Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Февраль 2019, 10:47

Иң яҡшы уҡытыусы билдәләнде

Ҡала-районыбыҙҙа «Йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсына йомғаҡ яһалды. 28 тапҡыр уҙғарылған традицион сараны тантаналы ябыу ҡаланың мәҙәниәт үҙәгендә үтте.

Ҡала-районыбыҙҙа «Йыл уҡытыусыһы - 2019» конкурсына йомғаҡ яһалды. 28 тапҡыр уҙғарылған традицион сараны тантаналы ябыу ҡаланың мәҙәниәт үҙәгендә үтте.

Әйткәндәй, һуңғы биш йыл эсендә был конкурста 200-ҙән ашыу педагог көсөн һынаған. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе былтыр сентябрҙә башланды.Мәктәп кимәлендә еңеүселәр муниципаль этапҡа сыҡтылар. Улар «Иң яҡшы уҡытыусы», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы», «Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы белгесе» номинациялары буйынса билдәләнде. Әйткәндәй, белем биреүҙә, балаларҙы тәрбиәләүҙә юғары ғилми-педагогик ҡаҙаныштарға өлгәшкән конкурсантҡа яҡташыбыҙ, сығышы менән Ҡобағош ауылынан булған билдәле ғалим-фольклорсы уҡытыусы Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемендәге премия тапшырылды. Шәхескә быйыл 85 йәш тулған булыр ине. Әйткәндәй,конкурста ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталыҡтарын һынау этаптарға бүленде.

Коллегалары өсөн көйөргә кеше күп килгәйне, залда энә төшөрлөк тә урын ҡалманы. Быйыл бөтәһе 25 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте. Уларҙың туғыҙы балалар баҡсалары тәрбиәселәре, алтауһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өс башланғыс кластар остаздары һәм тағы ла рус теле һәм әҙәбиәте, химия, тарих уҡытыусылары булды.

Конкурс интернет-ресурс, асыҡ дәрес, оҫталыҡ класы, проект яҡлау, эссе, асыҡ дискуссия кеүек заданиеларҙан торҙо. Уларҙың эшен ҡырҡ ете эксперт баһаланы. Интернет тауыш биреү ҙә киң популярлыҡ яулай, учалылар үҙҙәренә оҡшаған уҡытыусы өсөн көйөп-янды. Уҡытыусылар методик материалдар менән эш итә белеүҙәрен, коммуникатив сифаттарын күрһәтә. Бының өсөн оҫталыҡ кластары ойошторҙолар. Үҙҙәренең мәғариф проекттары менән таныштырҙылар. Улар ҡағиҙә булараҡ, стандарт булмаған алымдар, уҡытыусыларҙың ижади фекерләүе, юғары кимәлле булыуы менән айырылып торҙо.

Төрлө фәндәрҙән, ауыл һәм ҡала мәктәптәренән үҙ эшенең оҫталары йыйылғайны был сәмле ярышҡа. Конкурсанттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Учалы ҡала ултырағы башлығы Ильяс Килмөхәмәтовтар ихлас ҡотланы.

Руслан Ғәлийән улы педагогтарҙың һөнәрҙәрен яратыуын, заманса талаптар менән балаларға белем биреүҙәрен билдәләне, районыбыҙҙың мәғариф тармағын үҫтереүгә ҙур көс һалыуҙары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Конкурсанттар номинациялар буйынса билдәләнде. Уларҙың һәр ҡайһыһына диплом һәм бүләк тапшырылды. «Йәмәғәтселек тауыш биреүе лидеры» номинацияһында ҡаланың 3-сө лицейынан Наталья Крещук еңеү яуланы. Марат Минһажетдинов исемендәге премия Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллинаға һәм 7-се Миндәк мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Камил Шөғәйеповҡа бирелде. «Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - 2019» номинацияһында 3-сө балалар баҡсаһынан Эльвина Ҡрымғужина еңеүсе тип танылды. Иң яҡшы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» - 5-се мәктәптән Юлизә Зарипова. Ниһайәт, абсолют еңеүсене асыҡлар ваҡыт етте. Иң тулҡынландырғыс мәл! «Йыл уҡытыусыһы-2019» тип, 1-се Башҡорт лицейының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнәзирә Риф ҡыҙы Дәминдәрова танылды.Еңеүсебеҙ үҙ эшенең оҫтаһы икәнен тағы бер ҡат дәлилләне. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

- Бындай педагогик сараларҙы ойоштороуҙың файҙаһы ҙур. Тәжрибә туплайһың, үҙ көсөңдө һынайһың, артабан да ижади эшләүгә дәрт алаһың. Мине дәртләндереп, хуплап тороусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, - тине конкурс еңеүсеһе тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашып.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: