Уральск ҡасабаһының өлгөлө «Ирәмәл» балалар бейеү ансамбле, Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Нур» Халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фестива-лендә ҡатнашып Гран-при яулай, бейеүсе Рөстәм Хилажев иһә хаҡлы рәүештә беренсе урынға лайыҡ була.
Республиканың 100 йыллығына арналған фестиваль, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә йәштәрҙе йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Бер нисә көн дауамында барған сарала конкурстар һәм мастер-кластар ойошторола. Мәҙәни коллективтар һәм ҡатнашыусылар вокал, бейеү, милли музыка ҡоралдары, уҡтан атыу һәм шиғыр һөйләү буйынса ярышалар. «Нур» фестиваленә Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан ҡатнашыусылар дәррәү йыйыла.
Ансамбль етәкселеге тәүҙә конкурсҡа яңғыҙ бейеү башҡарыусы Рөстәм Хилажевты ғына әҙерләй. Шунан, ә ниңә төркөмдәге балаларҙы ла алып бармаҫҡа, тигән уй килә, өлкән һәм кесе төркөмдәрҙе лә әҙерләргә булалар. Юлға аҡса табыу мәсьәләһен ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Ансамбль етәкселәре мәғариф бүлегенә бик рәхмәтле. Улар конкурсанттарҙы Өфө аэропортына алып барыр, ҡаршы алыр өсөн транспорт менән тәьмин итәләр.
- Фестиваль Мәскәүҙең «Фламенкерия» йортонда үтте. Мин Мәскәү башҡорттарын күреп, һоҡланып ҡайттым. Уларҙың балалары баш ҡала мәктәптәрендә уҡыуға ҡарамаҫтан, саф башҡорт телендә шундай матур итеп һөйләшәләр. Үҙебеҙҙең учалыларға үрнәк итеп ҡуяһым килә уларҙы. Телен, рухын һаҡлап алып ҡалыусыларға афарин, тип кенә әйтәһе килә, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Ирәмәл» ижад үҙәге мөдире Әлфиә ханым Ғарипова. - Төркөм-дәр өс бейеү алып барҙы. Фәйзи Ғәскәровтың «Беҙҙең байрам» һәм Фәнис Кәримов һәм Аида Кәримова (мәрхүмә) ҡуйған «Яйыҡ буйында», «Батырҙар» бейеүҙәрен.
Тамашасылар яҡташтарҙың сығыштарҙы көслө алҡыштар менән оҙата. Конкурс шарттары буйынса, ярышта бер генә бейеү сәхнәгә сығырға тейеш булһа, «Ирәмәл»дәрҙән ике бейеү башҡарыуҙарын үтенеп һорайҙар.
Баш ҡалала учалылар өс көн була. Тәүге көндө Ҡыҙыл майҙанға баралар, икенсе көнөнә ВДНХ-ла «Йыһан» музейын күреү бәхете лә эләгә уларға. Һушты алырлыҡ тәьҫораттар менән ҡайта учалылар Мәскәүҙән.
Бейеүҙе яңғыҙ башҡарыусылар араһында Иҫтамғол ауылынан 8-се класс уҡыусыһы Рөстәм Хилажев лайыҡлы беренсе урынды яулай.
- Үҙемде белә башлағандан алып, балалар баҡсаһынан бирле бейейем - ти Рөстәм.
Бейеү асылына һәм серҙәренә ул әсәһе Хәлисә Үзбәк ҡыҙына эйәреп, «Ирәмәл» балалар бейеү ансамбленә эшкә йөрөгәнендә өйрәнә. Фестивалдә сәхнәгә Рөстәм «Маршрут» бейеүе менән сыға, тамашасыны арбай.
- Баш ҡалала бик оҡшаны, яңы тәьҫораттар менән ҡайттым. Оҫталыҡ дәрестәренән үҙемә күп нәмә алдым, - ти еңеүсе егет.
«Ирәмәл» ансамбленең еңеүе бының менән генә сикләнмәй, музыка ҡоралдары буйынса уҡытыусы Дим Мөжәүиров ҡурайҙа уйнап, маҡтаулы Гран-прины яулай!
- Күңелем шатлана, - ти балалар ансамбле мөдире Әлфиә Ғарипова. - Фәнис Кәримов менән Дим Мөжәүиров та «Ирәмәл»дән сыҡҡан балалар бит. Улар уҡып ҡайтып, тормоштарын йәш быуынды бейеү нескәлектәренә төшөндөрөүгә арнанылар. Тормош иптәштәрен дә йәлеп иттеләр был эшкә. Йәндәрен, тәндәрен аямай ижад иткән йәштәр менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Әлфиә Нәжип ҡыҙы шулай уҡ коллективта бейеү түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың ата-әсәләренә һөйөнөп бөтә алмай, уларға, форсаттан файҙаланып, һәр башланғысты хуплап, аңлап торғандары, терәк булғандары өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе.
- Ата-әсә ҡанатландырып тормаһа, балаға үҙ урынын табыуы еңел түгел. Бейеү түңәрәгенә йөрөгәс тә, мотлаҡ ул бейеүсе була тимәгән. Әммә бала сәхнәлә сығыш яһап, бәләкәстән ҙур аудитория алдында үҙен нисек тоторға кәрәклеген күреп-белеп үҫә, үҙендә ышаныс тойғоһо тәрбиәләй. Бейеү баланы аса. Ауырыраҡ була башлаһа ҡайһы берҙәре түңәрәкте ташлай. Бында бик күп көс, сыҙамлылыҡ, ихтыяр көсө талап ителә бит. Коллективта берҙәмлек, та-тыулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү төшөнсәләренә лә ҙур иғтибар бүленә. Бала үҙ аллы булып үҫә, - ти ул.