Ағымдағы йылдың тәүге яҙ айы Мансур мәктәбе уҡытыусыларына оло ҡыуаныс-шатлыҡтар алып килде.
2016 йылдың шартлап торған ғинуар айында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәүге тапҡыр «Ауыл уҡытыусыһының художество маһирлығы» исемле республика фестиваль-конкурсы үткәрелгәйне. Һауа торошоноң шул тилкем һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың бөтә илле дүрт районынан да тиерлек ҡатнашыусылар килгәйне. Жюри ағзалары, хатта, аптырап ҡалды. Килә алмаҫтар, ныҡ һыуыҡ, тип уйлағандар, термометр бағанаһы 30 градустан күпкә төшкәйне бит. Уҡытыусы - ул һәр ваҡыт әҙер, уны ел дә, дауыл да, ажғырып торған буран да еңә алмай шул. Мин 25 йыл Мансур урта мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡайным. 2005 йылдың февралендә минең инициатива буйынса уҡытыусылар менән «Моң шишмәһе» вокаль ансамбле ойошторғайныҡ. Составында һигеҙ кеше, етәксебеҙ балалар баҡсаһы, Мансур мәктәбенең музыка белгесе Лидиә Мостафина. Бер башлағас, туҡтап буламы - репертуарыбыҙҙа утыҙҙан ашыу йыр булып китте. Ҡайҙарҙа ғына йырламаныҡ беҙ! Бер байрам да «Моң шимәһе» ансамбленән тыш үтмәне. Хатта үҙемдең тыуған яҡтарыма - Мәсетле тарафтарына ла алып барҙым талантлы коллегаларымды.
Ауылдаштарымдың һушы китте - уҡытыусылар ошолайтып концерт ҡуя аламы?!
Ансамбль былбылдары конкурс-фестиваль тураһында ишетеп ҡалғандар. Етмәһә, быйыл Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелә икән! Тотонғандар әҙерләнергә! Үҙ аҡсаларына флаг төҫтәрендә күҙҙең яуын алырлыҡ күлдәктәр тектергәндәр, туфли һәм матур биҙәүестәр алғандар. Әйтергә кәрәк, сығыш яһаусылар ара-һында иң аҫылдары беҙҙекеләр булды, биллаһи!
Мин хәҙер өс йыл Иманғолда йәшәйем. Саң һаулыҡты бик ҡаҡшатҡас, күсеп китергә мәжбүр булдыҡ. Коллегаларым шиғыр һөйләргә саҡырғас, шатланып риза булдым. Мостай Кәримдең «Иңләнем дә, буйланым да» тигән шиғырын һөйләнем. Ошо сараға барғаныма һис кенә лә үкенмәйем. Беҙҙең республикабыҙ, уҡытыусылар иҫ киткес талантлылар икән! Төрлө милләт әһелдәре үҙ милли кейемдәрендә Башҡортостаныбыҙҙы данланылар. Барлыҡ сығыштар ҙа тыуған республикбыҙҙың 100 йыллығына бағышланды.
Вокаль ансамблдәр генә ун биш ине. Улар араһында беҙ - беренсе! «Башҡортостан» йыры менән сығыш яһаны беҙҙең һылыуҡайҙар.
Был мәртәбәле фестиваль-конкурста районыбыҙҙың башҡа мәктәптәренән дә ҡатнашыусылар булды. Ураҙ лицейының музыка уҡытыусыһы Гөлназ Шәйхитдинова II дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Ул Ришат Төхвәтуллин репертуарынан «Бәхетле бул, балам!» йыры менән сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, Гөлназ Камил ҡыҙының һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, Ураҙҙа уҡытыуына ғына ла ике тиҫтә йыл икән.
Миндәктән Әлфиә Ғәҙелшина III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Конкурста ул «Мәктәбем» йырын башҡарҙы. Был һылыуҡайҙар барыһы ла Учалы данын күтәрҙеләр. Афарин уларға!
«Моң шишмәһе» ансамбленә килгәндә, уны Фәймә Ситдиҡова, Фирҙәүес Усманова, Минзилә Гордеева, Розалия Мотаһарова, Әлиә Байегетова, Лидиә Мостафина тулыландыра, коллективты йәмләй, матурлай.
Лидиә тураһында айырым әйтеп үтәһем килә. Музыка училищеһын тамамлап, олоһон да, кесеһен дә йырлатып йәшәй ул коллегабыҙ. Тормош иптәше Азамат менән ике һылыу ҡыҙ үҫтерәләр. Мин, хеҙмәт ветераны булараҡ, бөтә Мансур ауылы халҡы исеменән, мәктәп хеҙмәткәрҙәре исеменән Лидиә Мостафинаның эшмәкәрлеген район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге тарафынан билдәләнеүен һорар инем.
Һүҙемде Тереза-Әсәнең әйткәне менән тамамлағым, тулыландырғым килә:
Арабыҙҙа ошондай матурлыҡ өләшеүселәр булғанда туған телебеҙ бөтмәҫ, ә ғәзиз Башҡортостаныбыҙ тағы ла нығыраҡ сәскә атыр! Тик донъялар ғына имен булһын.
Тәнзилә ЙЫҺАНШИНА,
Иманғол ауылы.