Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
4 Февраль 2019, 10:03

"Ҡанатлан" проектын - ғәмәлгә

1 сентябрҙән 11 мәктәптә өлкән класс уҡыусылары өсөн “Ҡанатлан" мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башлай.

1 сентябрҙән 11 мәктәптә өлкән класс уҡыусылары өсөн “Ҡанатлан" мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башлай. Пилот белем усаҡтары араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ла бар. Башланғыстың төп маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларын оло тормошҡа төрлө яҡлап һөҙөмтәле әҙерләү. Проект модулдәре араһында “Ирекле аралаш”, “Дөрөҫ туҡлан”, “Бейе”, “Спорт менән дуҫлаш”, “Сәләмәт йылмайыу” һәм башҡа йүнәлештәр бар. Проектҡа ингән программаларҙың бер өлөшө белем усағында әленән тормошҡа ашырыла, ти гимназия директоры Ләйсән Фәзлетдинова. Тулы кимәлдәге эш 1 сентябрҙә башлана. Унда 160 самаһы уҡыусы ҡатнашыр тип күҙаллана. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә уҙған көн Мәктәп белеменә арналған форум барышында “Ҡанатлан" мәғариф программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабына аҡса иҫәпләнгән һәм һалынған тине.

Мәғлүмәт хеҙмәте.

Читайте нас: