Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
29 Ғинуар 2019, 10:38

Уҡытыусыларҙы нимә борсой?

Район хакимиәтендә «Йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсы финалсылары район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашты.

Район хакимиәтендә «Йыл уҡы-тыусыһы - 2019» конкурсы финалсылары район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашты.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе былтыр сентябрҙә башланды, 25 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Мәктәп кимәлендә еңеүселәр муниципаль этапҡа сыҡтылар. Улар «Иң яҡшы уҡытыусы», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы», «Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы белгесе» номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Әйткәндәй, белем биреүҙә, балаларҙы тәрбиәләүҙә юғары ғилми-педагогик ҡаҙаныштарға өлгәшкән конкурсантҡа яҡташыбыҙ, сығышы менән Ҡобағош ауылынан булған билдәле ғалим-фольклорсы, уҡытыусы Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия тапшырыласаҡ.

Шәхескә быйыл 85 йәш тулыр ине. Мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталыҡтарын һынау этаптарға бүленгән. Уҡытыусылар методик материалдар менән эш итә белеүҙәрен, коммуникатив сифаттарын күрһәтә. Бының өсөн мастер-кластар ойошторҙолар. Үҙҙәренең мәғариф проекттары менән таныштырҙылар. Улар, ҡағиҙә булараҡ, стандарт булмаған алымдар, уҡытыусыларҙың ижади фекерләүе, юғары ки-мәлле булыуы менән айырылып торҙо.

Бәйгелә интернет аша тауыш биреү ҙә ойошторолдо, унда егерме меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Һынау һөҙөмтәләре буйынса иң юғары балдар йыйған ун кеше билдәләнде. Уларҙы исемләп әйтеп үтәйек. Ҡаланың өсөнсө лицейының химия уҡытыусыһы Юлиә Ғатауллина (һигеҙ йыл стажға эйә), 1-се Башҡорт лицейының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнәзирә Дәминдәрова (эш стажы алты йыл), Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының инглиз һәм немец теле уҡытыусыһы Лилиә Хәкимова (стажы алты йыл), 7-се Миндәк урта мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Камил Шөғәйепов (эш стажы 8 йыл), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - Сәфәрҙән Айгөл Абдуллина (эш стажы 24 йыл), 1-се Башҡорт лицейынан Лилиә Ғәзизова (17 йыл эшләй), 5-се мәктәптән Юлизә Зарипова (12 йыл эшләй), 15-се балалар баҡсаһының педагог-психологы Олеся Бурова (14 йыл), Учалы ауылының 1-се балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Гөлнара Мөхәмәтйәнова (20 йыл), 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвина Ҡрымғужина (9 йыл).

Ҡала-районыбыҙҙың иң-иңдәр исемлегенә ингән остаздар менән осрашыу йылы шарттарҙа үтте. Уҡытыусылар район башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Мәғариф өлкәһендәге проблемалар, балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу, йәш белгестәрҙе төбәгебеҙгә эшкә ҡайтарыу, белем өлгәше кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Фәрит Фәтих улы һәр кемдең һорауына төплө һәм аныҡ яуап бирҙе.

Власть вәкиле менән әңгәмә йәнле барҙы. Олеся Бурова ҡаланың 15-се «Крепыш» балалар баҡсаһында психолог булып эшләй. Уның фекеренсә, кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһында уҡ белемгә өйрәтергә кәрәк. Быны дәлилләп, ул төбәгебеҙҙә йәшәүсе етмеш кешенән: «Һеҙҙеңсә бала нисә йәштән белем алырға әҙер?» - тигән һорау алыу ойошторған. Уларҙың барыһы ла тиерлек: «Ете йәштән», - тип яуаплаған. Йәғни ата-әсәләр балалар баҡсаһын белем биреүсе учреждение итеп ҡарамай, фәҡәт мәктәп кенә уҡыта, тигән фекерҙә улар.

Педагог шуға ла киләсәктә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эксперименталь майҙансыҡтар булдырырға, мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәклеген билдәләне. Уҡытыусылар менән осрашыуҙар уҙғарыу, бергәләшеп проекттар әҙерләү ҙә һөҙөмтә бирәсәк тигән фекерҙә ул.

Кескәйҙәр араһында бөтөнләй балалар баҡсаһына йөрөмәй уҡырға барған балалар ҙа бар икән - социаль имен булмаған, түләргә хәлдәренән килмәгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, сәләмәтлектәре арҡаһында йөрөй алмағандар. Нурзидә Сәлимйән ҡыҙы әйтеүенсә, ошо категорияға ҡараған ҡыҙ-малайҙар өсөн ҡалабыҙҙа ваҡытлыса килеү урыны пункты булдырыласаҡ. Педагогтар балалар менән шөғөлләнәсәк, мәктәпкә әҙерләйәсәктәр.

Шулай уҡ хәҙерге заманда ҡайһы бер ата-әсәләрҙең педагогтарға ҡарата агрессиялы ҡарашта булыуҙары борсолоу тыуҙыра.

- Һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙән «Мәктәп тейеш», тигән фразаны йыш ишетергә тура килә. Әммә бының менән һис килешеп булмай. Тәрбиә тәү сиратта өйҙә башлана, мәктәп менән ата-әсә араһында бәйләнеш булырға тейеш, ғаилә һәм белем биреү учреждениеһы бер-береһен тулыландыра. Баланы уҡы-тыусылар ҡулына тапшырып ҡына үҙеңдән яуаплылыҡты алып ташлау дөрөҫ түгел.

Икенсенән уҡытыусыларҙы бер туҡтауһыҙ тәнҡитләү уҡыусы алдында уҡытыусының абруйын төшөрә. Баланың уҡырға теләге юғала, холҡо үҙгәрә. Мәктәп менән ғаилә араһында аңлашыу булһа, бала шәхес итеп тәрбиәләнәсәк, - ти педагогтар.

Телефон-гаджеттарҙың зыяны тураһында ла һүҙ барҙы. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 83 проценты кеҫә телефоны балаға уҡырға ҡамасаулай, мәктәптә уны ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк, тип һанай, хатта был сара уҡыу сифатын күтәрер тип ышана.

- Хәҙерге балалар телефондарын бер минутҡа ла ҡулдарынан төшөрмәйҙәр. Уларҙың зыянын аңлап етмәйҙәр. Яңы йылға тиклем, өлкән кластар менән ошон-дай эксперимент үткәрҙек, мәктәпкә бер нисә көн телефонһыҙ килергә һөйләштек. Тәүге көн, әлбиттә, барыһына ла ауыр тәьҫир итте. Икенсе көнөнә күрәм, уҡыусылар бер-береһе менән аралаша, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Эксперименттан һуң да ҡыҙ-егеттәр оҙаҡ ҡына тәьҫирләнеп йөрөнөләр. Һүҙ юҡ, телефон бөгөн заман талабы, мәғлүмәт алыу ресурсы. Әммә сама булырға тейеш, артыҡ мауығырға ярамай, был йәһәттән ата-әсәләргә контролде көсәйтеү зарур, - ти ҡаланың өсөнсө лицейы уҡытыусыһы Юлиә Таһир ҡыҙы Ғатауллина.

Йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу, ниндәй ярҙам программалары барлығы тураһында ла һүҙ булды. Төбәгебеҙҙә айырыуса техник белемлеләргә һорау ҙур икәнлеген, мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. 1-се Башҡорт лицейының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнәзирә Дәминдәрова бөгөнгө көндә сит телдәргә, айырыуса инглиз телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәклеген әйтте. Хәҙерге заманда инглиз телен яҡшы белгән белгестәргә ихтыяж ҙур, етмәһә, заманса технологияларҙы өйрәнгәндә лә уның әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Уйланырға урын бар.

Әңгәмә барышында тағы бик күп һорауҙар яңғыраны. Әңгәмә барышында, ысынлап та, төбәгебеҙҙең иң яҡшы уҡытыусылары йыйылғанына тағы бер мәртәбә инандыҡ. Конкурсанттарға артабан да уңыштар ғына теләйбеҙ. Алда - финал көтә, 7 февралдә Учалы филармонияһында «Йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсы еңеүсеһен асыҡлаясаҡбыҙ. Саранан ситтә тороп ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: