Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
19 Февраль 2019, 10:17

Афған ерендә мәтрүшкә сәйе…

(булған хәл) Афған ере… Алмаш-тилмәш килә Елдәр менән пуля олоуы.

(булған хәл)
Афған ере…
Алмаш-тилмәш килә
Елдәр менән пуля олоуы.
Ят тойолдо ауыл егетенә
Таштар иле, ҡомдар бураны.
Яуҙар тынып торған бер мәлдәрҙә
Саҡ-саҡ ял иткәндә инештә.
Сәй ҡайнатып
Һыуһындарҙы баҫыр өсөн
Посылканан төштө мәтрүшкә.
Усаҡ янды…
Усаҡ тирәһендә
Ир-егеттәр бергә йыйылды.
Тыуған ерҙең ялан мәтрүшкәһе
Йән яраһын бәйләй тынлыҡта
Тын ултырҙы
Утты кискән ир-егеттәр,
Сәйҙе
Ирендәре бешеп эстеләр…
Сәйҙәр ҡойған тимер һауыттарға
Күҙ йәштәре генә төштөләр…
Илфаҡ ФАРЫЗОВ.
Читайте нас: