Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Апрель 2019, 12:25

Атайым һабаҡтары онотолмай, васыят булып һаҡлана

Ленинград ҡалаһының блокаданан тулыһынса азат ителеүенә 2019 йылдың 27 ғинуарында 75 йыл тулыуын иҫкә алайыҡ.

Ленинград ҡалаһының блокаданан тулыһынса азат ителеүенә 2019 йылдың 27 ғинуарында 75 йыл тулыуын иҫкә алайыҡ.

Илебеҙ азатлығы өсөн

ҡан ҡоялар

Ленинградты обороналау, Ленинград блокадаһын өҙөү Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң үлемесле, иң ауыр осор тип баһалана. Миллиондарса ҡорбан биреп һаҡлап ҡалына Ленинград. Нисә миллион һуғыш яланында, күпме кеше аслыҡтан үлеп ҡалған - улар беҙгә билдәһеҙ. Яҡынса һандар менән генә эш итәбеҙ.

Ленинград ҡалаһын обороналауҙа, ҡамауҙы өҙөүҙә, илебеҙҙең азатлығын яулауҙа атайымдың ҡатнашлығы барлығы ғорурлыҡ уята миндә.

Аңлы тормошомдоң егерме ике йылын атайым менән йәшәнем, уға хәлемсә ярҙам, хөрмәт күрһәттем. Уның йән-тән яраларын уңалтырға тырыштым. Яралары ауыр ине...

Үҙе һалған йортта, кинйә улына (миңә) фатихаһын биреп, минең ҡулымда баҡыйлыҡҡа китте ваҡыт еткәс.

Үлеме лә уның яугирҙарса булды. Йөрәк өйәнәге менән 2 ай ауырыны. Үҙенең үлем сәғәтен ҡояш байыу ваҡыты менән аныҡ билдәләне.

- Әлик улым, ҡояш байыуға үтермен. Ағайҙарыңды, апайҙарыңды саҡыр, һуңғы тапҡыр күреп хушлашайым, - тине.

Төш ваҡыты ине. Һалҡын һыу һорап эсте, сәй эсеүҙән баш тартты. Балалары, ейән- ейәнсәрҙәре килеп өлгөрҙө. Һәр береһе атайым менән килеп күреште, хәлен һорашты.

Ауылдаштар ҡәҙерләп

оҙаттылар

- Һеҙҙе көтөп ултыра инем, ярай, килеп өлгөрҙөгөҙ, балалар, рәхмәт! Ә хәҙер, Әлик, мине күтәрмәгә сығар әле, һуңғы тапҡыр ауылды ҡарайым да, - тип бышылданы.

Уң ҡулын иңбашына һалып, ишеккә табан атланыҡ. Хәле юҡ ине, кинәт иңбашымдағы берҙән-бер уң ҡулы бушаны, һәлберәп төштө...

Шулай минең ҡулымда кө-йө ыңғырашыу, уфтаныуһыҙ баҡыйлыҡҡа күсте Ленинград һаҡсыһы, II төркөм инвалиды сержант Һибәтулла Байғара улы Байғарин.

1974 йылдың 28 авгусы ҡояшы байығайны.

Ауылыбыҙҙың иң оло фронтовигын, коммунисын оло хө-рмәт күрһәтеп ерләне ауылдаштары. Тынлы оркестр ебә-реп, митинг ойоштороп, атайымды ерләүҙә беҙгә рухи ярҙам күрһәткән Байрамғол совхозы директоры Ә.Ғ. Шәрәфетдиновҡа, совхоздың партия ойошмаһы секретары В.Ш. Ғәйфуллинға, ауылдаштарыма мин әле лә рәхмәтлемен.

Атайым 1904 йылда Учалы районы Наурыҙ ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Уның атаһы (минең олатайым) Байғара Ҡорбанғәли улы заманы өсөн белемле, бик егәрле кеше була. Һыу тирмәне тотҡан, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.

Үҙгәрештәрҙе хуплап

ҡаршы ала

Яҙ етеп, күк үлән сығыу менән, йылҡыларын, һыйырҙарын әйҙәп, йән дуҫы Ҡаһарман менән ғаиләләрен алып, йәйләүгә күскәндәр. Уларҙың йәйләүҙәрен олораҡ быуын кешеләре әле лә хәтерләй.

Байғара утары, Ҡаһарман утары топонимдары уларҙан ҡалған.

1922 йылда атайым күрше Сораман ауылы һылыуы Мәхиәнова Мәрхиә Вәлит ҡыҙына өйләнә. Ярайһы уҡ белемле була Мәрхиә Вәлит ҡыҙы. Ғә-рәп, латин, рус графикаһында уҡый-яҙа, Ҡөрьәнде уҡый, уны башҡортсаға әйләндерә белгән. Изге китаптың күп сүрәләрен яттан көйләп һөйләүсе, бик күп мөнәжәттәр, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы оло йөрәкле кеше ине. Ғ. Туҡайҙың. М. Ғафуриҙың, М. Аҡмулланың шиғырҙарын, нәсихәттәрен ятҡа һөйләр булды.

Өйләнгән йылда уҡ атайым хеҙмәткә алына. Ҡыҙыл Армия сафтарында дүрт йылға яҡын хеҙмәт итә, пулеметсы була. Хеҙмәттән ҡайтҡас, ауылдың тәүге коммунисы бер туған ағаһы Байғарин Шафиҡ йоғонтоһонда партия сафына инә. Йәштән үк белемгә, яңылыҡҡа ынтылған атайым илебеҙҙә барған үҙгәрештәрҙе: кооперациялар төҙөү, колхозлашыу, ауыл хужалығын яңыса үҙгәртеп ҡороуҙы хуплап ҡаршы ала. Тәүгеләрҙән булып, 2 атын, бер һыйырын биреп, колхозға инә. 30-сы йылдарҙа зоотехниктар һәм агрономдар әҙерләү буйынса ҡыҫҡа сроклы курстарҙы тамамлай. Ҡыҫҡаһы, колхозды төҙөү эшендә етәкселәрҙең береһенә әйләнә атайым.

1937 йылда атайыма оло ҡайғы кисерергә тура килә. Бер туған ағаһы Байғарин Шафиҡ Байғара улы ҡулға алына. «Халыҡ дошманы» тигән мөһөр тағыла. Ә 5 көндән һуң 15 октябрҙә ике туған ағаһы Байдәүләтов Сәғит Байдәүләт улы ла ҡулға алына. Ағайҙарының икеһе лә 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. (Быны беҙ 1970 йылдарҙа ғына белдек). Яҡты донъя менән хушлашҡанда 41 йәш кенә була легендар комбриг М.Л. Мортазин бригадаһы яугирҙарына.

Ағаларының нахаҡҡа ғәйепләнеүен бик ауыр кисерә атайым. Бригадирлыҡтан сығарыла, төрлө ауыр һүҙҙәр ишетергә тура килә «халыҡ дошмандарының» ҡустыһына. Рухы һынмай, күңел, йөрәк яраларын эш менән баҫырға тырыша: бесән сапҡанда, кә-бән һалғанда 2-3 норма үтәй, һәр саҡ алғы сафтарҙа була Һибәтулла Байғарин. Быларҙы мин әсәйемдең һөйләүе буйынса ғына беләм.

1941 йылдың июнь аҙаҡтарында һуғышҡа алына. Пулеметчик була, 2 йылдан ашыу зенит-пулемет нөктәләрендә (ЗПТ-ларҙа) Ладога күленең көньяҡ ярҙарын дошмандарҙан һаҡлай, Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. 3 яра алып, һул ҡулын өҙҙөрөп, күкрәк ситлегендә 10-11 осколка, снаряд ярсығы - һуғыш иҫтәлеге алып, тыуған еренә иҫән ҡайта. Дөрөҫөрәге, 18 йәшлек кенә рус ҡыҙы Уляның (бәлки, Ульяна булғандыр) оҙатыуында Учалы ауылына килеп етә. Санитарка ҡыҙ Уляның талабы буйынса, Учалы хәрби комиссариаты колхоздан ат ебәреүҙе һорай. Ат килгәс, Уля, атайымды арбаға ултыртып, тейешле паектарын, документтарын, бер аҙ аҡса биреп, үҙе оҙата килгән ауыр яралы фронтовик менән хушлаша. Хеҙмәт иткән госпиталенә кире китә. Ул госпиталь ҡайҙа булғандыр - беҙ белмәйбеҙ. Атайым үҙе лә хәтерләмәй ине. Ауыр контузия шауҡымымы, әллә ул замандың хәрби сере булдымы икән?

Атайымдың иҫән-һау ҡайтыуы беҙҙең ғаиләгә, күрше-күләнгә шатлыҡ булды.

- Атайымды алырға ат киткәс, кискә килеп етерҙәр, тип көтә башланыҡ. Төнөн дә килмәнеләр. Икенсе көнөнә, 29 августың төшө алдынан ҡайтып керҙе атайың. Ҡаҡ һөйәк, һул ҡулының еңе буш, бил ҡайышына ҡыҫтырылған еңе. Юлда аттары арыған. Үҙе лә арыған, хәлһеҙ ине. Күршеләр йыйылып китте, араларында бер генә ир кеше - Риза Фәттәхов. Ул апрель баштарында аяғынан яраланып ҡайтты.

Рәхмәт инде колхозға, ҡолоно үлгән бейә бирҙе. Шуның һөтөн һауып эсереп, артҡанынан һаумал ғына ҡымыҙ әсетеп эсерә торғас, арыуланды атайың. Тәненә яйлап ит ҡунды, төҫ керҙе.

Һуғыш тураһында иҫләргә яратманы. Ошоноң менән ҡанлы яу юлы хаҡындағы яҙмамды тамамлаһам, уның алдында гонаһлы булырмын. Атайым, уның окопташ дуҫтары, ауылыбыҙҙан һуғышҡа киткән 100-ләп яугир-фронтовик алдында гонаһлы булып ҡалғым килмәй. Мин яҙмаһам, кем яҙыр. Миңә лә бит 72-се йәш, ғүмер ҡояшым байыуға табан бара. Оҙонға китһә лә, яҙайым әле, моғайын берәй гәзит-журнал, йә булмаһа, радио яҙмаларыма урын бирер, эфирға сығарыр.

Атайым һуғыш, үҙенең яу юлдары хаҡында һөйләргә яратманы. Бары тик Еңеү көндәрендә, 23 февраль, Бөйөк Октябрь кеүек байрамдарҙан һуң, бал ҡорто балынан ҡойолған һары балды (медовуханы) эсеп, бер аҙ кәйефләнеп алһа, күңел һандығы асылып, урыҡ-һурыҡ булһа ла һуғыштағы аяныслы, ауыр хәлдәр хаҡында һөйләр ине...

Онотолмаҫ тәьҫораттар

шауҡымында.

- Бына бит, һау булғас, йомшаҡ мамыҡ түшәктә ирәйеп эре ятам. Күңелем көр, донъям теүәл. Балаларым үҫеп еттеләр. Ә 1943 йылда ауыр яраларымдың һыҙлауына түҙә алмай, аңым инмәле-сыҡмалы булып госпиталдә ятҡанда, балаларым Фәрзәнә, Марат, Әлфиә һәм Айрат етем ҡалырҙар микән, Мәрхиәмә уларҙы яңғыҙ ҡарап үҫтереү бик ауырға төшөр инде, тип өмөтһөҙлөккә бирелгән саҡтарым да булды. Шөкөр, зәғифләнеп булһа ла ҡайттым, күңелебеҙ, рухыбыҙ зәғиф булмағас, тағы ла өс балабыҙ - Альберт, Алик, Мәүлиәгә ғүмер бирҙек. Мәрхиәмә рәхмәт инде. Мәүлиә ҡыҙымдың ғына ғүмере әҙ булды, 4-се йәшендә гүр эйәһе булды...

Шулай ситләтеңкерәп башлар ине һуғыш хәтирәләрен атайым. Уның һөйләгәндәрендә һәр ваҡыт яуызлыҡ менән кешелеклелек, яманлыҡ менән изгелеклелек, насарлыҡ менән яҡшылыҡ йә-нәш йөрөр ине.

Хәҙер 72-се йәшем менән барғанда үлем менән йәшәү, Ил яҙмышы менән ир яҙмышы хәл ителер ваҡиғаларҙың эсендә янып йөрөгән кеше генә шулай һөйләй алалыр, тигән фекергә киләм. 10-11-се кластарҙа уҡығанда атайымдың һөйләгәндәрен дәфтәргә теркәй башланым. Яҙмаларым 18 битлек шаҡмаҡ дәфтәрҙе тултырҙы. Үкенесле, ул дәфтәр юғалды.

БДУ-ның филология факультетында уҡығанда, 1968 йылдың май-август айҙарында, миңә ГДР-ҙа булыу бәхете тейҙе. Галле округы менән Башҡортостан вуздары араһында Дуҫлыҡ күпере һалыусы 20 студент араһында мин дә бар инем. ГДР-ҙың ҡалаларында булыу, Бухенвальд, Берлин, Бранденбург ҡапҡаһын, Рейхстаг, Битва народов, Трептов парк, Потсдам, Дрезден ҡалаһының һәйкәл итеп ҡалдырылған емертелгән тотош кварталын күреү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ошолар йоғонтоһонда ГДР-ҙа йөрөгәндә, атайымдың һөйләгәндәренә нигеҙләнеп, «Ленинград шөкәрәһе» тигән ҙур ғына мәҡәлә яҙҙым.

Алик БАЙҒАРИН, Наурыҙ ауылы.
Башы. Дауамы алдағы һандарҙа.

Читайте нас: