Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, Учалы башҡорттары!

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында масштаблы һәм күркәм акция үтте.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында масштаблы һәм күркәм акция үтте.

18 май көнө Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейында һәм районыбыҙҙың егерме мәктәбе майҙансыҡтарында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ.

Акцияға төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән хакимиәт вәкилдәре, олоһо ла, кесеһе лә тигәндәй ҡушылдылар. Мәҫәлән, данлыҡлы «Хазина» фольклор төркөмө ағзалары күмәкләп килделәр, йәм һәм ҡот өҫтәнеләр.

Сәриә Әминова оҙайлы йылдар балалар баҡсаһында хеҙмәт иткән. Ә әле матур кейенеп, матур йылмайып диктант яҙырға килән. «Былтыр ишетмәйерәк ҡалдым шул, мотлаҡ килгән булыр инем, - ти ханым. - Быйыл иһә ашҡынып әхирәттәр менән бергә һынау тоторға килдек. Ниндәй билдәгә яҙа алыуым үҙем өсөн әллә ни мөһим түгел, минең өсөн иң мөһиме - башҡорт теленә ихтирам күрһәтеү». Эйе, күпселек кешеләргә ял көнөндә ҡайҙалыр барырға, баш эшләтеп көсәнергә мәжбүр иткән этәргес көс тап шул булғандыр - әсә теленә ихтирам, һөйөү күрһәтеү.

Рус теленән тоталь диктанттың ниңә популярлығы кәмей башланы? Башҡа сәбәптәрҙән тыш, самананан тыш ҡатмарлы текстар тәҡдим ителә, әйтерһең, барыһы ла «өтөр ғалимы», филолог булырға тейеш!

Башҡорт диктанты иһә быйыл ике төркөм өсөн айы-рым әҙерләнгән. Телде һәйбәт белгәндәр өсөн «Ағыла ҡурай моңо» тексын махсус рәүештә шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр яҙған. Телде яңы өйрәнә башлағандарға Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың «Өфө» яҙмаһы тәҡдим ителә. Һуңғыһын да ҡарап сыҡтыҡ - бигүк анһат түгел, киләһе йылда тағын да ябайлаштырыу зарур! Иң мөһиме - әсә теленә тартыла башлағандарҙы уйламаҫтан өркөтөп ҡуймау бит.

Рус теленән тоталь диктант үткәргәндә текст уҡыусыны «диктатор» тиһәләр, беҙҙең сарала был һүҙ ҡулланылманы. Бик мәслихәт. Эйе, алсаҡ йылмайып ҡаршылаған, яғымлы тауышының интонациялары менән дөрөҫ яҙырға ярҙамлашҡан, һуңынан рәхмәт әйтеп ҡалған ханымдарҙы «ҡаты хаким» һүҙенең омонимы менән атарға нисек кенә тел әйләнһен! Мәҫәлән, хәбәрсегеҙ һынау тотҡан төркөмдә 1-се Башҡорт лицейының уҡытыусыһы Гөлсинә Ғәбитова ихлас диктант яҙҙырҙы.

Гөлсинә Мөхтәр ҡыҙы сығышы менән Мәҫкәү ауылынан, хәҙер инде байтаҡ йылдар ҡала балаларына башҡорт телен төшөндөрә. Бындай мөғәллимә үткәргән һынауҙы үтеү беҙгә лә ауыр булманы - «бишле» алып, берсә ғорурланып һәм сабыйҙарса шатланып ҡайттыҡ.

Һуңынан рәсми рәүештә белдерелде - Учалыла 1421 кеше акцияла ҡатнашҡан. Бик күп бит, афарин, учалыар, тиеүҙән башҡа баһа юҡ! Был акцияның маҡсаты грамоталыҡ менән маҡтаныу түгел, маҡсат - телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, яҡшы мәғәнәлә модаға индереү. Шулай ҙа һуң-ғы фактты ла яҙғы килә: район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса баш белгесе Зилә Шәрәфетдинованың мәғлүмәттәре буйынса, күпселек ҡатнашыусылар «5» һәм «4» билдәләренә яҙа алған.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: