Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
29 Март 2019, 11:41

Күңелдәрҙә хистәр дөрләне

2019 йыл Рәсәй Федерацияһында Театр йылы тип иғлан ителде. Иң яҡшы театр традицияларын һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау, театр эшмәкәрлеген камиллаштырыу йылдың төп бурыстарынан һанала.

2019 йыл Рәсәй Федерацияһында Театр йылы тип иғлан ителде. Иң яҡшы театр традицияларын һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау, театр эшмәкәрлеген камиллаштырыу йылдың төп бурыстарынан һанала.

Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт йортонда Учалы районында Театр йылын рәсми асыу сараһы үтте.

Театралаштырылған тамашала районыбыҙҙың ете коллективы ҡатнашты. Улар һәр береһе пьесаларҙан өҙөктәр тәҡдим итте. Залда энә төшөрлөк тә урын булманы. Саараны район мәҙәниәт йортоноң «Аҫылйәр» халыҡ театры, Фәнил Әсәновтың «Өләсәйҙең тыуған көнө» әҫәренән өҙөк менән асып ебәрҙе. Етәксеһе - Гөлсирә Сибәғәтуллина.

Ахун ауылының «Аҡ шишмә» халыҡ театры Рәйлә Назарғолованың «Ҡоҙа»һынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Етәксеһе - Нәзифә Усманова.

Артабан байрамды Учалы ҡалаһының халыҡ театры дауам итте. Улар Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың, дәрте бар» спектакленән өҙөк тәҡдим итте. Етәксеһе - Лилиә Низаметдинова.

«Һөйөү көсө» әҫәре менән Һәйтәк ауылының «Арғымаҡ» халыҡ театры сығыш яһаны. Театрҙың етәксеһе - Мирас Һиҙиәтов. Ваҡиғала ҡәһәрле һуғыш йылдары тасуирлана. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күргән нужалары, уларҙы ҡаты йәберләүселәр бәйән ителә. Авторы - Гөлшат Шаһиева, ул әҫәрҙе үҙебеҙҙең район ауылдарында булған документаль материалдарға таянып яҙған икән.

Ҡорама мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры сәхнә күрке булды. Улар А. Пушкиндың «Салтан батша тураһында әкиәт»енә шарж ҡуйҙылар. Театрҙың етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаяз Ибраһимов.

Комсомольск мәҙәниәт йортоноң «Уйташ» халыҡ театры «Автовокзалда» скетчын тәҡдим итте. Етәксеһе - Ринат Сиражетдинов.

Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры Эсфир Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер!» пьесаһынан өҙөк ҡуйҙы. Теарҙың етәксеһе - Нәғим Аллаяров.

Тамаша ахырына еткәс, район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Гүзәл Шәғәлина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифа-һын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина барыһын да Театр йылы асылыуы менән ҡотланы. Халыҡ театрҙары ветерандары, ете коллектив та театр сәнғәтенә тос өлөш индергәндәре өсөн район хәкимиәтенең, Советының һәм мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар. Коллективтарға костюм тектереү өсөн аҡсалата сертификаттар ҙа тапшырылды. Шәп ярҙам бит!

Мәҙәниәт бүлеге халыҡ театрҙарының район кимәлендәге фестиваль-марафонын булдырған. Районыбыҙҙың ете халыҡ театры ла тамашасыға үҙҙәренең спектаклдәрен тәҡдим итеп, штандартты бер-береһенә тапшыра киләсәк. Фестиваль йыл аҙағында ҙур сара менән тамамланасаҡ. Тап ошо сәхнәнән театр штандарты изге сәфәргә юлланды - ул тантаналы рәүештә Учалы ҡалаһының халыҡ театрына тапшырылды.

Был көн ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Районыбыҙҙа Театр йылын асыу, Халыҡ-ара театрҙар көнө менән тап килде. Шулай уҡ мәҙәниәтебеҙҙең уңған ойоштороусыһы булған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Рәфиә Әсәҙуллинаның юбилейлы тыуған көнөнә тура килде.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, Һеҙҙе матур байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡаҡшамаҫ рух көсө, яңы үрҙәр, бәхетле көндәр теләйбеҙ! Артабан да шулай районыбыҙ мәҙәниәтен алға әйҙәп, һоҡланып-һоҡландырып йәшәгеҙ һәм эшләгеҙ, хөрмәтле Рәфиә Хәмзә ҡыҙы!

Алһыу ХАННАНОВА.



Читайте нас: