БАССР-ҙың тыуған көнө тип 23 март (1919 йыл ) иҫәпләнде, сөнки Башҡорт Автоном Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килеү тураһында ҡарар «Известия» гәзитендә ошо көндө баҫыла. Әммә килешеү үҙе 20 мартта төҙөлә.
Республика булдырыу тураһында килешеүгә Совнарком рәйесе В.И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы М.Ф. Вла-димирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.В. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе, Башҡортостан яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М. А. Ҡулаев, Башҡорт шураһы ағзаһы М.Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә.И. Бикбауов ҡул ҡуялар.
Был даталарға оло мәҙәни ваҡиға - «Беренсе республика» нәфис фильмы премьераһы оло бүләк булғандыр. Режиссер Булат Йосоповтың картинаһы башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары хаҡында һөйләй. Күпселек геройҙарҙың тормошо ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә йә өҙөлә...
- Минең өсөн республикабыҙға нигеҙ һалынған осор бик мөһим. Башҡортостан - хәҙерге Рәсәйҙе барлыҡҡа килтергән федерализм принцибына нигеҙ һала.
Ошо йәһәттән ул Рәсәй тарихында - Беренсе республика. Республиканың үҫешенә йоғонто яһаған эштәр башҡарған шәхестәр ҙә ҡыҙыҡ миңә. Әлбиттә, улар барыһы ла сәйәси репрессиялар ҡорбандары, беҙ был тарихи фактты урап үтә алмайбыҙ, әммә фильм был турала түгел. Был шәхестәр - төҙөүселәр, еңеүселәр. Тәү маҡсат - уларҙың эшен иҫкә алыу. Мин уларҙы өйрәнәм, уларҙы аңларға тырышам. Фильм бөгөнгө йәштәр өсөн файҙалы буласаҡ - беҙ ошо шәхестәрҙе иҫебеҙҙә тоторға һәм уларҙан өлгө алырға тейешбеҙ, - ти фильмдың режиссер-ҡуйыусыһы Булат Тимер улы Йосопов.
Байтаҡ архив документтарын, хәтирәләрҙе өйрәнеп, сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова бөтә ваҡиғаларҙы «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаевтың яҙмышы аша күрһәтә. Фильм премьераһына уның туғандары ла килде. Ейәнсәре Светлана тамашасыларға үҙенең олатаһы менән өләсәһенең яҙмышы хаҡында һөйләй:
«Өләсәйем Екатерина Ивановна сәйәси тотҡон Ҡасимға ғашиҡ булған һәм ғүмере буйына ошо һөйөүҙе һаҡлаған. 1949 йылда олатайым икенсе тапҡыр ҡулға алынғандан һәм мәңгелеккә Красноярск крайына ебәрелгәндән һуң ул, декабрист ҡатыны кеүек, ике балаһы менән уның янына киткән. Ул йөклө булған һәм 10 көндән тағы бер ул, ә аҙаҡ бер ҡыҙ тапҡан».
Нәфис фильм ысын кешеләр тураһында һөйләй. Композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов, яҙыусылар Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина, актер Вәлиулла Мортазин-Иманский, режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, балет йондоҙо Нинель Юлтыевалар һәм башҡа беренсе республиканың мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусылар тураһында хәтерләү барыбыҙҙың да рухи бурысылыр. Күбеһенең яҙмыштары аяныслы. Ғәзиз Әлмәхәмәтов бар төрмә тотҡондары өсөн «Урал», «Буранбай», «Сайҡалалар кәмәләр» йырҙарын башҡарған була, ти.
Эйе, 37-се йыл Башҡортостан өсөн үтә фажиғәле була. 50 меңләп кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, тип самалай фильмға рецензияһында билдәле журналист һәм тарихсы Салауат Хәмиҙуллин.
Уның фаразы буйынса, репрессия шауҡымында обкомдың яңы 1-се секретары итеп ҡуйылған Александр Заликин яҡшатланырға тырышып, Башҡорт Урал аръяғы зонаһында баш күтәреүҙәр тураһында уйҙырмалар әтмәләргә тотона. Йәнәһе лә, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Йылайыр тарафтарында 3 меңләп кеше туплаған 62 дошман отряды эш итә... Ошо тулҡын менән байтаҡ яҡташтарыбыҙҙың баштары харап була ла инде.
Тик бар бәләне был ҡәбәхәт һәм уның хужаларына йә ҡуштандарына ғына япһарыу дөрөҫ булмаҫтыр. Мәскәү йә Өфөнән килеп бер кем дә ошаҡ яҙмай бит. Әллә ни гонаһтары булмаған кешеләргә күршеләр, райондаштар бәлә яға, ҡулға ала, суд үткәрә, ә күпселек яҡлап сығырға ҡурҡып боҫоп ҡалалар.
Тап ошо тарих дәресенән һабаҡ алырға - берҙәмерәк һәм татыуыраҡ, ғәҙелерәк, уҡымышлыраҡ, талап ителгәндә - ҡатыраҡ һәм батырыраҡ булырға өйрәнергә ине беҙгә, йәмәғәт! Батшалар килә лә китә, ә халыҡ береһе өсөн икенсеһе йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торғанда ғына милләт булып һаҡлана.