Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 11:46

Мәҫкәүҙә уғатарҙар байрамы үтте

Мәҫкәү ауылы Учалы районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ул Яйыҡ йылғаһы буйындағы күркәм генә бер башҡорт ауылы.

Мәҫкәү ауылы Учалы районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ул Яйыҡ йылғаһы буйындағы күркәм генә бер башҡорт ауылы.

Элекке мәсет урыны янына, 2015 йылда яңы мәсет ҡалҡып сыға. Ошо ауыл егете Юлай Хәйретдинов улы Айнур менән берлектә ауылда иман йорто төҙөүҙе үҙ өҫтәренә алалар, шулай уҡ ауыл халҡының дәрәү ярҙам итеүе был изге эште тиҙләттерә. Әсәһе хөрмәтенә Юлай Әхмәтйән улы Аллаһ йортона «Мөслимә» исемен бирә. Исеме килешеп тора!

Мәҫкәү халҡы һәр яҡлап әүҙем. Ауылдың ағинәйҙәре мәсеттең нуры булып һәр дини байрамдарҙы, йолалар-ҙы үткәреп торалар. Никах туйҙарында йәш ғаиләләргә изге өгөт - нәсихәттәр, исем ҡушыу тантаналарында балаға бәхетле оҙон ғүмер, ата-әсәһенә хәйерле бала булыуын теләп мөнәжәттәр, салауаттар әйтәләр. Ҡорбан, ураҙа, мәүлиттәр гөрләтеп үткәрелә. Ситтә йәшәүсе ауылдаштарға ла мәсет ишеге һәр ваҡыт асыҡ. Ҡорбандар салып, Ҡөръән уҡытып китәләр.

Ошо көндәрҙә ололарҙы ла балаларҙы ла бергә йыйған уғатарҙар байрамы мәсет майҙансығында үтте. Башҡорт халҡының йолаларын, тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеүгә был сара башланғыс булып тора. Йома намаҙынан һуң Радик хәҙрәттең фатихаһы менән байрам асылды.

Ауыл хәкимиәте бышлығы Закир Ғариповтың был сарала ҡатнашыуы халыҡҡа дәрт өҫтәне. Ошо байрамды үткәреүҙә ярҙамға «Мәргән уҡсылар» йәмғиәтенән Рөстәм Фазлетдинов һәм Илназ Үҙәнбаев килеп байрамды тағы ла йәмләндереп ебәрҙеләр. Наурыҙ мәктәбенән оҫталыҡтары менән бүлешергә Сергей менән Линар ҙа килде. Йәштәренә ҡарап балалар өс төркөмгә бүленделәр, ирҙәр һәм ҡатындар командалары булдырылды. Иң оло мәргән уҡсы 82 йәшлек Ҡадир Ғайсинға етеүсе булманы - бер атты берәгәй атты - 10 мәрәйҙе сәпәне. Афарин, олатай! Кескәй Зөлфиә Мөхәмәҙиева ла бәләкәс ҡыҙҙар араһында иң мәргәне булып сыҡты.

1 - 4-се класс малайҙары араһынан беренсе урынды Илназ Мөхәмәтов, икенселекте Радмир Байрамғәлин, өсөнсө урынды Мораҙым Мөхәмәҙиев, урта йәштәге балалар араһында: 1-се урынды Фидан Бүләков, 2-се урынды - Илнар Нурмөхәмәтов, 3-сө урынды Эрик Бапанин яуланылар.

Ҙур кластар араһында беренселекте Рөстәм Ильясов бер кемгә лә бирмәне, икенсене Илһам Шәғәрғазин, ә өсөнсөнө Фәнүр Заһиҙуллин менән Илшат Нурмөхәмәтов бүлештеләр. Ҡыҙҙар ҙа егеттәрҙән ҡалышманы. Розалия Ғәлина менән Зөмәрә Фазылова беренселектә, ә Луиза Мөхәмәҙиева икенсе урында.

Иң сәмләнеп ярышҡанда-ры ҡатын-ҡыҙҙар булды. Шулай итеп, Әлмира Бүләкова - беренселектә, икенсе урынды Гөлназ Шәғәрғазина менән Вилә Аллаярова бүлешһә, өсөнсөлөктө Гөлшат Лоҡманова менән Зилдә Мәүлитова бирмәнеләр. Ирҙәр араһында Булат Бүләков - беренсе, Радик Әхмәтов - икенсе, ҡу-наҡ егет өсөнсө урында.

Ярыш барышында уҡсы башҡорт батырҙарының исемдәрен, Салауат Юлаевтың «Уҡ» шиғырын, халҡыбыҙ-ҙың ошо темаға ҡағылышлы әйтем-мәҡәлдәрен, Ҡөръән сүрәләрен иҫкә төшөрҙөк. Һәр килгән балаға татлы приздар, ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ йәрминкә лә гөрләп үтте. Ҡорбан ашынан да һәр кем ауыҙ итте. Ҡәнәғәт ҡалдылар.

Берҙәмлектә - көс! Иман тергеҙеүҙә берлек кәрәк тигәндәй, ағинәйҙәр ҙә, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларының да ҡатнашыуы халыҡта ышаныс һәм киләсәккә өмөт уятмай ҡалмай.

Артабан да шундай изге байрамдарҙы мәсеттә дауам итергә кәрәк тигән ниәттә таралыштыҡ беҙ йыйындан.

Гөлгөл МӨХӘМӘҘИЕВА,
Наурыҙ ауылы.



Читайте нас: