Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

45 йыллыҡта ҡырҡ биш ветеран ине!

1990 йылдың йәмле май айы. Көн салт аяҙ. 9 Май - Бөйөк Еңеү көнө. Изге байрам!

1990 йылдың йәмле май айы. Көн салт аяҙ. 9 Май - Бөйөк Еңеү көнө. Изге байрам!

«Озерный» совхозы барлыҡҡа килгән дәүерҙәр. Яңы хужалыҡҡа ун өс ауыл ҡарай, ошо ауылдарҙа ниндәйҙер хикмәт менән Еңеүҙең 45 йыллығында 45 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнә ине, үҙенә күрә символ!

Клубта байрам тантанаһына килделәр. Һәр береһенең түштәрендә орден-миҙалдар сыңлай. Һуғыш яландарында әллә нисә яралар алып та, баштарын сал сәс ҡаплауға ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә йөҙҙәре шат, күңелдәре күтәренке һәм шат ине.

Байрамды матур үткәреүгә совхоз директоры Жәүәт Хәйретдинов, профком рәйесе Урал ағай Хажин, ауыл Советтары рәйестәре Роза Насирова (Амангилде), Шәүрә Әһлиуллина (Ҡаҙаҡҡол), Наил Алтынбаев (Озерный) күп көс һалдылар ул саҡта.

Фотолағы ветерандарҙың иң ололарына - Ғәлиәхмәр ауылынан Ғазыуан Ғәлин һәм Зәйнәкәйҙән Ҡауый Әминевҡа 79-ар йәш тулғайны. Ә иң йәштәре - Сормандан Фәсхетдин Ғәләүетдинов, Озерныйҙан Мәснәүи Вәлиев менән Ғәбделәүәл Мөхәмәтдиновтарға ни бары 65 йәш ине.

Үкенес, байрамға килеп тә, Ғирфан Хәкимов (Кәкүктән) һәм Кәтип Ниғмәтуллин (Озерныйҙан) был фотокадрға ниңәлер эләкмәгәндәр. Күрәһең, берәй таныш-белештәрен осратып, әңгәмә ҡорған мәлдәре булғандыр. Эйе, әлеге ваҡыттарҙағы һымаҡ киң ҡолас йәйеп билдәләнмәһә лә, Еңеү байрамдары йылы мөхиттә, күңелле үтә торғайны. Халҡыбыҙҙың аҫыл улдары - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәре иҫән-һау, сағыштырмаса сәләмәт ине бит әле.

Бөйөк Еңеү байрамы йылдың-йылы күләмлерәк, сағыуыраҡ итеп үткәрелә. Быйыл, Еңеүҙең 74 йыллығын ҡаршы алғанда, фотографиялағы бер генә ағай ҙа иҫән түгел инде! Ике взводлап яугирҙан яңғыҙ кеше лә арабыҙҙа ҡалманы. Һүрәттәге һәр кешенең исем-шәрифен хәтерләйем, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен байрам менән ҡотлайһы килә: тап улар, киләһе быуындар яҡшы йәшәһен өсөн был ағайҙар яуҙа ҡурҡыу белмәй алышты, һуңынан үҙҙәрен һис тә йәлләмәй ҡара эштә бил бөктөләр... Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын инде, хөрмәтле ағайҙар, беҙ һеҙҙе һаман да хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ!

Нәҡип ӘЙҮПОВ,
Озерный ауылы.



Читайте нас: