Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 11:40

Атайым һабаҡтары онотолмай, васыят булып һаҡлана

Уҡыусы аңлаһын өсөн «Ленинград шөкәрәһе» мәҡәләһенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирәм.

Уҡыусы аңлаһын өсөн «Ленинград шөкәрәһе» мәҡәләһенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирәм.

Ленинград шөкәрәһе

хаҡында

«Һул ҡулын өҙҙөрөп, күкрәгенән ауыр яраланып госпиталдә ятҡанда, 3 ай буйы атайым ашай алмай. Шыйыҡ ризыҡ менән туҡландыралар. Ә икмәген госпиталь хеҙмәткәрҙәре шөкәрә итеп киптереп һаҡлай. 2 ҡатырға ҡумта йыйыла шөкәрә. Госпиталь начальнигы шөкәрәне һатырға һәм ауыр яралы сержанттың ғаиләһенә ебәрергә тәҡдим итә. Һаталар. Атайым инәйемдең, сәй юҡ, мәтрүшкә менән боланут сәйе эсәбеҙ. Фәрзәнә, Әлфиә ҡыҙҙарыңдың күлдәктәре туҙҙы, бәләкәсәйҙе, тип яҙыуын иҫләп, табиптан сәй һәм күлдәклек тауар һатып алыуҙарын һорай. Үтенесен үтәйҙәр. 5 штук (дана) таҡта сәй, күлдәклек тауар һатып алып, ауылға посылка һалалар. Килеп етә аманат. Әммә унда күлдәклек тауар, таҡта сәйҙәр юҡ. Сәй ҡағыҙҙарына ҡушылып төрөлгән жмых (жом) таҡталары һәм 3 пар һалдат сылғауҙары ғына була. Фронттан яраланып ҡайтҡан атайымдың дуҫы Сафин фамилиялы судьяның тырышлығы менән ғәйепле табыла. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тигәндәре шулдыр инде». Бына шундай хәл.

Мин ГДР-ҙан ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә ағай-эне йыйылды, йәнәһе, ҡустылары сит илдән ҡайтҡан бит. Күмәкләп фото, открыткалар, «Бухенвальд» китабын ҡараныҡ. Фашистарҙың концлагерҙа ҡыл-ған вәхшилектәрен күреп, иҫтәре китте уларҙың.

Һуғышты һалдаттар

икенсерәк күрә

Тыныслана төшкәс, атайым үҙенең ауыр, үлемесле яу юлы хаҡында һөйләйәсәген белдерҙе. Тынып ҡалды. Ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән: «Һуғыш тураһында кино ҡарау, китаптар уҡыу бер, ә бына һуғыштың башынан алып аяныслы яуҙа булған һалдаттар уны икенсерәк күрә. Быны һин, туғандарың, йәш быуын белергә тейеш», - тип башланы ул һүҙен. Уның һөйләмдәрен үҙгәртмәй, сағыу буяуҙарға буямай сағылдырыу өсөн һүҙҙе фронтовиктың үҙенә бирәм:

«Июндең һуңғы көндәрендә Учалы хәрби комиссариатында йыйылдыҡ. 200-ләп кеше инек. Барыһы ла элек хәрби хеҙмәттә булған 30-40 йәш тирәһендәге ирҙәр. 1 июлдә Алкинола хәрби һөнәрҙәребеҙ буйынса төркөмдәргә бүлделәр. Пулеметчиктар, зенитчиктар, минерҙар, саперҙар, автомобилистар взводтары төҙөлдө. Автомобилистар бик әҙ ине. Шул уҡ көндө хәрби күнекмәләр башланды. Беҙҙең пулеметчиктар взводы «Максим» пулеметын өйрәнә. Пулеметтарҙың төрлөһө бар. Хатта бер аҙ сит ил пулеметтарын да өйрәттеләр беҙгә ул саҡ.

Һалдаттың һаҡсыһы -

окоп һәм траншея

Августың егермеләрендә фронтҡа ҡарай юл алдыҡ.Туҡтай-туҡтай барып, Новгород өлкәһенең узловая станция Подсиневье тигән ерендә вагондарҙан төшөрҙөләр. Йәйәүләп Боровичи ҡалаһына килдек. Ҡала ҙур түгел. Алкинола әҙерлек үткән пулеметчиктарҙы зенитчиктарға ҡушып, зенит-пулемет роталары формировать иттеләр. Беҙҙең йәнәштә инженер-мина ротаһы, медик-санитар взводтар, автомобиль роталары урынлашты.

Боровичи ҡалаһында ике көн торҙоҡ. Таң менән юлға сыҡтыҡ, полуторка машиналарында зенит-пулемет ротаһы алдан, ә артта инженер-мина ротаһы килә. Килә торғас, бомба соҡорҙары, яндырылған, түңкәрелгән автомобилдәр йыш күҙгә салына башланы. Был фашист самолеттарының «эше» икәнен аңланыҡ. Малая Вишера ҡалаһын үткәс, машиналарҙан төшөрҙөләр. Зенит-пулемет ротаһы Вишера йылғаһы буйында позиция биләне. Ашығыс рәүештә зенит-пулемет нөктәләре (ЗПТ-лар) төҙөй башланыҡ. Һәр ЗПТ-ла 1 зенитка, уның расчеты, 1 пулемет, 2 пулеметсы, 2 автоматсы. Инженер-мина ротаһы төньяҡ йүнәлештә хәрәкәтен дауам итте. Беҙҙән алыҫ булмаған ҡала тибындағы Большая Вишера ҡасабаһының төньяғында төрлө частар урынлашыуын белдек.

Сентябрь башына ЗПТ-лар урынлашып бөттө, позициялар нығытылды, окоптар, траншеялар ҡаҙылды.

Рота, батальондарҙа партия йыйылыштары үткәрелде. Унда фельдмаршал фон Лееб армияһының 30 августа Ленинградты блокадаға алыуы, Лужа ҡалаһы тирәһендәге рубеждарҙың ауыр хәлдә булыуы, Ленинград һәм Волхов фронттары араһындағы бәйләнештең өҙөлөү ҡурҡынысы барлығы хаҡында әйттеләр. Партия йыйылышы «Коммунист окопта түгел, ә атакала үлә!» девизы менән тамамланды. Ленинград менән тимер юлы бәйләнеше өҙөлөү ҡурҡынысы тыуғас, беҙҙе, зенит-пулемет роталарын, яңы позицияларға күсерергә приказ килде. Шул уҡ төндө нығытылған позицияларҙы ҡалдырҙыҡ. 1 сентябрь таңында, Большая Вишераны ситләп үтеп, Волхов йылғаһы буйында ваҡытлыса позиция биләнек.

Һаҡланыу, маскировка сараларын күрҙек. Дошман беҙҙең частарҙың хәрәкәтен белмәҫкә тейеш, тип талап итте командирҙар. Эңер төшөүгә, «захаркалар» (ЗИС-105), «полуторкаларға» тейәлеп, ашығыс хәрәкәт башланыҡ. Волхов йылғаһының уң яғынан барып, Кириши ҡалаһына еткәс, йылғаның һул яҡ ярына сыҡтыҡ. Кириши ҡалаһын уң ҡулда ҡалдырып, бер аҙ барыуға яҡтыра башланы. Тағы ваҡытлыса позиция биләнек, маскировка сараларын күрҙек. Көндөҙ Волхов йүнәлешендә фашист самолеттарының осоуы күренә ине. Лужа рубеждарында һуғыштар бара, тип аңлатты командирҙар. Ҡараңғы төшөүгә, «захаркаларҙа» килгән зенитчиктарға ҡушылып, төньяҡҡа табан ҡуҙғалдыҡ. Волховты уң ҡулда, Лужаны һулда ҡалдырып, Ладога күленең көньяҡ яры буйында туҡтаныҡ. Яҡтырғас, буласаҡ позициябыҙҙың Ладога күленең эсенә дуғаланып кереберәк торған көньяҡ яры икәнен күрҙек. Командирҙар һәр взвод, ротаның биләйәсәк позицияһын билдәләгәс, зенит-пулемет нөктәләрен урынлаштыра, окоп, траншеялар ҡаҙа башланыҡ. Төштән һуң, төҙөлөш батальондары ла килеп етеп, блиндаждар, күҙәтеү пункттары төҙөй башланылар. Ер бында бик дымлы, урыны-урыны менән батҡыл. Окоп, траншеяларҙы тәрән ҡаҙып булмай – һыу сыға, окоп стеналары ишелә. Уның стеналарын, төбөн брустверҙарҙы бүрәнәләр менән нығытабыҙ. Окоптар һай булғанға, брустверҙарҙы бейек итеп эшләргә тура килә. Алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө эшләп, сентябрҙең 5-нә биләгән позицияларыбыҙҙы нығытып бөттөк. Барыбыҙ ҙа шуны яҡшы аңлай: окоп, траншея – һалдаттың һаҡсыһы, уның ғүмерен ҡотҡарыусы.

Дошман һөжүмен

көткән саҡта

Иртәгәһенә дошман самолеттарының һөжүме көсәйҙе. Көнөнә 3-4 тапҡыр налет яһайҙар, ҡайһы берҙә тиҫтәләгән самолет атакаға килә. Беҙҙең зенитчиктар һирәк-мирәк булһа ла уларҙы бәреп төшөргөләй. Түбәндән генә осҡан «мессер»-ҙарға пулеметтан атып тейҙереү ҙур оҫталыҡ талап итә, беҙҙә ул етешмәй. Пулеметты йәтешләп ултыртып, самолетты прицелға алғансы, ул пулеметынан һиптереп үтеп тә китә. Эргәнән генә, бульт-бульт итеп, тура һыҙыҡ буйынса батҡыл ергә кергән пулялар тауышын ишетәһең. Эй-й-й-й! Ҡайҙа икән беҙҙең самолеттар, танкылар, тип әсенә инек шундай саҡтарҙа. Күп тә үтмәй фашист ҡоҙғондары әйләнеп килеп тағы пикировать итәләр, бомбалар ташлайҙар. Инәйеңдең теген машинаһы нисек итеп тауарҙы тишкеләп тегә, самолеттан атылған пулялар ҙа ерҙе, кешене шулай тишкеләй-теткеләй ине.

Беҙ ҙә ҡарап ҡына ятмайбыҙ, һөжүмгә килеүсе самолеттарға бөтә булған ҡоралдарҙан заградительный огонь асабыҙ. Файҙаһы тейә. Дошман самолеттары туп-тура ут нөктәһенә килергә ҡурҡа, ситкә тайпылалар, тоҫҡап ата алмайҙар. Ә беҙҙең зенитчиктар, ошо мәлдән файҙаланып, ҡурҡмай, ҡабаланмай тоҫҡап атып, бер нисә самолетты бәреп төшөрөргә өлгөрә.

9 сентябрь кисендә баталь- ондың күҙәтеү пункты блиндажына рота, взвод командирҙары, коммунистар саҡырылды. Полк комиссары Волхов фронтында булған хәлдәр менән таныштырҙы. Кисәге Ленинград менән тимер юл бәйләнеше өҙөлөүен әйтте. Дәүләт Оборона комитетының ҡарарын уҡыны. Ҡарарҙа блокадала ҡалған Ленинградты Ладога күле аша аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итеү кә- рәклеге әйтелгәйне.

- Һеҙҙең төп бурыс - Ладога күленең көньяҡ ярҙарын һаҡлау. Өҫтәлмә көстәр, ҡорал киләсәк. Тихвин, Волхов йүнәлешендә дошмандың һө-жүме көтөлә, - тип тамамланы ул һүҙен етди итеп.

Ярҙарҙы нығытыуға

иғтибар ҙур булды

Сентябрь урталарында хәрби частар яңы килгән яугирҙар менән тулыландырылды. 10-15 көн эсендә уларҙа һалдаттар һаны 2 тапҡырға кәмегәйне. Яңы зенитка, пушкалар, пулеметтар, боеприпастар алдыҡ.

Командование күлдең төньяҡ ярҙарын нығытыуға ҙур иғтибар бирҙе. Инженер-мина, төҙөлөш частары килде. Позициялар нығытылды, яр буйҙары буйлап, аралары 100-120 метр ҡалдырып, 3 линиялы (эшелонлы) траншеялар ҡаҙылды. Беренсе траншея окоптарға 30-40 метр һайын бүрәнәләр һыҙып ултыртылды. Ситтән ҡарағанда улар зенитка, пушка көбәктәре кеүек күренә ине. Дошманды алдау өсөн инде улар. 2-се, 3-сө линиялағы траншеяларҙы хәрби талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнек. Волхов йылғаһының Ладогаға ҡойған тамағынан беҙҙең позицияларға тиклем өҫтәп зенит-пулемет нөктәләре, яңы артиллерия батареялары урынлаштырылды, пулемет нөктәләре ҡоролдо.

Сентябрҙең 11-12-ләрендә Волхов тамағынан ҡуҙғалған Ладога флотилияһының бер нисә баржаһы һәм катеры күлдең көнбайыш ярында Осиновец причалдарына барып етә. Был һыу юлын ҙур трасса (Большая Ладожская трасса) тип атанылар. Сентябрь урталарынан Ленинградҡа аҙыҡ-түлек, боеприпас ошо трасса аша ташыла башланы.

Алик БАЙҒАРИН,

Наурыҙ ауылы.

(Дауамы бар)
Читайте нас: