- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа. - Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
- Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр. - Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына. - Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың. - Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер. - Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр. - Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан. - Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр. - Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар. - Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер. - Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр. - Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр. - Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ. - Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр. - Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға. - Үҙегеҙ йоҡлаған простыняға ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы. - Ирегеҙ биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына һеҙҙең сер, эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр. - Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк,сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр. - Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ-ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.