вәлиуллина.
Ул Дим Мәннән менән бергә Ҡырғыҙстанға төрөк йәштәренең халыҡ-ара форумында ҡатнашҡан булған.
- Мин уның фанаты булмай торғайным. Әммә юлда яҡындан аралашырға тура килде. Дим Мәннән сәхнәлә үҙен хулиган рәүешендә тотһа ла, ысынында иһә тәрән фекерле, уйсан, тәртипле кеше булараҡ иҫемдә ҡалған. Шул сәфәрҙә яҡындан танышып киттек. Уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ихтирам итәләр ине. Еңел-елпе йырҙары булманы, ижады тәрән йөкмәткеле ине, - тип фекерҙәре менән бүлеште журналист.
Хәҙер инде мәрхүм Дим Мәннән һәм уның музыканттары үҙҙәренең ижадында Калифорния рок-н-ролы музыкаһы менән халҡыбыҙҙың борондан килгән йыр-моңдарының нигеҙе - бер октава сиктәрендәге биш баҫҡыслы тауыш системаһын – пентатониканы ҡулланған. Был үҙенсәлекле синтез һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан башҡорт рухлы, сал Урал, ер-һыуҙарыбыҙ тарихы сағылған йырҙар үҙҙәренең заманса яңғырашы менән йөрәктәргә үтеүен әле лә дауам итә.