Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
21 Июнь 2019, 12:59

Башҡортостандың алтын тауышы

Бер-бербеҙҙе байтаҡ йылдар күрмәгән класташтарыбыҙ менән осрашыу бик ҡыуаныслы, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа булды, сөнки беҙҙең вәғәҙәләшеп ҡуйған ниәтебеҙ бар ине. Үкенес...

Бер-бербеҙҙе байтаҡ йылдар күрмәгән класташтарыбыҙ менән осрашыу бик ҡыуаныслы, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа булды, сөнки беҙҙең вәғәҙәләшеп ҡуйған ниәтебеҙ бар ине. Үкенес...

Быйыл беҙҙең класташтарыбыҙҙың күбеһенең 60 йәшлек юбилейы, Әхәт Мортазиндың тәҡдиме менән, ошо байрамыбыҙҙы беҙ гөрләтеп, концерт ойоштороп ауыл клубында үткәрмәксе инек.

Ләкин тормош аяулы ла ҡайһы ваҡыт. Бәндә меңде уйлай, Аллаһы Тәғәлә - берҙе тигәндәй, быйыл беҙгә башҡа сәбәп менән - Әхәттең хәтер кисәһенә йыйылырға тура килде. Тормош аянысы...

Һәр ғүмерҙең үҙ

яҙмышы була,

Һәр кемдең дә була

тәҡдире,

Ахры тәҡдир үҙе

ҡушҡанғалыр,

Халҡың күңелендә

һин тере.

Иртәрәк китте арабыҙҙан беҙҙең яратҡан, аҡыллы, талантлы, шаян да һәм бик оло йөрәкле класташыбыҙ, ауылыбыҙҙың данын күтәреүсе, беҙҙең ғорурлығыбыҙ Әхәт Мотаһар улы Мортазин.

Минең уйлауымса, шул уҡ ваҡытта Әхәт бик бәхетлелер ҙә тием, сөнки уның данын, илем, халҡым, тыуған телем тип йәнен, көсөн аямайса эшләүен беҙҙең күңелдәребеҙгә еткереүсе, уның мәртәбәһен арттырыусы яҡын кешеһе, көслө рухлы, аҡыллы тормош иптәше, балалары - нәҫеле бар. Уның ҡатыны, «Юлдаш» радиоканалының директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева, Өфөлә бик ҙур сара, Әхәттең тормош юлын һү-рәтләгән, театрлаштырылған өҙөктәр менән биҙәлеп алып барылған йөкмәткеле хәтер кисәһен ойошторҙо.

Һуңынан «Ашҡына ғүмер...» китабын баҫтырып сығарҙы. Әлбиттә, ул был эшендә бик күп көсөн һалғандыр, китабында ла бит Тәнзиләнең бөтөн күңелен, күҙ йәштәрен дә һалып яҙылғанлығы һиҙелә. Беҙ ул китапты уҡып Әхәт менән яңынан осраштыҡ, уҡыған һайын йәнә осрашабыҙ, уның менән яҡындан һөйләшәбеҙме ни...

Рәхмәт һиңә, Тәнзилә еңгә, үҙеңдең көсөңдө аямайса ошондай ҙур эштәр алып барыуыңа, Әхәттең эшен данлап һин бит уның тыуған яҡтарының да мәртәбәһен арттыраһың. Һис шикһеҙ!

Беҙҙең ауылыбыҙҙа ла тарих уҡытыусыһы Рәмзиә Шаһиева бик ҙур, йөкмәткеле сара - Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһен уҙғарҙы. Уның ғаиләһен, ағай-энеләрен, беренсе уҡытыусыһы Фатима Таһированы, бала саҡта күрше генә йәшәгән ауылдашы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айыт-ҡолованы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенконы, класташтарын, курсташтарын, коллегаларын, ауыл халҡын саҡырҙы. Йылы хәтирәләр бик күп булды, күп яңғыраны.

Был кисә ауылыбыҙҙың тарихында ла ҙур, әһәмиәтле ваҡиға булды: Тәнзилә Үлмәҫбаева иғлан иткән Әхәт Мортазин исемендәге премияның беренсе лауреаты Тимур Вәлиуллин үҙенең лайыҡлы бүләген алды, Яңы Байрамғол ауылы мәктәбенә Әхәт Мортазин исемен биреү тигән тәҡдим булды һәм ауылда уның исемендә урам булдырыу тигән ҡарар иғлан ителде. Лайыҡлы тәҡдимдәр.

Беҙ, Әхәттең класташтары, кисәне ойошторыусыларға: сценарий авторы һәм матур итеп алып барыусы Рәмзиә Рафаэль ҡыҙына, электрон презентация яһаусы Йәмилә Харис ҡыҙына, мәҙәниәт йорто эшмәкәрҙәре Гөләйшә Мофассал ҡыҙына, музыкаль биҙәүсе-йырсы Сәмиғулла Радим улына, йырсылар Ил-дар Жамаловҡа, Илгиз Йомағоловҡа, Ләйсән Золотареваға, мәҙәниәт йортоның ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбленә, «Байрамғол егеттәре» исемле вокаль ансамблгә, ауыл ултырағы хәкимиәте башлығы Сажиҙә Шәүкәт ҡыҙына, Әхәттең ағай-энеләренә һәм хәтер кисәһенә йыйылған барлык ҡатнашыусыларға һәм барлыҡ ауыл халҡына бөтә күңелдән ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Беҙ һаман да Әхәтте яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Уның яҡты күңеле, һүрелмәҫ моңло тауышы һәр беребеҙҙең хәтерендә, әле лә беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй һәм йәшәйәсәк һәм халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәр!

Ләлә ХАЖИНА,

Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: