Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
25 Июнь 2019, 11:32

Бынамын тигән күркәм ғаилә!

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, гөрләтеп донъя көткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡландыра.

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, гөрләтеп донъя көткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡландыра.

Татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә, эшһөйәр, тәүфиҡлы, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре ауыл ҡото, тотҡаһы булып һанала. Ошондай матур ғаиләләрҙең береһе - минең олатайым һәм өләсәйемдәр ғаиләhе .

Малай Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Жеүәйрә һәм Закир Лоҡмановтарҙы өлгөлө ғаиләләр исемлегенә индерергә була. Улар йәштәрҙән ҡалышмай, тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя көтә. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәй-ҙәр. Уңған ғаиләнең йорт алды ла, баҡсаһы ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны башҡаларға ла өләшеп, таратып йәшәргә ярата минең олатайым менән өләсәйем.

Йәшәү осоронда дүрт бала тәрбиәләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тормош кисерәләр хеҙмәт ветерандары. Бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрен һәр саҡ еренә еткереп башҡаралар. Ғәҙәттә, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән парҙарҙы, силәгенә күрә ҡапҡасы, тип әйтергә ярата халыҡ.

Уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, бергәләп донъя ҡороуҙарына быйыл 62 йыл тулды. Закир олатайым өләсәйемә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм оҙаҡ та тормай, һоратып бара. Бер йыл үткәс, олатайымды армияға алалар, ә өләсәйем уны ҡыҙы менән өс йыл буйына көтөп ала. Олатайым йәштән тракторға ултырып, Ҡаҙағстанға сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртергә лә бара. Ләкин тыуған ауылын юҡһынып, кире ауылына ҡайта ул. Башҡа бер ваҡытта ла ауылын ҡалдырып, эш эҙләп сығып китмәй. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигән халыҡ мәҡәленең айышына төшөнә ул. Ҡунаҡҡа йыйылған һайын ҡабатларға ярата:

- Күпме иптәштәр оҙон аҡса эҙләп, сит яҡтарға сығып киттеләр. Күптәре йәшләй сит ерҙәрҙә фани донъяларға күстеләр, ҡайтҡандарының һаулыҡтары бөткәйне. Бушлай биш фатир бирһәләр ҙә, тыуған ауылымды ташлап китмәҫ инем һәм китмәнем дә, - тип дөрөҫлөгөнә инана ул.

Шөкөр, бынамын тигән өй һалып инәләр. 50 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар олатайымдың. Ябай тракторсынан бригадир вазифаһына тиклем үрләтелә, ауыл Советы секретары эшен дә башҡара. Ғүмере буйына ауыл депутаты була. Ысын коммунист булып, һаман да ғәҙеллек, дөрөҫлөктө яҡлап, ауыл өмәләрендә (ауылдаштарға һәйкәл ҡуйыу, зыярат кәртәләү, шишмә таҙартыу һ.б.) актив ҡатнашып йәшәй олатайым. Бар яҡтан да беҙгә өлгө ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, автомобилен дә, тракторын да йөрөтә, бесән дә эшләй, күп итеп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар.

- Хәрәкәттә - бәрәкәт, - тип ҡабатларға ярата ул.

Бушыраҡ ваҡытында гармунында уйнап, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йыр-лай. Оҙон көйлө йыр-моң конкурстарында актив ҡатнаша. Йәштәрең ары торһон! Әйткәндәй, ауылда иң олоһо хәҙер минең олатайым...

62 йыл элек килен булып төшөп, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта өләсәйем үҙенең тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Гел генә кешеләргә мөләйем булып, йылмайып торған яғымлы өләсә-йемде барыһы ла ярата, хөрмәт итә. Күптән түгел олатайыма - 84, өләсәйемә 80 йәш тулды. Ошо матур байрамда-ры айҡанлы, уларға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, матур тормошта оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.

Олатайым менән өләсәйем ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Йорт йәме булып тыуған өс ҡыҙ-ҙары һәм бер улдарына ҙур тәрбиә, белем биреп оло тормошҡа сығаралар. Бөгөн уларҙың балалары үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, атай-әсәйҙәре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙаллы тормош көтә. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен һөйөп туя алмайҙар. Һәр ваҡыт яҡшы теләктәр, изге уй-ниәттәр теләп, оҙатып ҡа-лалар балаларын.

Мин тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәгән өлгөлө ғаилә - олатайым һәм өләсәйем булыуы менән сик-һеҙ ғорурланам!

Ғаилә - йәшәү башланғысы, мөхәббәт һәм ихтирам сығанағы. Әҙәм балаһы ғаиләлә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр тыныс урын таба. Һәр ҡайһыбыҙ ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, донъя ҡорорға, бәхетле булырға килгән. «Матур ғаилә - ил күрке», - тиелә халыҡ мәҡәлендә лә. Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр тормошто биҙәй, уға сағыу нур өҫтәй.

62 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан Лоҡмановтар йәштәргә лә матур өлгө. «Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү мөһим», - ти улар, яңы ғаилә ҡорған йәштәргә ҡарап.

62 йыл - әйтеүе генә анһат, тимәк, 62 йылдың дүрт миҙгеле: ҡарлы-буранлы, ҡаты һыуыҡлы 62 ҡышын, ләйсән ямғырлы, бөрөгә тулышҡан, ынйы сәскәле 62 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 62 йәйен, 62 алтын көҙөн бергә ҡаршы алып, бергә үткәндәр. Иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе Жеүәйрә менән Закир Лоҡмановтарға ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә, ныҡлы һаулыҡта, татыулыҡта бергәләп йәшәргә яҙһын, тип теләйем, һеҙҙе хөрмәт итәм.

Илнар СОЛТАНОВ,

Сәфәр ауылы.

Читайте нас: