Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
9 Июль 2019, 11:07

Алсаҡ та улар, ҡунаҡсыл да

Йәй миҙгеле етеү менән ауыл-ҡасабаларҙа матур һәм көтөп алынған байрамдар башлана.

Йәй миҙгеле етеү менән ауыл-ҡасабаларҙа матур һәм көтөп алынған байрамдар башлана.

«Ауыл көнө» йә булмаһа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» шулар рәтендә. Күптән түгел, мәҫәлән, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Урал ауылы халҡы ла ауылға нигеҙ һалыныуҙың 90 йыллығын гөрләтеп билдәләп үтте.

Ултыраҡтың тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, тәүге таяу ауылға 1929 йылдың 2 майында һуғылған, тип иҫәпләнә. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, һуңынан Шишмә райондарында йәшәүсе халыҡ, Учалы районында ерҙең иркен булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһының һәм Учалы районы хакимиәттәренең ҡарарҙары нигеҙендә Урал ауылына нигеҙ һалалар һәм «Урал» колхозы ойошторола, тип иҫәпләнә.

Ошо уҡ йылдың яҙында 23 ғаилә ағза булып колхозға инә. 50 кеше коллектив хужалыҡта иҫәпләнә. Үҙҙәренең уставы нигеҙендә, малдарын берләштереп, ат, һыйыр, ваҡ малдар, булған сбруй, арба һәм башҡа төр ваҡ инвентарҙарын тапшырып, яҙғы сәсеү эштәренә тотоналар. Тәүге сәсеү кампанияһын башҡарыу, әлбиттә, еңелдән булмай, сөнки сәсеүлектәрҙе орлоҡ менән тәьмин итеү өсөн күп көс һәм хәстәрлек талап ителә бит. Ерҙәрҙе һөрөү һәм уларҙы эшкәртеү, ғөмүмән, ҡул һәм ат көсө ярҙамында башҡарылған. Шуға ҡарамаҫтан, бер бөтөн булып ойошҡан коллективтың берҙәмлеге, тырышлығы һөҙөмтәһендә яҙғы ҡыр эштәре уңышлы башҡарыла, колхозсылар мул уңыш үҫтереп алыуға нигеҙ һала, тип бәйән ителә.

Йәйгеһен һәр ғаилә үҙҙәренә торлаҡ төҙөү эшенә тотона. Ситәндән үреп, төрлө ваҡ һарайҙар төҙөйҙәр, буралар хәстәрләп, үҙҙәренә уңайлы йәшәү шарттары булдыралар. Урал ауылы халҡы ауыл булып ойошоп йәшәй башлаған көндән алып эргә-тирәләге ултыраҡтағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булараҡ тарала уларҙың даны. Тәүге йылда уҡ балаларын Иманғол, Рәсүл, Ахун ауылдарындағы мәктәптәргә уҡырға бирәләр улар.

Урал ауылының юбилейы уңайынан ауылға нигеҙ һалыусыларҙың исемдәрен атау бер ҙә яҙыҡ булмаҫтыр. Мәрхәметдин Рәхимҡолов, Кәшәфетдин, Ямалетдин, Камалетдин, Имаметдин Ширғәлиндар, Ямалетдин Ғилманов, Низам Исламғолов, Хәбир Ишмөхәмәтов, Нәғимә Мөхәмәтова, Шәрәфетдин Сатлыҡов, Ғибәҙәт, Хәлил Шаймарҙановтар, Низам, Ғилаж Рәзәповтар, Лотфулла Шириязданов, Минниғәли Әхмәтйәнов, Заһит Сатлыҡов, Сәләх, Минһаж, Шәмсетдин Солтановтар ауылды булдырыуҙа, үҫтереүҙә күп көс һәм тырышлыҡ һалғандар, тип иҫәпләнә бөгөнгө көндә.

Күреүебеҙсә, ауылдың тарихы бай һәм йөкмәткеле. Юбилей тантанаһында уның үткәнен һәм бөгөнгөһөн Учалы районының почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны Рәшит Әхмәтйәнов йөкмәткеле итеп бәйән итте.

Иманғол ауыл Советынан алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлеге ваҡытта Урал ауылында 65 йорт хужалығы иҫәпләнә, 180 кеше йәшәй. Башлыса, әлбиттә, оло быуын вәкилдәре көн итә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа йәш ғаиләләрҙең күпләп ауылда йорт һалып төпләнеүҙәре ултыраҡтың киләсәге бар, тип өмөтлә-нергә ирек бирә. Шулай ғына була күрһен инде!

Белеүебеҙсә, ауыл, тәүге сиратта, үҙенең халҡы менән данлы була. Шуға ла юбилей саралары барышында унда йәшәүсе тырыштар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүселәр билдәләнеп, бүләктәр тапшырылып китте.

Төрлө номинацияларҙа ла дәртләндерҙеләр ойоштороусылар ауыл халҡын. Мәҫәлән, Урал ауылының иң оло кешеләре билдәләнде. Улар - Асия Ҡарасурина (94 йәш) менән Нәжибә Солтанова (90 йәш). Ағинәйҙәр юрғандар алып һөйөндө. Ултыраҡтың иң кесе гражданы, 40 көнлөк кенә Радмир Заһиров та иғтибарһыҙ ҡалманы байрам тантанаһында. Сабый ҙа бүләк алды.

Урал ауылында 53 йыл дауамында бергә йәшәүсе Фәниә һәм Марс Сәйҙуллиндар, яңы ғына өйләнешеп ғаилә усағына нигеҙ һалыусы Айгөл һәм Айҙар Успаевтар ҙа бүләкләнде байрамда. «Иң ҙур хужалыҡ» номинацияһында фермер, ауыл Советы депутаты Илшат Ҡотлобаев билдәләнде. Нәйрә һәм Риф Дәүләтовтарҙың йорто иһә иң өлгөлөһө тип танылды. Күҙҙең яуын алырлыҡ баҡса үҫтереүсе Хәнифә Зөбәйҙуллина ла иғтибарһыҙ ҡалманы.

Ауыл Советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойоштороусылар юбилей сараларына етди әҙерләнгәйне. Ауылды тәртипкә килтереү, буяп-таҙартыу тәңгәлендә ауыл халҡы ла һынатманы.

Фотолар менән биҙәп эшләнгән махсус күргәҙмәне генә алайыҡ. Уларҙа ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө асыҡ сағыла. Тәүге колхозсылар, хеҙмәт алдынғылары, күп балалы ғаиләләр, һуғыш ҡаһармандары һәм башҡалар урын алған. Тотош бер дәүер фотоларҙа сағылдырылған. Быны килгән ҡунаҡтар ҙа билдәләмәй ҡалманы. Район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллина уралдарҙың оло шатлығын уртаҡлашып, матур теләктәрен еткерҙе.

Районыбыҙҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары дауам итә. Ситтә йәшәүселәргә тыуған төйәген күреп китергә, ауылдаштары менән аралашырға яҡшы мөмкинлек ул.



Читайте нас: