Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Апрель 2019, 15:43

Ғаиләм эсе һау ғына булһын!

Тәфтиш бара әле, әммә бер фекер йәнде өтә: ниңә яҡташыбыҙ мылтыҡҡа тотондо, һис ғәйепһеҙ кешеләрҙең йәндәрен ҡыйҙы, ниңә улай итте икән?

Тәфтиш бара әле, әммә бер фекер йәнде өтә: ниңә яҡташыбыҙ мылтыҡҡа тотондо, һис ғәйепһеҙ кешеләрҙең йәндәрен ҡыйҙы, ниңә улай итте икән?

Йыл башында Учалы ауылында булған ҡан ҡойошто иҫкә алыуыбыҙ. Ҡатыны менән уртаҡ тел таба алмаған икән, ниңә айырылышып ҡына ҡуймағандар һуң? Ҡот осҡос фажиғәнән һуң айырыуса асыҡ төшөндөк буғай - ыҙғыш, һәр төрлө үпкәләштәр һәр кемдең шәхси эше генә түгел икән!

Талашҡа ингәндәрҙе ниндәйҙер язаға тарттырып ҡына проблеманы хәл итеп булмай бит ул. Башҡорт мәҡәлендә әйтелгәнсә, шеш тулыша ба-шлаһа, барыбер һытыласаҡ. Ҡасан һәм нисек «һытылыуы» - билдәһеҙ... Янъял эҙемтәләрен түгел, ә сәбәптәрен бөтөрөү, алдан иҫкәртеү, яҡшылап аңлашыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла хәҙер медиация алымы киң ҡулланыла башланы. Шул иҫәптән, беҙҙең Учалы ҡалаһында ла.

Нимә һуң ул

медиация?

- Медиация - бәхәстәрҙе аралашсы ярҙамында хәл итеү алымы, - ти районыбыҙҙың «Ризалыҡ» татыулашыу һәм хоҡуҡ үҙәге директоры Айҙар Әхмәтйәнов. - Төп шарттар - ирекле рәүештә мөрәжәғәт итеү, бер-береңә ихтирам, тиңлелек, аралашсының квалификацияһы, ике яҡҡа ла тиң ҡарауы һәм бөтә мәғлүм булғанды сер итеп һаҡлауы. Иң төп шарт - бер яҡҡа ла зыян килтермәү. БР «Ғаилә» учреждениеһы Көнсығыш район-ара үҙәгенең Учалы бүлексәһе менән тығыҙ бәйләнештә, бер төптән тотоноп, килешеп эш итәбеҙ.

Ғаилә -йәмғиәт нигеҙе тип юҡҡа әйтелмәй бит. Күмәкләгән көс менән тотоноп, күберәк ғаиләләр һаҡланып ҡаласаҡ, балалар мәнфәғәттәре күҙәтеләсәк, һис юғында, айырылышыу ҡотолғоһоҙ икән, матур итеп, кешесә ташлашырға кәрәк бит. Әлбиттә, ғаилә ҡытыршылыҡтары менән генә сикләнмәйбеҙ. Бик күп осраҡта һис юҡ ҡына сәбәп кешенең хоҡуҡ нигилизмына бирелеүенә, экстремистик ҡылмыштарға тартыла башлауына килтереүе мөмкин! Һалҡын баш менән уйлағанда, еңмешлеккә бирелмәгәндә, тирә-йүндәгеләр тураһында ла онотмағанда - күп проблемалар сағыштырмаса еңел хәл ителә бит ул. Һәм был ынтылышта беҙ һәр саҡ ихлас һәм эскерһеҙ көйөнсә ярҙам итергә әҙербеҙ, рәхим итегегеҙ, килегеҙ!

Биш бүлмә - биш

кешегә

Аңлашыла, Айҙар Марат улы принципиаль рәүештә бер исем-фамилияны ла әйтмәй. Әммә медиация ярҙамында хәл ителгән бер конфликт тураһында анонимлыҡты һаҡлап бәйән иттерҙек.

Ир менән ҡатын 17 йыл йә-шәп айырылышырға була. Өс бала, 5 бүлмәле фатир. Закон буйынса фатир уртаға бүленергә тейеш, әммә был вариант ике яҡты ла ҡәнәғәтләндермәй. Ҡатын, әлеге өйҙән ҡолаҡ ҡағылһа, балалар менән урамда тороп ҡалам, тип ҡур-ҡа. Ә ир, элекке ҡатыным үҙе генә хужа булып алһа, балаларыбыҙҙың өлөшөн туҙҙырып бөтөрөр тип хафалана, суд артынан суд үтә. Тырыша торғас, медиаторҙар ярҙамында барыһын да ҡәнәғәтләндергән юл табыла: ата-әсәләре тарафынан бөтә балаларға ла милексе хоҡуғы юллана, йәғни бәлиғ булғанға тиклем бер яҡ та фатирҙы һата алмаясаҡ. Атай кеше матди яҡтан өҫтәмә ярҙам күрһәтергә, әсәй кеше - уға балалар менән күрешеп тороуына ҡамасауламаҫҡа һүҙ бирешәләр.

Хәтерегеҙгә һалып

ҡуйығыҙ!

«Ғаилә» учреждениеһы Көнсығыш район-ара үҙәгенең Учалы бүлексәһе - Учалы ҡал-аһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 21-се, 24-се кабинеттар. Конт-акт телефоны +7 (34791) 6-21-38. Бүлексә етәксеһе - Айрат Нәби улы Зарипов. Ауыр тормош хәлендә ҡалған һәр кем һәр сәбәп менән мөрәжәғәт итә ала.

«Ризалыҡ» татыулашыу һәм хоҡуҡ үҙәге - Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 20-се кабинет. Үҙәк етәксеһе - Айҙар Марат улы Әхмәтйәнов. «Тирә яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын!» ти бит халыҡ мәҡәле.

Айрат НУРЕТДИНОВ.



Читайте нас: