Балалар, йәштәр араһында суицид осраҡтары йышайыу, уларҙың бәғзеләре экстремизм-терроризмға бирелеүҙәре (Керчь, 2018, Пермь, Силәбе, Улан-Удэ, 2017, Көнбайыш илдәрендәге фажиғәләр һ.б. факттар) бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Яңы быуындың байтаҡ өлөшө инфантилизм һаҙлығына батып, ҡартайғансы «һаҡаллы бәпәй» булып ҡалыуҙары, исмаһам, үҙ яҙмыштары өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ситләшеүе лә һағайта.
Төрлө объектив-субъектив сәбәптәр менән бер рәттән, белем биреү учреждениелары заман талаптарына бигүк яраҡлаша алмауҙарын, яңы быуынды заман һынауҙарына лайыҡлы әҙерләмәүен билдәләргә тура килә.
Нилектән килеп сыға һуң был хәл? Сәбәптәр бихисап, шул иҫәптән:
- уҡыу процесында төрлө фән уҡытҡан белгестәр күп булып та, төплө әҙерлекле педагог-тәрбиәселәр булмау;
- уҡыу процесында тәрбиәүи функция юҡҡа сығарылыу. Юғары уҡыу йорттарында һәм урта мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу процесы сиктәрендә теге йәки был белем биреү буйынса хеҙмәтләндереү кимәленә төшөрөлөү;
- үҫмерҙәр проблемалары буйынса юғары квалификациялы белгестәр юҡлығы. Шул ваҡытта үҫеп килеүсе быуын үҙен уратып алған мәғлүмәт технологиялары (интернет, социаль селтәрҙәр, гаджеттар һәм башҡа) идеологик тәьҫире аҫтында ҡалды. Ә был мөнәсәбәттәргә әлеге ваҡытта ата-әсәләр ҙә, уҡыу йорттары ла, дәүләт структуралары ла бер нисек тә тәьҫир итмәй, сөнки уларҙың күбеһе яңы даирәләрҙе аңлап та еткермәйҙәр, йә ҡурҡалар.
Ҡытай әйтемен иҫкә алайыҡ: «Илде яулап алырға теләһәң - уның балаларын тәрбиәлә». Бер Германия кайзерының: «Һуғышта еңеүҙәр парта алдында уҡытыусылар менән яулана», - афоризмы ла киң билдәле.
Беҙҙең мәктәптәрҙәге хә-ҙерге белем биреү системаһы - беҙ, беҙҙең ата-әсәләребеҙ уҡығандың тап киреһе, тиергә мөмкиндер.
Балаларҙың аңын томан-ландырыу һәм зәғифләндереү беренсе кластарҙан уҡ алып барыла тиерлектер бит!
Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә тулыһынса сәләмәт балалар юҡ кимәлендә икәнлеге хаҡында хәбәр итте. Башта шуның ҡайһы бер сәбәптәренә төшөнөп ҡарайыҡ.
Бөйөк философтар, ғалимдар үҙҙәренең уҡыусылары менән дәрестәрен аяҡ өҫтө тороп үткәргәндәре мәғлүм. Кешегә оҙаҡ ултырыу хас түгел, иң яҡшы идеялар һәм уйҙар хәрәкәт иткәндә килә. Бер тороп, бер ултырып шөғөлләнгәндә ғилем яҡшыраҡ үҙләштерелә, умыртҡа һөйәге лә көмрәймәй.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә элекке заманаларҙағы кеүек каллиграфия - таҙа яҙыу фәне булмауы яҡшы түгел. Бындай ручкалар менән ҡара буяуға маныу уҡыусының йөрәк тибеше менән тап килә, ә яҙыу йөрәк ритмы менән тура килә һәм был баланың психик торошо нығыныуға килтерә.
Физкультура дәресе мәктәптәрҙә аҙнаһына тик ике генә тапҡыр үткәрелә, был күләм - исем өсөн генә! Шуны аңларға һәм күҙ уңында тоторға кәрәк: малайҙарҙың өлгөрөүе 11 йәштә башлана һәм 24 йәшкә тиклем дауам итә. Был арауыҡ ваҡытында үҫмерҙе тулыһынса физик яҡтан йөкмәтергә кәрәк, шул ваҡытта ғына энергетикаһы ыңғай йүнәлештә үҫешәсәк. Тик компьютер артында атыш уйындары уйнау ғына булһа, үҫмер менталь кимәлдә үлтерергә өйрәнә - ә был уның өлгөрөп етмәгән психикаһын ҡаҡшата. Һәм һөҙөмтә булараҡ - Керчь ҡалаһындағы кеүек төрлө террористик акттар.
Әгәр уҡыусы мәктәптәрҙә, һауыҡтырыу комплекстарында спорт түңәрәктәренә йөрөһә һәм үҫешһә, яҡшы һөҙөмтәләр көтөргә була: бала тартмай һәм эсмәй - быға ваҡыты юҡ, спорт та мөмкинселек бирмәй; ул урамда теләһә ҡайҙа йөрөмәйәсәк - баланың хәүефһеҙлеге; физик яҡтан нығына - сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, физкультура характерҙы үҙгәртә - сыныҡтыра, тимәк, ул үҙен генә түгел, яҡындарын да яҡлай аласаҡ; интернетта аралашыу өсөн ваҡыт кәмей, йәғни уға ситтән тәьҫир кәмей, ә контентты, баланың нимә ҡарағанын, кем менән аралашҡанын ата-әсәләр контролдә тота белмәйҙәр.
Билдәле булыуынса, бала тулы кимәлдә үҫешһен өсөн, уға тулы ғаилә талап ителә. Улының тәрбиәһе менән атаһы шөғөлләнергә тейеш. Психологтар, ата-әсә айырым йәшәгән осраҡта ла, әсәләргә балаһын күберәк атаһы менән аралаштырырға, баланы ир-егет сифаттарын үҫтереүсе спорт секцияларына, ир-егеттәргә хас булған намыҫ, ғәҙеллек, изге күңеллелек тойғоларын үҫтереүсе, көс һәм тәүәкәллек талап итеүсе булған спорт түңәрәктәренә йөрөтөргә кәңәш итә. Төп маҡсаты хайуан типлы психика төҙөлөшөн кеше психикаһы тибына үҙгәртеү.
Әгәр ҙә мәктәпте ғаилә күҙлегенән ҡараһаҡ, Әсәй бар, ә Атай юҡ булып килеп сыға. Йәғни баланы үҫтереү, тәрбиәләү - тулы түгел!
Беҙ мөһим урынды - малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың үҙләштереүе, аңлауы төрлөсә булыуын күҙ уңынан ысҡындырабыҙ.
Күптән түгел үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәрҙә бына нимә асыҡланған: 5 класта бергә ултырған ҡыҙҙар һәм малайҙарға хикәйә уҡығанда, материалды үҙләштереү һәм хәтерләү төрлөсә булған. Ҡыҙҙарҙы күберәк әҫәрҙең сағыу, матур, хисле яғы әүрәт-һә, малайҙарҙы күбеһенсә ҡатыраҡ, көслө, намыҫлы яғы ҡыҙыҡһындырған.
Шуға күрә кластарҙа бөтә уҡыусыларҙы - ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы бер тиңгә ҡуйып уҡытырға ярамай. Был уларҙа ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет сифаттары тәрбиәләүгә түгел, ә ниндәйҙер урталыҡ (Оно) тәрбиәләүгә килтерә!
Икенсе мөһим аспект - малайҙарҙа ир-егеттәр психотибын булдырыу.
99% мәктәптәрҙә уҡытыусы-педагогтар - ҡатын-ҡыҙҙар, тимәк, малайҙарҙы ир-егет итеп тәрбиәләү етерлек кимәлдә түгел. Педагог ҡатын-ҡыҙ булғанға күрә, уларҙа күберәк ҡатын-ҡыҙ психикаһы тәрбиәләнә лә инде.
Малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙар кеүек, ә ҡыҙҙар малайҙар ке-үек тота башлай. Һәм артабан: ир-егеттәр аҡса эшләүҙе ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә йөкмәтәләр һәм үҙҙәре диванда эшһеҙ ятып ваҡыт уҙғаралар, ә ҡатын-ҡыҙ барыһын да үҙ өҫтөндә тарта. Был проблема бик етди һәм уны хәл итергә кәрәк.
Проблеманы хәл итеүҙең юлы берәү - уҡыу-уҡытыу процесына теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ир-егеттәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, предприятие, КБ, фирма, лабораториялар етәкселәрен йәлеп итеү. Уңышлы кешеләр, Ғаилә йәнлеләр, Эшһөйәрҙәр, Атайҙар үҙҙәренең донъяға ҡарашын, ир-егеттәрсә фекерҙәрен уҡыусыларға еткерәсәк, үрнәк буласаҡтар.
Педагог эшенең абруйын күтәреү, юғары уҡыу йорттарына, мәктәптәргә күберәк ир-егеттәр йәлеп итеү маҡсатында иң әҙе 50 мең һум эш хаҡын билдәләү кәрәк, сөнки ир-ат - ғаилә башлығы, ғаиләне ҡараусы.
Шулай уҡ йәмғиәттә ир-егеткә иң килешкән төп профессияларҙың береһе - уҡытыусы, тигән имиджды нығытыу. Был йәмғиәттең социаль статусын бөтөнләйгә үҙгәртәсәк һәм үҫеп килеүсе быуынға янаған хәүефтәргә юл ҡуймаясаҡ, бөгөнгө көндә килеп тыуған экологик, социаль-ижтимағи, сәйәси, геополитик кризис-тарҙан сығарасаҡ. Шулай уҡ, элекке заманда булғанса, әрмеләге кеүек, рангылар табелен индереү һәм уларҙы вазифаларға бәйләү кәрәк. Йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреү дәүләт сәйәсәте, дәүләт әһәмиәтендәге эш бит. Уҡытыусы - дәүләт нигеҙҙәре һалыусы һөнәр.
Бөгөн беҙ балаларыбыҙға нимә бирәсәкбеҙ, яҡын киләсәктә тап шуны аласаҡбыҙ.
Ошоларҙан сығып, мәктәптәргә түбәндәгеләрҙе индереү кәрәк: 1) һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар индереү, шул иҫәптән: а) конторкалар (аяҡ үрә уҡырға мөмкинлек биргән өҫтәлдәр); б) ҡауырһынлы ручкалар (перьевые); 2) физкультураны аҙнаһында 4 дәрескә тиклем арттырыу; ир холҡо, Ватанды һәм яҡын-дарҙы һаҡларлыҡ ир холҡо тәрбиәләү өсөн башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен индереү; 3) ир-егет педагогтар нисбәтен арттырыу, башланғыс осорҙа - 50 процентҡа тиклем; 4) ҡыҙ һәм малайҙарҙы айырым кластарҙа, ләкин бер мәктәптә уҡытыу; 5) педагог уҡыусыларына мәғлүмәттәрҙе ятлатырға түгел, ә хаҡиҡәтте табыу методологияһына төшөндөрөргә тейеш. Имтихандар ваҡытында уҡыусыларҙың, студенттарҙың бөтә уҡыу материалдарын ҡулланыу, интернеттағы энциклопедик, мәғлүмәти сығанаҡтарҙы ҡулланыу мөмкинлеге булырға тейеш.
Бала ятлап алынған мәғлүмәт күләмен түгел, ә дөрөҫ яуапты табыуҙағы ижади по-тенциалын күрһәтергә тейеш. Педагогтар «тере энциклопедиялар» түгел, ә хаҡиҡәткә ынтылыусы һәм тормошта килеп сыҡҡан хәүеф-проблемаларҙы хәл итерлек ижади шәхес әҙерләргә тейеш.
Шамил БАТЫРШИН,
М. Аҡмула ис.БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы.
Әйткәндәй, Шамил Фәсхетдин улы Учалы районынан. Филология факультетының ҡытай бүлексәһен тамамлай. Стажировканы Пекин һәм Тяньцзын университеттарында үтә. 13 йыл Ҡытайҙа эшләй. Әле БДПУ һәм БДУ уҡытыусыһы.