Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
5 Июль 2019, 11:00

Өлгө алырлыҡ йәштәр күп

Башҡорт телендә матур яңғырашлы, тәрән йөкмәткеле «афарин» тигән һүҙ бар. Урыҫ теленә тәржемәһе «молодец» тигәнде аңлата. Был һүҙҙе иң шәп кешеләрҙе ҙурлап хуплағанда ғына ҡулланабыҙ.

Башҡорт телендә матур яңғырашлы, тәрән йөкмәткеле «афарин» тигән һүҙ бар. Урыҫ теленә тәржемәһе «молодец» тигәнде аңлата. Был һүҙҙе иң шәп кешеләрҙе ҙурлап хуплағанда ғына ҡулланабыҙ.

Маҡсаты - даланлы

йәштәрҙе асыҡлау

Ике йыл элек «Учалинская газета» баҫмаһы биттәрендә «Афарин!» исеме аҫтында яңы социаль проект старт алғайны. Был сара тәү сиратта уҡыуҙа алдынғылыҡ бирмәгән, спорт яратҡан, йыр-бейеү менән шөғөлләнгән, шиғырҙар, йырҙар яҙған, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған һәм тағы ла бихисап иҫ киткес шөғөлдәре булған, ниндәйҙер эштә батырлыҡ ҡылған даланлы егет-ҡыҙҙарҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Улар тураһында гәзит биттәрендә ентекләп яҙылды. Ниһайәт, «Афарин» премияһының быйылғы еңеүселәре билдәле булды. Филармония сәхнәһендә ҡала-районыбыҙ мәктәптәренең биш сығарылыш класы уҡыусыһына Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры, «Учалинская газета» гәзитенең баш мөхәррире Фәнисә Таһирова проекттың бағыусылары исеменән дипломдар һәм бишәр мең һум аҡсалата премиялар тапшырҙы.

Мәктәп тормошонда

әүҙемдәргә

Проекттың бағыусылары - яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, «Техноплекс заводы» йәмғиәте директоры Фәрит Ғарифуллин, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының профсоюз комитеты рәйесе Амур Зәйнуллин, район Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Руслан Ғи-зетдинов һәм Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры Фәнисә Таһирова. Сауаплы эш!

Учалыбыҙҙа һәләтле, өлгө алырлыҡ йәштәребеҙ күп. Әлбиттә, премияға дәғүә итеүселәр бихисап ине. Уларҙың һәр береһен афариндың афариндары, тип әйтергә була. Был юлы иһә кәңәшләшкәндән һуң бер тауыштан дипломдарҙы мәктәпте тамамлаусыларға тапшырырға булдылар. Шәп идея, әлбиттә!

Премиялар: 1-се лицейҙан мәктәпте миҙалға тамамлаусы, химиянан Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған Анастасия Беляева, 5-се мәктәптән йәмғиәт һәм рус теленән Бөтә Рәсәй төбәк олимпиадалары еңеүсеһе, миҙалсы, моңло тауышлы Радмир Сәфәрғәлин. Әйткәндәй, Радмир кисәлә йырлап та ишеттерҙе. Уның иҫ киткес тауышына әҫәрләнеп, сихырланғандай ултырҙыҡ. Вәт, исмаһам, кешелә талант, Хоҙай уға аҡылды ла, моңдо ла йәлләмәй биргән.

Ғорурланабыҙ

улар менән

Артабанғы наградланыусыбыҙ өсөнсө лицейҙың сығарылыш класы уҡыусыһы, «КЭС-Баскет-2019» чемпионатының «Иң яҡшы уйынсыһы» титулы исемен йөрөтөүсе Артем Мөхәмәҙиев. Үҫмер һәүәҫкәр баскетболсы. Алтынсы класта уҡығанында дуҫы үҙе менән спортзалға саҡыра. Туп һуғыу шундуҡ оҡшап ҡала, күп тә үтмәй баскетбол секцияһына яҙыла. Быға тиклем Артем каратэ менән етди шөғөлләнгән була, шуға ауыр күнекмәләргә өйрәнеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Физик яҡтан көслө, таһыллы егет күп тә үтмәй оҫта уйынсыға әйләнә. Тәүге тренеры Владимир Ашмариндың кәңәштәрен әле лә яҡшы иҫләй. Остазы вафат булғас, үҫмерҙәр Оксана Ашмаринаның ҡул аҫтында шөғөлләнә башлайҙар. Әйткәндәй, «КЭС-Баскет»тың мәктәптән алып барлыҡ этап-тарында ла Артем турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла килә икән.

Рысай ауылынан ике тапҡыр Бөтә Рәсәй төбәк олимпиадаһы еңеүсеһе, Сочи ҡалаһында уҙған уҡыусыларҙың экология буйынса олимпиадаһында Башҡортостаныбыҙҙы вәкилләүсе Зилиә Зәйнәғәбдинова, өсөнсө лицейҙың сығарылыш класы уҡыусыһы, йәмғиәтте өйрәнеү һәм донъя һынлы мәҙәниәте фәндәренән Бөтә Рәсәй төбәк олимпиадалары еңеүсеһе Эльмира Әхмәтйәнова ла премияға лайыҡ булдылар. Афарин, егет-ҡыҙҙар! Уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: