Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
25 Февраль 2019, 18:25

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Кеше - тәбиғәт балаһы. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был хәҡиҡәт һүҙҙәр бөгөн дә үҙенең ҡиммәтле мәғәнәһен юғалтмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр шул хәҡиҡәтте онотоп үҙе үк үҙ тамырҙарын ҡоротоуға юл ҡуйыу ғына түгел, ә үҙе шул ҡоротоусыға әйләнеп барыуы аяныс.

Кеше - тәбиғәт балаһы. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был хәҡиҡәт һүҙҙәр бөгөн дә үҙенең ҡиммәтле мәғәнәһен юғалтмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр шул хәҡиҡәтте онотоп үҙе үк үҙ тамырҙарын ҡоротоуға юл ҡуйыу ғына түгел, ә үҙе шул ҡоротоусыға әйләнеп барыуы аяныс. Тәбиғәттә һәр милләттең йөҙөндә йәйғор төҫө булып балҡыған туған телдәре һәр халыҡтың, һәр милләттең йәшәү тамыры, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән бәйләгән, йәшәү сығанағы булған тамырҙары икәнен онотоу оло юғалтыуҙарға алып барғаны көн кеүек асыҡ.Туған теле моңона сорналып тыуған илендә үҫкәндәр баһалап бөткөһөҙ оло хазинаға эйә булған иң бәхетле кешеләр.
2019 йыл ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле йылы тип иғлан ителеүе туған телдәрҙе һаҡлауға иғтибарҙы арттырыуға йүнәлеш биреүе күңелдәрҙә өмөт уятмай ҡалмайҙыр. 1999 йылдан башлап 21 февраль көнө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнеүе лә тәбиғәт тарафынан кешелеккә бирелгән ысын ҡиммәттәрҙе аңлағандар өсөн оло байрам.
Республикабыҙ мәктәптәрендә был көндә күп төрлө саралар уҙғарылыуы матур йолаға әйләнгән туған телдәр байрамы үҫеп килгән йәш быуындың рухын күтәреп күңелендә илһөйәрлек тойғолары уятмай ҡалмай. Һәр дәүерҙә лә туған телен яҡлап ҡурсалап ҡына түгел, уны үҫтереүселәр, тел байлығын киләһе быуындарға еткереүсе шәхестәребеҙҙе ошо көндә иҫкә алып “Тел – тере шишмә, үлмәгән, бөгөнгә еткән» тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Учалы районы мәктәптәрендә Туған телдәр байрамын тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән. Илсе мәктәбендә тел һағында торған матбуғат хеҙмәткәрҙәре, республикабыҙҙа танылыу яулаған яҡташ журналистар, телевидение хеҙмәткәрҙәре менән, Ҡунаҡбай мәктәбендә туған телебеҙҙе фән нигеҙендә өйрәнеүгә күп көс һалған яҡташ телсе-ғалимдарыбыҙ, Мулдаҡай мәктәбендә сәхнә йондоҙҙары булып танылған яҡташ сәнғәт әһелдәре, Наурыҙ мәктәбендә тел уҡытыусылары динстиялары менән осрашыуҙар байрам тантанаһында ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Быйылғы уҡыу йылында Туған телдәр байрамы күренекле яҡташыбыҙ, ғалим-фольклорсы М.Минһажетдиновтың 85 йылллығына арналды. Хөрмәтле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгелләштереп Учалы районында М. Минһажетдинов исемендәге муниципаль премия булдырылған, ҡаланың яңы районы урамдарының береһе лә уның исемен йөрөтә.
Байрам тантанаһында уҡыусылар араһында “М.Минһажетдиновтың тормошон, хеҙмәт юлын иң яҡшы белгән уҡыусы” тип аталған викторина еңеүселәре асыҡланды. Байрам барышында фәнни эҙләнеү эштәре М.Минһажетдинов уҡыуҙары” конкурсының еңеүселәре сығыш яһап күренекле шәхесебеҙҙең хеҙмәт юлына байҡау яһанылар. Минһажетдиновтарҙың ғаилә шәжәрәһен байрамға саҡырылған ғалимдың туғандары таныштырҙы. Күренекле яҡташыбыҙҙың уҡыусыларының береһе филология фәндәре кандидаты Р.В.Шаһиев Марат Хәләф улының тормошон, хеҙмәтттәрен эсенә алған китаптар менә таныштырҙы. Учалы ауылы башҡорт гимназияһының «Бөҙрәкәй» өлгөлө балалар театры Мәүзиә инәй әкиәтттәре циклынан башҡорт халыҡ әкиәтттәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Учалы районынд а үҙ эшенең оҫтаһы булған алдынғы уҡытыусылар - М. Минһажетдинов премияһы лауреаттары сығыштары байрамдың бәҫен күтәрҙе. Учалы районында йыл әйләнәһенә уҙғарылған, төрлө һөнәр эйәләре ҡатнашҡан “Ирәмәл-илһам сығанағы” шиғыр һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе,Озерный урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы З.Р Ғибадуллинаның ҡыҙы Руфина менән әйтеше туған телебеҙҙең ысын мәғәнәһендә мәңгелек йыр булып быуындан быуынға күсә барған ҡиммәтле рухи хазинабыҙ барлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.Республика кимәлендә үткән “Йөрәк һүҙе ”конкурсы еңеүселәре йәш шағир Ф.Бүләков һәм ҡыҙы Иманғол урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Бүләкова Азалинаның сығышы тыңлаусыларҙың йөрәгенә үтеп хайран ҡалдырҙы.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, теле юҡтың ғына иле юҡ, тип шағирҙарыбыҙ юҡҡа ғына иҫкәртмәй ҡалмағандыр. Туған телебеҙгә бөгөн дә ҡурҡыныс янағанда ошондай туған телдәр байрамы мәктәп байрамдары ғына түгел, ә ғаилә байрамдарына әүерелеп һәр баланың күңелендә туғанлыҡ хисен нығытып, тамырҙарын барлап үҫергә йүнәлеш биреүенә өмөтөбөҙ ҙур. Мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеүгә сәғәттәр һанын кәмеүгә барғанда ғаиләләрҙә бала өсөн туған телдең баланың ысын шәхес булып үҫеүендә баһалап бөткөһөҙ байлыҡ икәнлеген ата-әсәләрҙең аңлауы ла мөһим. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ.
Зилә Шәрәфетдинова, М.Минһажетдинов премияһы лауреаты,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Читайте нас: