Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
1 Март 2019, 10:14

Уҡытыусы абруйы

Ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барған уҡытыусылар миллион һум аласаҡ. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

Ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барған уҡытыусылар миллион һум аласаҡ. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

“Путиндың телмәрендә педагог абруйы тураһында ишетергә теләгәйнем”, - ти Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы нигеҙендә ауылға йәш белгестәр килер ине, тип иҫәпләй мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостанда быйылдан ауыл уҡытыусылары өсөн республика бюджетынан 60 миллион һум аҡса бүленә. Йыл һайын иң яҡшы 100 педагог 600 мең һум грант аласаҡ. “Был саралар һәм бушлай ер участкаһы бүлеү ауыл мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк”, - тине Радий Хабиров 1 февралдә үткән беренсе мәктәп мәғарифы форумында.

Үҙәк матбуғаттан.
Читайте нас: