Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
12 Июль 2019, 11:15

Алтын туйға ла барып еттеләр

Ике йәш йөрәктең бер-береһен табышып, бергә тормош ҡороуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла. Ә ошо никахыңды ярты быуат дауамында һаҡлап ҡалыу икеләтә бәхет.

Ике йәш йөрәктең бер-береһен табышып, бергә тормош ҡороуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла. Ә ошо никахыңды ярты быуат дауамында һаҡлап ҡалыу икеләтә бәхет.

Зөлфирә Шәрип ҡыҙы менән Фазыл Мофассал улы Абыҙгилдиндар бына 50 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп бер һуҡмаҡтан атлайҙар. Ярты быуат элек бергә уртаҡ оя ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштоң әсеһен, сөсөһөн дә бергә татып, барлыҡ туғандары, дуҫтары, яҡындары менән бергә ғүмер туйҙарын үткәрә улар ошо арала.

Ә бөтәһе лә ҡәҙимгесә, ябай ғына башлана. 60-сы йылдар аҙағында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе ҡушылған иң матур, хозур тәбиғәтле ерҙәрҙә тәү башлап осраша улар. Йөрәктәрҙә ҡабынған мөхәббәт ялҡынын хәтерләп, ейән-ейәнсәрҙәренә аманат итеп һөйләп алалар улар бөгөн дә ул мәлдәрҙе.

1961 йылдың 1 Май байрамына Зөлфирә Мулдаш ауылына ҡунаҡҡа килә, ошонда уҡ Фазыл да саҡырылған була. Ҡара ебәктәй елберләп торған оҙон сәсле сибәркәйҙе күреп, Фазыл һуштан яҙып ғашиҡ була. Зөлфирәнең йөрәгендә лә мөхәббәт осҡоно ҡабына. Ошо көндән һуң улар бер-береһен күрмәйенсә йәшәй алмайҙар һәм 1969 йылдың аҙағында туй үткәреп, матур донъя ҡоралар.

1971 йылда оло мөхәббәт емеше булып улдары Салауат, ә 1980 йылда ҡыҙҙары Венера тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Салауат Свердловск дәүләт урман техник институтында уҡый.

Силәбе ҡалаһында икенсе юғары белем ала. Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәй, Октябрь районында адвокаттар коллегияһын етәкләй. Уңышлы эшләп йөрөй.

Ә Венера ҡыҙҙары Мейәс ҡалаһында геология-тикшеренеү колледжын тамамлағандан һуң, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыуын ситтән тороп дауам итә. Ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында төпләнгәндәр улар.

Зөлфирә һәм Фазыл Абыҙгилдиндар ғүмерҙәренең алтын туйына килеп еттеләр. Улар бәхетле атай-әсәй, олатай-өләсәй булып балаларының, ейәндәренең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп йәшәйҙәр. Шатлыҡтар, ауырлыҡтар менән бергә уралып 50 йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған. Бына нимә тип хәтерләй Зөлфирә Шәрип ҡыҙы:

- Мин 1949 йылыдың 29 ғинуарында Первомайка ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә алты бала үҫтек. Мин баш бала булғас, донъя мәшәҡәттәре күберәк миңә эләкте. Ата-әсәйем ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны. Ҡул араһына инеү менән өй эштәрендә ярҙам иттем, туғандарымды ҡараштым. Мәктәптә 8 класты тамамлағас, Силәбе өлкәһендәге техникумға уҡырға индем.

Һөнәр үҙләштергәс, Мейәс ҡалаһындағы 15-се магазинда эш башланым. Учалы ҡалаһында, Арҡалыҡта ла эшләргә тура килде. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә намыҫыма тап төшөрмәнем. Почет грамоталарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым.

Ҡатынының һүҙҙәрен хуплап, Фазыл Мофассал улы ла тормош юлын байҡай:

- Биш балалы ғаиләлә мин дә баш бала булдым. Әсәйем яңғыҙы үҫтерҙе беҙҙе. Баш бала булараҡ, миңә ҡай саҡ туғандарым өсөн атай ролен дә үтәргә тура килде. Әсәйемә оло ярҙамсы булдым инде.

Мәктәптә яҡшы уҡыным. Һабаҡташтарым менән осрашһаҡ, әле лә мине шәп математик, тарихсы инең, тип иҫкә алалар. Шуға ла 10-сы класты бөткәс, мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта юғары уҡыу йортона инеү мөмкинселеге булманы, ҡыҙғаныс.

Тормош ауыр ине. 1964 йылда Совет Армияһы сафтарына саҡырылдым. Алдынғылар рәтендә булдым, шуға ла ғаиләмә армиянан Рәхмәт хаты ла ебәргәйнеләр. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Учалы ҡалаһындағы ул ваҡыттағы «Серп и молот» гәзитендә хәбәрсе булып эшләнем.

Ярты быуат элек яралған мөхәббәт тарихы бына шулай иҫтәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла, һоҡландырғыс та. Бик һирәктәргә генә эләгәлер бындай бәхет. Ярты быуат дауамында Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, фәрештәләрҙе көнләштереп, кешеләрҙе һоҡландырып донъя көтөүҙәрен дауам итә Абыҙгилдиндар. Ғаилә тигән атамаға тап төшөрмәйҙәр.

Бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтәләр. Ауылдаштары араһында ла хөрмәткә лайыҡ улар. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар.

Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән - мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын!

Венера ИБРАҺИМОВА,

Сорғот ҡалаһы.

Читайте нас: