Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
4 Февраль 2019, 10:06

Оло тормошҡа әҙерлек

Башҡортостанда 1 сентябрҙән “Ҡанатлан” тип аталған белем биреү проекты старт ала. Уның төп маҡсаты - сығарылыш класы уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү.

Башҡортостанда 1 сентябрҙән “Ҡанатлан” тип аталған белем биреү проекты старт ала. Уның төп маҡсаты - сығарылыш класы уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү. Проект Мәғариф министрылығы һайлап алған 10-11 мәктәптә һынала башлаясаҡ. “Ҡанатлан” проекты бер нисә модулдан тора. “Рулгә ултыр” тип аталғаны мәктәптә үк водитель таныҡлығы алыу мөмкинлеге бирәсәк. “Иркен аралаш” тигән модуль балаларға инглиз телен үҙләштереү форсатын тыуҙыра. “Сәләмәт йылмайыу” республикалағы ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыуҙы күҙ уңында тота. Белем усағында балаларҙың һаны 800-ҙән ашыу булыу – төп шарт. Бүтән мәктәп уҡыусылары иһә унда график буйынса дауалана ала.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин:

- Беҙҙең мәктәптәрҙә балалар физика, химия кеүек фәндәрҙе яҡышалып өйрәнә, ә бына IT-технологияларҙы, робототехниканың нимә икәнлеген күптәр белеп бөтмәй. Был өлкөлөге белгестәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Был - киләсәк һөнәре. Белем усаҡтарында IT-технологиялар, робототехника кластары булырға тейеш, беҙ был тәңгәлдә ярҙамлашырға әҙербеҙ, - тип белдерҙе.

“Ҡанатлан!” проектына ғаилә нигеҙҙәрен, тыуған яҡты, милли традициялар һәм мәҙәниәтте өйрәнеү, шулай уҡ милли спорт төрҙәренә һөйөү тәрбиәләү ҙә инә. Баланың уңышы - уҡытыусы һалған нигеҙгә бәйле. Рәсәйҙең проектлау идаралығы һәм һанлы белем биреү үҙәге етәксеһе Павел Рабинович шундай фекерҙә. Мәктәп уҡыусыға мөмкинлектәр бирергә, үҙен һынап ҡарау форсатын тыуҙырырға тейеш. Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Мәктәп автобустары өсөн водителдәрҙе һайлап алыу, 5 көнлөк уҡыу системаһына күсеү тураһында һүҙ барҙы. Форумдың пленар ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә бер нисә аҙнаға бер тапҡыр “Мәғариф” сәғәтен үткәрергә тәҡдим итте.

Азалия ҒӘЙНУЛЛИНА.
Читайте нас: