Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
1 Февраль 2019, 14:55

Аҙнаһына биш көн уҡырға

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Республика мәктәптәрендә биш көн уҡыу алымын индерергә тәҡдим итә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Республика мәктәптәрендә биш көн уҡыу алымын индерергә тәҡдим итә.
- Балаларыбыҙ ныҡ арый, шуға ла мәктәптәрҙә аҙнаһына биш көн генә уҡытырға тәҡдим итәбеҙ. Ял көндәрен беҙ балаларыбыҙ янында булырға тейешбеҙ. Һеҙ ризамы? - тип билдәләй ул.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡланып ҡалырға тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Яңы тәҡдимгә ярашлы, айына бер тапҡыр шәмбе көн уҡыусыларға шулай ҙа мәктәпкә килергә тура киләсәк. Был көндө белем усаҡтарында төрлө ярыштар уҙғарыу һәм ҡыҙыҡлы факультативтар ойоштороу күҙаллана.
Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: