Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 13:21

Башҡорт телен бергә модалы итәйек

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы тураһында яҙғайныҡ инде.

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы тураһында яҙғайныҡ инде.

Бөгөн беҙ ошо сарала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, делегаттар, мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова, Учалы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Иманғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнил Бүләков, 10-сы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова, Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова менән һеҙҙең иғтибарға әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе бөтә Рәсәй съезы тарихта ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Әсә телен уҡытыу һәм өйрәнеү буйынса бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

Фәнил Бүләков:

- Съезд бик ваҡытлы һәм урынлы үтте, тип уйлайым. Һуңғы ваҡытта әсә телен уҡытыу буйынса проблемалар күбәйә бара. Йәшерен-батырыны юҡ, һигеҙ йыл эсендә телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәт кире яҡҡа үҙгәрҙе. Уға дәүләт теле һымаҡ түгел, уны диаспора кеүек итеп кенә ҡарай башланылар. Съезда башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү буйынса бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡанатланып, киләсәккә өмөт менән таралыштыҡ. Айырыуса республика етәксеһе Радий Хәбировтың: «Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ һеҙҙең менән», - тигән һүҙҙәрен ишетеү күңелдә ышаныс тыуҙырҙы, уй-теләктәребеҙҙе ҡыйыу рәүештә тормошҡа ашырырға йәшел ут биргәндәй булды. Радий Фәрит улы башҡорт телендә һөйләшеүҙе дәүләт, ҡала-район Советтары һәм республика Ҡоролтайы кимәлендә модалы итергә, тип әйтте. Уның һүҙҙәре күрһәтмә һымаҡ яңғыраны. Шуға ла был юҫыҡта эштәр әүҙемләшер, тигән ныҡлы ышаныстабыҙ.

Рәмилә Солтанова:

- Ысынлап та, йыйын шул тиклем эшлекле үтте, бер минут та буш ваҡытыбыҙ булманы. Иң мөһиме, унда әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырырлыҡ. Ете секцияға бүленеп эшләнек. Мин ҡатнашҡан секцияла ғаилә мөнәсәбәттәре, мәктәп, балалар баҡсаһы менән ғаилә араһында күсәгилешлелек тураһында фекер алышыу барҙы. Үтә ҡыҙыу барҙы.

Зилә Шәрәфетдинова:

- Был ҡор, ғөмүмән, элеккеләренән ныҡ айырылды, заманса кимәлдә үтте, тип әйтер инем. Быға тиклем ошондай сараларҙа, ғәҙәттә, ҙур-ҙур докладтар менән сығыш яһағандарын тыңлайбыҙ ҙа, бер ниндәй уртаҡ фекергә килмәй таралыша торғайныҡ. Әлегеһе бөтөнләй башҡа форматҡа ҡалыплаштырылған, ойошторолоу алымы яңыса. Республиканың ҡала-райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Ҡоролтай етәкселәре, ата-әсәләр, ағинәйҙәр, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, инновацион башҡортса гимназия-лицейҙары, мәктәп директорҙары ҡатнашты. Баш ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына экскурсиялар ойошторолдо.

Коллегаларыбыҙҙың оҫталыҡ дәрестәрен ҡараныҡ, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ. Башҡорт телен уҡытыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, ата-әсәләр менән эшләү, федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында эшләү, уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа бик актуаль мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ла барланды. Минең үҙемә Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында булырға тура килде. Саф башҡорт мәктәбе, уҡыусылар ҡурай уйнап ҡаршыланылар. Белем усағында башланғыс кластарҙан алып дәрестәр, хатта, математика ла, башҡорт телендә алып барыла. Ҡала мәктәбе булыуға ҡарамаҫтан, аҙнаһына бишәр сәғәт башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыйҙар. Кабинеттар заманса технологиялар менән йыһазландырылған, матди базаһы бай. Һәр класта балаларҙың алдында нетбуктар, 3Д итеп йыһазландырылған кабинеттары ла бар. Уҡытыу балаларҙы ҡыҙыҡһындырылыҡ итеп ойошторолған. Иҫ киткес шәп инде!

- Йыйындан ҡанатланып ҡайттығыҙ, һеҙҙеңсә, балаларыбыҙ туған телен тағы ла нығыраҡ белһендәр, яратып өйрәнһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Зилә Шәрәфетдинова:

- Ҡала-районыбыҙҙа телебеҙгә һөйөү уятыу бер ҡасан да туҡтағаны юҡ. Методик яҡтан беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының командаһы шул тиклем көслө, тәжрибәле. Үҙ эштәрен яҡшы беләләр, яратып башҡаралар. Ете уҡытыусыбыҙ һуңғы өс йыл эсендә иң яҡшылар иҫәбенә инеп, Республика Хөкүмәте гранты еңеүселәре булдылар.

Уҡытыусыларыбыҙ ал-ял белмәй эшләйҙәр, үҙҙәре өсөн өҫтәмә эш булһа ла, дәрес программаларынан тыш, балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ даими саралар уҙғарып торалар. Мәҫәлән, туған телдәр байрамын ғына алайыҡ. Республикала ул күптән түгел уҙғарыла башланы, ә беҙ инде уны күптән гөрләтеп, баш ҡаланан шәхестәр саҡырыптырып үткәрәбеҙ. «Урал батыр» эпосын, шиғырҙарҙы яттан һөйләүселәр конкурстары һәм башҡаһы, һанай китһәң бик күп инде улар. Һәр ҡайһыһына етди әҙерләнәбеҙ.

Фәнил БҮЛӘКОВ:

- Рух илсеһе, тигән төшөнсә бар. Ысынлап та, әсә теле уҡытыусылары ошо миссияны үтәп киләләр. Әммә бар яуаплылыҡты тик уҡытыусыларға тапшырыу дөрөҫ түгел, был эшкә ата-әсәләр ҙә ҡушылырға тейеш. Төбәгебеҙҙә 70 проценттан ашыу башҡорттар йәшәй. Шуға ла барыбыҙға ла рух, тел, тип янып йәшәргә кәрәк.

Был эшкә ҡалғандар ҙа ҡушылһындар ине. Ата-әсәләр, башҡорт теле нимәгә ул, баланы ҡаңғыртып, тип бик хаталаналар. Баланың башында белеме бар икән, башҡорт теле уҡыуҙан ғына ул түбән төшмәйәсәк. Шуны аңлаһындар ине.

Икенсенән, район хакимиәте, мәғариф бүлеге етәкселеге, мәктәп директорҙары, класс етәкселәренән дә күп нәмә ҡала, башҡорт телен өйрәнеү тураһында аңлатыу эштәре алып барһалар, әсә телен уҡырға теләүселәр ҙә күбәйер ине.

Рәмилә СОЛТАНОВА:

- Әйтеүемсә, беҙҙең майҙансыҡта телде үҫтереүҙә ғаиләнең роле тураһында һүҙ барҙы. Унда Мәскәүҙән килгән вәкил ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, балаға туған теленә һөйөү әсә һөтө менән инергә тейеш. Ә беҙҙең әсәй-ҙәр бәләкәйҙән балаларына «доченька» ла, «сыночек» тип өндәшә. Тегеләре үҙ сиратында «мама», «папа», «деда» ла, «баба» тип тәтелдәй. Хатта ауылдарҙа ла хәҙер балаларҙың теле рус телендә асыла. Ҡыҙ-малайҙарҙың туған телдәрен белмәй үҫеүҙәренең сәбәбе тәү сиратта ғаиләлә. Әгәр беҙ үҙебеҙ һөйләшһәк, балаларыбыҙҙы өйрәтһәк, башҡаларға өлгө күрһәтһәк, башҡорт теленә ҡалғандар ҙа ылығасаҡ, өйрәнергә теләк белдерәсәк.

Фәнил БҮЛӘКОВ:

- Дөрөҫөн әйткәндә, ата-әсәләрҙең хәҙер балалар ме-нән аралашырға ваҡыттары ла юҡ. Уларҙы планшет, телевизор тәрбиәләй. Элек ҡала балалары ауылға өләсәләренә барып башҡортса һөйләшергә өйрәнеп ҡайта торғайнылар, хәҙер, киреһенсә, ҡала балалары өләсәләрен руссаға өйрәтеп ҡайталар.

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА:

- Ил башлығының ошо проблемаларҙы төптән аңлауы шатландырҙы. Һәр бер әйткән һүҙенә аяҡ өҫтө баҫып сәпәкәләрҙәй булдыҡ. Радий Хәбиров бөгөнгө көндә башҡорт теленән репетиторҙарҙың күпме хаҡ алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бер йылдан хаҡтар икеләтә арта икән, башланған эшебеҙ һөҙөмтәле, тип тә билдәләне.

Хәмдиә КИНЙӘМОРАТОВА:

- БДИ тапшырғанда, һайланған фәндәр араһында башҡорт теле лә бар. Берҙәм региональ имтихан (ЕРЭ) тип атала. Уҡыусылар уны үҙҙәре өсөн бирә торғайнылар, балдары уҡырға ингәндә иҫәпкә алынмай. Съезда иһә киләсәктә уҡыу йортона БРИ һөҙөмтәләре менән уҡырға инеү тураһында тәҡдим яңғыраны. Һорауҙы ишеттеләр, бәлки, уны киләсәктә берәй нисек хәл итеп булыр

- Республикабыҙҙа 12 лингвистик гимназия асылыуы ла ҡыуаныслы хәбәр булды.

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА:

Шулай, әлбитттә, ләкин райондар исемлегендә Учалының юҡлығы үкенесле беҙҙең өсөн. Һайлау нисек барғандыр, билдәһеҙ, бәлки, райондарҙың географик урынлашыу нөктәһенә ҡарағандарҙыр. Бөтә нәмәне Белоретҡа күсереп бөттөләр, исмаһам лингвистик мәктәпте беҙҙә асырға була ине бит. Бының өсөн төбәгебеҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Быға тиклем филология факультеты эшләне, әҙер кадрҙарыбыҙ ҙа етерлек.

Шуныһы ҡыуаныслы, киләһе йылдан балалар баҡсаларында башҡорт теле уҡытыусыларын штатҡа индереү күҙаллана. Балалар баҡсала уҡ башҡортса һөйләшергә өйрәнәсәктәр. Был эш күптән башланған, башҡорт телен белгән тәрбиәселәр кескәйҙәр менән шөғөлләнә. Элек балалар баҡсаларында йыһазландырылған башҡорт теле кабинеттары ла эшләй ине, һуңынан балаларға урын етмәү сәбәпле, уларҙы емереп, бүлмәләр эшләргә тура килде.

Хәмдиә КИНЙӘМОРАТОВА:

- Район етәкселеге, балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары менән берҙәм булып башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур өлөшөн индерә алырбыҙ, тип ышанам. Йыйын барышында башҡорт теленән яңы әсбаптар сығыуын әйттеләр, уларҙың эш дәфтәрҙәре лә бар, программа әҙерләнгән. Китаптарҙың яңы уҡыу йылына килеп етеүе көтөлә. Ҡыуаныслы ваҡиға!

Бер съезда ике көн эсендә барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеү мөмкин түгел. Ә инде талаптарға килгәндә, улар үтәлмәҫлек түгел. Тик уларҙы беҙҙең өсөн берәү ҙә тормошҡа ашырмаясаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙең эште ойоштора белеүебеҙҙән, талапсанлыҡтан, һәләтлелектән тора.

Әлиә ДАУЫТОВА.




Читайте нас: