Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ғилем юлындағы баҙыҡ аҙымдар

1986 йыл… КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары М.С. Горбачев иғлан иткән үҙгәртеп ҡороу осорон кисергән буталсыҡ һәм ҡатмарлы мәл.

1986 йыл… КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары М.С. Горбачев иғлан иткән үҙгәртеп ҡороу осорон кисергән буталсыҡ һәм ҡатмарлы мәл.

Ҡәҙимгесә тормош дауам итте. Мәктәптәр төҙөлдө, ауыл ерендә лә ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә ине.

...Мин ул саҡта Яңы Байрамғол урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара инем. Бер көн телефон шылтыраны. Учалы район башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире Хәбибулла Вәлиәхмәт улы Ирмикимов:

- Рәүеф Вәлиевич, мәғариф министры Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова менән Байрамғол зонаһына юл тотабыҙ. Төп мәсьәлә - һеҙҙә типовой мәктәп төҙөү, урыныңда бул. «Байрамғол» совхозы директорын да эҙләп тап, партия, профком етәкселәренең дә булыуы мотлаҡ, - тине ул һәм трубканы һалды.

Миңә тиклем дә ауылдағы биш-алты иҫке бинанан торған урта мәктәпте әллә нисәмә комиссия ҡарап үткән, әммә яңы мәктәп төҙөү һуҙыла килгән ниңәлер.

Тәүҙә Озерныйҙа, һуңынан Наурыҙҙа аҡ кирбестән матур мәктәптәр ҡалҡып сыҡты. Әле булһа был белем йорттарын төҙөүҙә күп көс түккән мәктәп директорҙары Әхәт Батыршинды, Ғәбдерәүеф Ҡотоевты халыҡ маҡтап телгә ала. Сираттағы комиссия иҫке мәктәптең дә матди базаһын тикшереп, район, хужалыҡ етәкселәренең етди һәм эшлекле һөйләшеүҙәренән һуң, Яңы Байрамғол ауылында, ниһайәт, яңы мәктәп тө-ҙөләсәгенә шик ҡалманы.

Һуңғы һүҙҙе, әлбиттә, совхоз директоры Мөждәбә Барый улы Сафин әйтте.

- Беҙҙең халыҡ тырыш, мөмкинлектәр бар, балалар эшкә ынтылып тора, кадрҙар кәрәк, бының өсөн яҡшы белем алыу мотлаҡ, мәктәп бер йылдан әҙер булыр.

Әйтелгән һүҙ - атылған уҡ. Мөждәбә Барый улының вәғәҙәһе буш түгеллеген бө-тәһе лә белә. Оҫта, тәжрибәле етәксене, хужалыҡтың бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында янып йөрөгән, халыҡ хәстәрен даими ҡайғыртҡан директорҙы район, республика кимәлендә лә хөрмәт иттеләр.

Мәғариф бүлегендә һүҙҙән-һүҙ сығып Хәбибулла Вәлиәхмәт улы минән:

- Рәүеф, һине БДУ-ла Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев уҡыттымы? - тип һораны.

- Эйе, Әхмәр ағай башҡорт теленән лекциялар, семинарҙар алып барҙы, практик дәрестәргә йөрөттө, спорт эштәрендә лә беҙгә күҙ-ҡолаҡ булырға өлгөрә ине. Белорет педагогия училищеһынан һуң Яңы Байрамғол мәктәбендә лә эшләп китте, - тинем.

- Беләһеңдер, ул хәҙер обкомда фән һәм уҡыу йорттары буйынса бүлек мөдире вазифаһында эшләй. Үҙе БАС-СР юғары Советы депутаты. Бар ағайыңа, ауыҙыңа һуҡмаҫ, - тип кәңәш күндерҙе.

Өфөгә юлландым. Аҡ йорттоң ишеген ғүмеремдә беренсе тапҡыр асыуым. Һаҡта торған ҡарауыл егеткә ҡыҫылған тауышымды көсәйтеп:

- Мин Учалынан, Шаһиев, - тигән булам. - Мәктәп мәсьәләһе буйынса Әхмәр Мөхәмәтдин улына инергә ине.

Шул мәл тумбалағы телефон зырылданы.

- Учалынан мәктәп директоры Шаһиев килеп еттеме, килһә, миңә үткәрегеҙ, икенсе ҡатҡа, - тине бер тауыш.

Был, әлбиттә, Әхмәр ағайҙың тауышы ине. Һуңынан белдем, минең килеүҙе мәғариф бүлегенән Хәбибулла Вәлиәхмәт улы хәбәр иткән булып сыҡты.

- Иҫәнме, Шаһиев, әйҙә түрҙән, ултыр, тын ал. Бына һинең исем-шәрифеңде ишеткәс, шул иҫкә төштө әле. Һин бит уҡығанда арыу ғына яҙыша инең, ниңәлер шып туҡтап ҡуйҙың түгелме, әллә эш баҫамы? Иҫеңә төшөр әле, 5-се курста башҡорт - рус телдәренән мәктәптәрҙә студенттарҙың практик дәрес-тәре исем өсөн генә үткәре-лә тип «Ленинсы» гәзитендә тәңҡитләп сыҡҡайның. Ул ваҡытта Бәһейә апайың, Тереғолов ағайың зыр ҡубып, үпкәләп тә йөрөнө, шикелле. Йә, ярай, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй, хәлдәреңде һөйлә. Нисек унда тыуған яҡтар, гөрләйме, мине байрамғолдар иҫләйме, Азамат, Сәлим, Мо-таһар ағайҙар иҫән-һаумы, күп сәләм әйтерһең! - тине. - Рәүеф, изге эштәр менән йө-рөйһең, минең яҡтан һүҙ-форман ярҙамы тейер. Мә, яҙып ҡалдыр, - тип ҡағыҙ, ручка һондо ул миңә.

Мин үҙебеҙ хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр исемлеген ағайҙың ҡулына бирҙем. Ул шунда уҡ дүрт урынға: Өфөләге Госснабҡа, Кремль урамындағы (Черниковка) магазинға, Октябрьский, Сибай ҡалаларындағы базаларға шылтырата һалды.

Һүҙенең һуңында, айырата итеп: «Был мәктәп обком контролендә тора, онотмағыҙ!» - тиеүендә арыу ғына хикмәтле аңғартыу ҙа булы-уын һиҙеүе ҡыйын түгел ине.

Ҡоро һүҙ булманы, артабан да яҡташыбыҙҙың аныҡ ярҙамын күрҙек, вәғәҙә - иман тигәне шул булды, бер йылда совхоз дирекцияһы, партия ойошмаһы, эшселәр комитеты һәм башҡаларҙың транспорт мәсьәләләре буйынса тотҡарлыҡһыҙ ярҙамы һөҙөмтәһендә Учалы ҡалаһы 2-се төҙөлөш идаралығы (етәксеһе Х.Ғ. Әхмәтйәнова) ике ҡатлы яңы мәктәпте уҡыу йылына өлгөрттө. Шатлыҡлы ваҡиға!

Әхмәр Мөхәмәтдин улының еңел ҡулы менән ул йылдарҙа белем биреү учреждениелары, юғары уҡыу йорттары яңы һулыш алғандай булды. Һүҙемдең дауамында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле тел ғалимы, БДПУ профессоры Әхмәр Аҙнабаевтың тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәрлегенә, баҙыҡлы аҙымдарына ҡыҫҡаса күҙәтеү ниәте лә бар ине.

...Әхмәр Аҙнабаевтың бала сағы ғәжәп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡобағош ауылында үтә. Тыуған йылы - 1934 йыл, 23 май. Тәбиғәттең иң гүзәл мәлендә яҡты донъяға килә ул. Бәләкәй сағынан уҡ зирәк була.

Ҡаҙаҡҡол ауылының башланғыс мәктәбен тамамлай. Ауылдан ике тиҫтер йәш егет - Әхмәр һәм Марат Белорет педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлайҙар.

Әхмәр Аҙнабаев училищенан һуң бер йыл Яңы Байрамғол мәктәбендә эшләп ала. Белемгә сикһеҙ ынтылыш уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Яҡшы уҡый, спортта ла алдынғы була, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, разрядлы боксер булып өлгөрә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай, гәзит-журналдарға йыш яҙыша. Белорет педучилищеһында ике йыл уҡыта, ғилми эш менән ныҡлап шөғөлләнә.

1962 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында беренсе ғилми мәҡәләһе ташҡа баҫыла. Ҙур конкурста еңеп, Мәскәүҙәге РСФСР Педагогия фәндәре академияһы милли мәктәптәр институты эргәһендәге аспирантураға инә. Мәскәү уға яңы фән үрҙәренә ынтылырға илһам бирә, көс өҫтәй. Аспирантураны уңышлы тамамлағас, тел ғилеме методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1965 йылда йәш ғалимдың «Һөйләмдәрҙә айырымланған киҫәктәр» исемле китабы нәшер ителә. Шул уҡ йыл-дың 1 сентябренән БДУ-ның башҡорт теле кафедраһына ассистент вазифаһына эшкә саҡырыла. Уҡытыу эше ме-нән бер рәттән ғилми эше лә ҡушар атлай. Ул II класс өсөн «Туған тел» дәреслеген уҡыусы өҫтәленә килтереп һала.

1965-1971 йылдарҙа өлкән уҡытыусы доцент, филология факультеты деканы урынбаҫары, декан вазифаһын башҡара. Фән юлынан атлай.

Ә.М. Аҙнабаев фәнни эшмәкәрлеген берҙәм һәм әүҙем алып барҙы. 1989-2001 йылдарҙа ул БДПУ-ның фән эштәре буйынса проректоры булды. Уның инициативаһы менән был йылдарҙа 25 специальность буйынса аспирантура, ике һөнәри йүнәлештә докторантура, диссертация советы асылды. Эш һөҙөмтә-ләре лә ҡыуаныслы - бөгөн 75 фән докторы ғилем үрҙәрен яулай. Башҡорт теле кафедраһы мөдире вазифаһында ла абруйлы етәксе - ғалим булды. Был кафедра ул эшләгән осорҙа иң маһир, алдынғы кафедралар сафында атланы.

Ғалим-педагогтың ғилем багажы ла тос бөгөн. Ул - башҡорт тел ғилеме өлкәһендә өс монография, мәктәп, педучилище, юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле», «Башҡорт теле. Синтаксис: 6-8-се кластар өсөн», «Башҡорт теленең тарихи морфологияһы» (авторҙашы), «Историческая грамматика башкирского языка» монографияһы, «Сопостовительная грамматика русского и башкирского языков» (профессор Р.Х. Хәйруллина менән авторҙашы) һ.б. хеҙмәттәре уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың көндәлек дәреслегенә әйләнгән. Ғалимдың Vll кластар өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге республика кү-ләмендә үткәрелгән ҙур конкурста еңеп сығыуы ла күпте һөйләй. Профессор Ә.М. Аҙнабаевтың «Ҡушма һөйләм синтаксисы» исемле хеҙмәте лә нәшер ителде.

Әхмәр ағай тормош иптәше Флүрә Фәтхи ҡыҙы менән уңған ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән, төплө белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары Булат - республикала, уның сиктәрендә танылған ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор, БДУ-ла эшләй, тиҫтәләгән монография, китаптар, уҡыу курстары өсөн әсбаптар авторы.

Флүрә Фәтхи ҡыҙы милли мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләренә арналған дәреслектәр, методик ҡулланмалар, программалар, һүҙлектәр авторы. Уның ғилми-методик хеҙмәттәре бөгөн балаларҙың үҙаллы һәләтен үҫтереүҙә алыштырғыһыҙ тормош дәреслектәренә әйләнде.

Күренекле тел ғалимы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй юғары профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, арҙаҡлы яҡташыбыҙға ошо йылдың 23 майында 85 йәш тула. Тәбрикләйбеҙ!

Әлеге көндә лә абруйлы мәғариф ветераны йәштәр кеүек, артабан да шулай булһын!

Халыҡ мәғарифына арналған тынғыһыҙ ғүмер дауам итә, хеҙмәт иткән йылдар йылыһы күңелдә ҡала, ышаныслы аҙымдарҙан тәрән эҙҙәр хасил була.

Рәүеф ШАҺИЕВ,
Учалы ҡалаһы.




Читайте нас: