Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ялҡынлы илһөйәр булды ул

Комсомольск мәктәбендә Урал Шәмиғолов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.

Комсомольск мәктәбендә Урал Шәмиғолов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.

Был эштең инициаторы һәм бағыусыһы - Учалы районының почетлы гражданы Ильяс Абдрахманов. Ә Урал Рәис улының кем икәнлеген яҡшы хәтерләйһегеҙҙер - 1964 йылда тыуған уҙаман Афғанстан һуғышы ветераны, хәрби миҙалдар менән наградлана. 1991 йылдан милицияла хеҙмәт итә башлай. Шул иҫәптән, 2001-2006 йылдарҙа Учалы эске эштәр бүлеген уңышлы етәкләгәс, БР Эске эштәр министры итеп үрләтелә. Тик бына мәкерле сир фани донъянан саманан тыш иртә алып китте типһә тимер өҙөрҙәй ғәйрәтле уҙаманды.

Моңһоу тантанала райондың хәрби комиссары Вадим Виноградов, ветерандар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, Урал Рәис улының ата-әсәһе, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары концерт программаһы әҙерләгән ине.

...заманында «Яйыҡ» гәзитендә Урал Рәис улы менән әңгәмәләр баҫыла торғайны, беҙҙең өсөн ишектәре һәр ваҡыт шар асыҡ булды. Башҡорт халҡының һәм Учалы районының тоғро улы, ялҡынлы илһөйәр булды, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Йәнең йәннәттә булһын, иптәш полковник!

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: