Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Эшләргә, эшләргә һәм эшләргә!»

Быйыл Мәскәүҙә хәҙер инде 4-се тапҡыр «Мисс Шәфҡәтлек» тигән матурлыҡ конкурсы үтте. Бик тә яҡшы конкурс: буй-һын ғына түгел, гүзәл заттың иң гүзәл һыҙаттары - мәрхәмәтлек үә хәстәрлелеккә әһәмиәт бирелә бит.

Быйыл Мәскәүҙә хәҙер инде 4-се тапҡыр «Мисс Шәфҡәтлек» тигән матурлыҡ конкурсы үтте. Бик тә яҡшы конкурс: буй-һын ғына түгел, гүзәл заттың иң гүзәл һыҙаттары - мәрхәмәтлек үә хәстәрлелеккә әһәмиәт бирелә бит.

Сибәр булыуынан тыш, хәйриә эштәре менән дә шөғөлләнгән яҡташыбыҙ, Учалы ауылында тыуып үҫкән, әле баш ҡалала йәшәгән Венера Билалова хаҡлы рәүештә «Икенсе Вице-Мисс» титулы һәм өсөнсө урынға лайыҡ булыуы шатлыҡлы.

Бынан тыш, Мәскәүҙең «Сәсән» ижад берекмәһе Өфөләге «Торатау» Конгресс-холл залында республиканың 100 йыллығына арнап масштаблы тамаша ойоштороуы хаҡында иҫкә алыу ҙа урынлы булыр. «Беҙ - бергә!» тип аталған концертты алып барыу хөрмәте шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙға күрһәтелә.

Тыуған яҡтарға ялға ҡайтҡан Венера Хәлит ҡыҙы менән осрашып һөйләштек.

Теүәл әйткәндә, Венера Билалова Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта тыуған. Әммә заманалар болғана башлағас, ата-әсәһе тыуған яҡтарға кире ҡайтыуҙы хуп күрә. Венера Хәлит ҡыҙы Учалыла үҫә, Учалы ауылы мәктәбендә белем ала, әсәһе Рәмзилә Мәснәүи ҡыҙы Ғәлиҡаева был белем усағында әле лә директорҙың административ-хужалыҡ өлөшө буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Төбәгебеҙгә ялға ҡайтҡан Венера Хәлит ҡыҙынан, биографияһы, фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынырға форсат булды.

- Силәбе педагогия колледжын тамамланым, ошо һөнәр буйынса эшләнем, һуңынан педагогия университетын тамамланым. Мин - социаль педагогика һәм социаль эш белгесе. Әле Мәскәүҙә йәшәйем, «Матурлыҡ индустрияһы» компанияһында хеҙмәт итәм, кейәүҙәмен.

- Ә ниндәй хәйриә эштәре менән шөғөлләнәһегеҙ?

- Ирекмән булараҡ, баш ҡалалағы бер приютҡа йөрөйөм, сабыйҙарҙы тәрбиәләү-ҙә ҡатнашам. Һәр кем, ваҡытына, һәләтенә ҡарап үҙ өлөшөн индерә ала.

Бына әле Учалы Балалыҡ йортонда булдым. Малайҙарға ир-ат менән аралашыу етмәй икән: бергәләп футбол-волейбол уйнау, ниндәйҙер һөнөргә өйрәтеү - кемдең күңеле киң, ошондай сауаплы эшкә тотона алалыр...

- Тормошта тағын нимәләр һеҙҙе ылыҡтыра?

- Төп ролдәрҙә булмаһа ла, кинола төшөү форсатын ысҡындырмаҫҡа тырышам! Оҙаҡламай «Зөләйхә күҙҙәрен аса» тигән билдәле роман буйынса нәфис фильм прокатҡа сығасаҡ. Мин дә унда күренеп ҡалдым. Фильмды төшөргәндә Чулпан Хамматова менән осрашырға тура килде, данлыҡлы актриса шул тиклем оҡшаны!

- Буй-һынығыҙға ҡарап, спорт менән дуҫ икәнлегегеҙ шик уятмай тиер инек.

- Йога, фитнес (шул уҡ физкультура инде - Авт.) менән ихлас шөғөлләнәм. Һәм бе-йергә яратам - Көнсығыш, Латин Америкаһы хореографиялары айырыуса күңелемә яҡын минең.

- Ә гәзит уҡыусы ҡатындарға берәй диета тураһында кәңәш бирмәҫһегеҙме?

- Минең бар диетам - күберәк хәрәкәт итеү! Ҡалаҡлап ҡаймаҡ һоғонам, ҡуйы ауыл һөтөн күтәрә эсәм, һимеҙ ҡалъяларҙан да тартынмайым - аҙағынан баш баҫып эшләһәң, тиргә батып спорт менән булһаң, ҡурҡыныс бер нимәһе юҡтыр. Ғөмүмән, кеше организмы камил ҡоролған бит ул - нимә һәм күпме ашарға кәрәклеген үҙе белдертә!

- Ә үҙегеҙ бешеренергә яратаһығыҙмы?

- Һәр хәлдә лә, ирем мин әҙерләгән борщтарҙы, ҡамыр аштарын ныҡ маҡтай. Башҡорт ризыҡтарын тейешенсә әҙерләргә өйрәнеү тураһында ла хыялланам, әммә әсәйем күҙәтеп торғанда ғына яҡшы килеп сыға, яңғыҙы тотонғанда - юҡ. Ярар, был маҡсатҡа ла ирешермен әле.

- Тормошта билдәле уңыштарға өлгәшкән кеше булараҡ, яҡташтарығыҙға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Беренсенән, эшләргә, эшләргә һәм эшләргә! Бер эштең дә хурлығы юҡ, заманында һауыт-һаба йыуыусы, официантка булып та хеҙмәт иттем, бер тирәм дә өҙөлөп төшөп ҡалманы. Киреһенсә, был өлкәләрҙә лә тәжрибә алдым, ә һәр тәжрибә - тик файҙаға ғына. Икенсенән, гел генә маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, уларға ирешеү өсөн көс йәлләмәҫкә, йүнсел, эшлекле булырға. Диванда һуҙылып ятыуҙан ары китмәйһең икән, һөрһөүҙән башҡа икенсе киләсәк булыуы икеле...

Һәм, өсөнсөнән ҡурҡмаҫҡа. Тормоштан, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Әйтәйек, Мәскәүҙәге тормош күптәрҙе шөрләтә. Ә мин был ҡалаға тәүге күреүҙән ғашиҡ булдым. Эйе, бында эш һәм тормош ритмы ныҡ көсөргәнешле, әммә берҙе был тәмде татығас, хәҙер миңә башҡа урындарҙа күңелһеҙ һымаҡ. Баш ҡалалағы башҡорт һәм татарҙар бергәрәк булырға, бер-беребеҙгә булышлыҡ итергә, тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа ынтылабыҙ. Өфөләге Конгресс-холл залында ҡуйған концерт - быға асыҡ дәлил, тамашасылар ныҡ йылы ҡабул иттеләр бит.

Эйе, барыбыҙ ҙа бергә булайыҡ, йәмәғәт!

Илфат ЯНБАЕВ.

Читайте нас: