Быйыл уҙғарылған район һабантуйында милли кейемдәр дефилеһында Бөйҙө ағинәйҙәре лайыҡлы I урын яуланы. Улар кейемдәрен А. Камалиеваның китабындағы боронғо өлгөләргә таянып теккәндәр.
Ағинәйҙәр ҡоронда үҙ тегенселәре бар. Улар - Әлфиә Тимерғәлина һәм Рәйлә Кәшәфүтдинова. Бергәләп ултырып итәктәрен, күлдәк яғаһын, ең остарын тәмбәрә ысулы менән сиктек. Камзулдар ҙа боронғо, тәңкәләре ҡор-ҡор итеп тегелгән, түшелдеректәр - үҙе бер ижад өлгөһө. Был беҙҙең йыл ярым эсендәге күләмле эш һөҙөмтәһе.
Рәсәй көнөндә Бөйҙө ағинәйҙәре Өфөлә уҙған «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып ҡайтты.
- Был көндө һауа торошо яҡшы булды. Кәйефтәр күтәренке, сараны ойоштороу кимәле юғары ине. Кеше күреп, үҙебеҙҙе күрһәтеп, йырлап, бейеп, күңел асып ҡайттыҡ, - ти иғинәйҙәр.
Милли костюмдар парадында теркәлгән ҡатнашыусылар ғына 2700 самаһы булды, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Өҫтәүенә, һуңынан улар рәтен милли кейемдәге өфөләр ҙә тулыландырҙы бит. Уҙған йылда, мәҫәлән, был сарала 1192 кеше ҡатнашҡан.
Был юлы ла күп милләтле республика үҙенең йомартлығын, ҡунаҡсыллығын тағы ла иҫбатланы. Байрамда сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар күп булды: төрөк, һинд, непал, удмурт, белорус, латыш, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, Африка халҡы һәм башҡалар. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килеүселәрҙең кейемдәренә һоҡланып, Башҡортостандың төп ағинәйе Гөлфиә Янбаева менән бергә фотоға төшөп, аралашып, дәртләнеп ҡайттыҡ.
«Арғымаҡ» төркөмөнөң сығыштарын ҡарап, ҙур хороводта йөрөгәс, байрамдың ҙур өлөшө тамамланды.
Бөйҙө ағинәйҙәре иртәнге һауынға ҡайтып өлгөрҙөләр.
Матди ярҙам күрһәткән мәҙәниәт бүлегенә, Мәрзиә Солтанбаеваға рәхмәтлебеҙ.
Зифа ӘСФӘНДИӘРОВА,
Бөйҙө ауылы.