Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

Ошо девиз аҫтында уҙған шәмбе көнө бөтә республикала, бөтә илдә һәм күп кенә сит илдәрҙә башҡорт телендә диктант яҙыуҙар ойошторолдо.

Ошо девиз аҫтында уҙған шәмбе көнө бөтә республикала, бөтә илдә һәм күп кенә сит илдәрҙә башҡорт телендә диктант яҙыуҙар ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, быйыл туған телебеҙҙә диктант яҙыу бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә генә түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла кешеләр үҙ белемдәрен һынаны.
Халыҡ-ара башҡорт теле диктантында силәбеләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Милләттәштәребеҙ өлкәнең 20 ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт теленән белемен һананы. Силәбелә диктант ҡаланың дәүләт университетының Шәрҡиәт һәм Евразия факультеты бинаһында үтте. Был уҡыу йорто менән һуңғы осор башҡорт милли ойошмалары тығыҙ эшләй: башҡорт теле уҡытыусылары ултырышы уҙҙы, Зәйнулла ишанға арналған уҡыуҙар бында ойоштороу планлаштырылған, башҡорт теле бүлеген асыу ҡаралған. Силәбе өлкәһендә башҡорт теленән диктант бишенсе тапҡыр үтә. Быға тиклем ул, башлыса Златоуст ҡалаһында уҙғарылып килһә, ике йыл инде өлкә кимәленә сыҡты.
Диктант - телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙә, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: