Районыбыҙҙың төньяҡ-көнсығышында Мулдаш ауылы урынлашҡан. Ул Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Ауыл эргәһенән Ирәмәл йылғаһы аға. Йылға ауылдан 15-20 саҡрымлап Ҡылысбай тауынан башлана һәм Мейәс йылғаһына ҡушыла.
Ауылдың тирә-яғында Көсөк, Һөйөндөк, Мулдаҡай ауылдары һәм Силәбе өлкәһенең Архангельск, Красный, Октябрьск, Ленинск ауылдары урынлашҡан.
Тәбиғәттең иң гүзәл төбәктәренең береһе булған Мулдашта бынан ун ике йыл элек Даурат Динислам улы Хәлиуллин һәм ауыл активистары инициативаһы менән беренсе тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ойошторолғайны. Даурат Динислам улы оҙаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы, Һөйөндөк ауыл ултырағында хакимиәт башлығы, мәктәп директоры вазифаларын башҡарҙы.
Ул ваҡыттарҙан һуң күп йылдар үткән, ауылда ҡарт-ҡоролар һәм пенсия йәшендәге кешеләр генә ҡалған.
Быйыл ауылдаштарымдың Башҡортостаныбыҙҙың күп кенә төбәктәрендә үткәрелеп торған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәрергә йыйынғандарын ишеткәс, башта бер аҙ аптырабыраҡ ҡалдым. Ауылда бит хәҙер 45-50 самаһы ғына кеше көн күрә. Ә шулай ҙа ауылдың 5-6 кешенән генә торған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө һәр бер байрамды матур итеп билдәләп үтеүҙәрен ишетеп белә инем.
Мулдаш халҡы элек-электән тырыш, намыҫсан, егәрле бит ул. Ауыл старостаһы Са-лауат Хәҙисов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлфирә Абыҙгилдина, Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы Зәлифә Әбшәһитова йыйылып кәңәшләшкәндән һуң, байрамдың датаһы ла билдәләнә һәм дәррәү эш башлана. «Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк», - тигәндәй, бөтә нәмәне лә үҙ көстәре менән башҡарырға булалар. Һәр йорттан, шулай уҡ байрамға килергә теләк белдереүсе халыҡтан Зөлфирә Шәрип ҡыҙы иғәнә йыя ла башлай. Бағыусылар ҙа табыла: ошо ауылдың кейәүе Мозафар Ҡадиров сәхнә, эскәмйәләр кеүек кәрәк-яраҡ өсөн материал менән тәьмин итә. Байрам Аратау янындағы матур яланда ойошторолдо.
Шамил Сәйетгәрәев бәҙрәфтәр эшләне, 10 мең һум аҡса индерҙе. Николай Жоматаев 10 мең һум аҡса бүлде. Рәйсә Ҡужагилдинаның ейәне Радик Имаев клубтың баҡсаһын эшләтеү өсөн профнастил бүләк итте, хатта ауыл шишмәһен кәртәләүгә лә һалды.
Байрам майҙанында сәхнә, эскәмйәләр эшләүҙә Салауат Хәҙисов, Нәсих Фәхретдинов, Салауат Ҡужагилдин, Марат Нафиҡов, Рөстәм Ураҙаев, Ислам Ибраһимов ҙур тырышлыҡ күрһәттеләр.
Клуб баҡсаһын Салауат Ялалов, Илнур Фәхретдинов, Марсель, Марс, Винур Хәлиуллиндар сын яһау итеп эшләп ҡуйҙылар.Ҡатын-ҡыҙҙар Зөлфирә Абыҙгилдина, Зәлифә Фәхретдинова, Әнүзә Хәҙисова, Фәрзәнә Оморғолова, Алһыу Ҡотлобаева, Фәнилә Ибраһимова, Нәжибә Әйүпова йыш ҡына өмәләргә сығып, тирә-яҡты ҡыйҙан, сүп-сарҙан таҙарттылар.
Һәр береһе йорт-ерен буяны, йәмләне. Бигерәк тә Аратау урамындағы дүрт йорт береһенән-береһе матур. Ауылдаштарымдың гүзәл, мул тормошта йәшәүҙәре күңелдә сикһеҙ ҡыуаныс тыуҙыра. Афарин, мулдаштар!
Ниһайәт, байрам көнө лә яҡынлашты. Ауылымдан 20 генә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әүешкүл ауылында йәшәһәм дә ауылыма ҡайтҡан һайын күңел тулҡынлана, күҙҙәргә йәштәр тула, шиғри юлдар хасил була:
Яҙҙары ла матур ауылымдың,
Һалҡын ҡышы, алтын көҙө лә.
Ниңә? Белмәй йөрәк үҙе лә.
Шулай ҙа күңелдә һағайыу - халыҡ йыйылырмы?
Ә байрам үтәһе яланда халыҡ төркөмө! Бөтәһе лә матур кейенгән, йөҙҙәрендә йылмайыу, тулҡынланыу сағыла. Халыҡ ҡайҙан ғына килмәгән: Себерҙән дә, баш ҡалабыҙҙан да, Арғаяштан да - илебеҙҙең төрлө тарафтарынан ҡайтҡандар: 40-ар, 50-шәр йыл осрашмаған ауылдаштар ҡосаҡлашып күрешә, шатланыша, хатта, илаша.
Инеш өлөштән һуң мин үҙебеҙҙең ауыл тарихы менән таныштырырға йөрьәт иттем.
Мулдаш бик боронғо ауыл ул. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ул 1755 йылда барлыҡҡа килгән. Ғорур тауҙар араһында аҡҡан йәмле Ирәмәлебеҙ ярындағы был матур урындағы ауылға Мулдаш исемле ир уҙаманы нигеҙ һалған. Кем булған һуң ул? Белеүебеҙсә, ҡасандыр башҡорттар Арал диңгеҙенән алып Алтайға тиклемге ерҙәрҙә көн иткәндәр. Себер тарафтарында йәшәгән башҡорттар тарихта «Алтай һундары» булараҡ билдәле.
Себер башҡорттарының бер төркөмө, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, Уралға күсеп килгәндәр. Мөрсәлим исемле мырҙа ғаиләһе һәм күп һанлы нәҫел-нәсәбе менән әлеге Силәбе өлкәһенә ҡараған биләмәләрҙә - мул һыулы Йүрүҙән йылғаһының ике ярына урынлашҡан. Мөрсәлим мырҙаның ике улы: береһе - Мулдаш, икенсеһе Солтан исемле булған. Улдары буй еткергәс, мырҙа уларға үҙҙәренең күңелдәренә ятҡан ерҙе һайлап урынлашырға кәңәш биргән. Өлкән улы Мулдаш (1732 йылда тыуған) ошо иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтле төбәкте хуш күргән. Улы менән бергә бында Мөрсәлим мырҙа 100 кешене, шул иҫәптән, бер мулланы ла ебәргән. Мулдаштың мал-тыуары әлеге быуа (плотина) урынындағы аҡлан туп-тулы булған. Үҙе нигеҙ һалған ауыл-ды Мулдаш яратҡан улының исеме менән Абыҙгилде (1768 йылғы) тип атаған. Әйткәндәй, Мулдаштың тағы Мырҙа (1753-1801), Көсөк (1756-1816), Абҙаҡ (1771 йылғы), Йәноҙаҡ (1771 й.), Ҡорамша (1775) һәм Ғоморҙаҡ (1783 й.) исемле улдары булған. Абыҙгилденең улдарының береһе - Ғәбделвәхит, уның улы Мөхәмәҙғәли, уның улдары Мораҙғәли менән Мофаззал. Архивтарҙа һаҡланған документтар шуларҙы бәйән итә.
2015 йылда Хөриә Абыҙгилдина Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы ғалимы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованан Мулдаштың нәҫел шәжәрәһен матур итеп төҙөтә.
Мулдаш ауылында бер нисә ара булған: Юрмаҡайҙар араһы, Ҡарағалпаҡ араһы, Ырыҫбайҙар араһы.
Был аралар нәҫел, зат төшөнсәһенә тап киләләр. Мәҫәлән, юрмаҡайҙар араһы - Абыҙгилдиндар; ҡарағалпаҡтар араһы - Иштимеровтар; ырыҫбайҙар араһы - Ҡужагилдиндар. Бынан тыш та күп төрлө фамилиялы кешеләр йәшәй. Улары һуңынан күсеп килгән булырға тейеш. Ауылдың төп халҡы - башҡорттар.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылыбыҙ 112 улын оҙатҡан. 74-е һуғыш яланында ятып ҡалған, 38-е генә әйләнеп ҡайтҡан.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында учалылар ҙа һуғыша, уларҙың етәүһе - Мулдаштан: Вәлиәхмәт Ғәйнуллин, Ғәлиәхмәт Ғәйнуллин, Сәмшетдин Әхтәмов, Хаммат Ураҙаев, Әфтәх Хәйбуллин, Тайфур Ибраһимов, Абдулла Ибраһимов.
Бәләкәй генә ауыл ҙур ғалим-геолог - минерал фәндәре докторы Камил Ураҙаевты бүләк иткән. Оло шәхес!
Чернобыль электростанцияһы фажиғәләрен бөтөрөүҙә Алмат Абыҙгилдин, Жәүҙәт Хәлиуллин ҡатнашҡан. Улар икеһе лә радиация нурҙары һөҙөмтәһендә бик иртә гүр эйәһе булдылар. Икеһенә лә үҙ ваҡытында хөкүмәт наградалары тапшырылған.
Ауылдан сыҡҡан запастағы офицерҙар бар: Рәил Көсөкбаев, Санияр Ибраһимов, Сәғит һәм Байыҡ Хәҙисовтар, Иран Ҡужагилдин. Улар Совет Армияһында намыҫлы хеҙмәт иттеләр.
Ауылыбыҙҙа Мәрфүға һәм Һиҙиәт Хәлиуллиндар 10 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Мәрфүға өләсәй «Герой - әсә» исеменә лайыҡ. Балалары етеш, мул тормошта матур итеп донъя көтәләр, илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә ғүмер кисерәләр.
Мулдашта күркәм, данлы ғаиләлә бик күп. Уларҙың барыһын да телгә алмаһам, ғәфү үтенәм, бөтәһе тураһында ла тиерлек һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Барыһы ла оло маҡтауға лайыҡ.
Байрамды ойоштороуҙа Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы Зәлифә Әбшәһитова күп көс һалды. Шулай уҡ Илсеғол мәҙәниәт йортоноң баянсыһы Сәлим Йәшелбаев байрамды музыкаль яҡтан биҙәне. Зөлфиә Исрафилова матур итеп алып барҙы.
Республикала үткәрелгән «Һылыуҡай» конкурсында «Иң һығылмалы буй-һын» номинацияһында еңеп сыҡҡан Миләүшә Баязитова матур бейеүҙәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Эльза Рамаҙанова моңло йырҙары менән халыҡты әсир итте. Батырша Рамаҙанов көслө тауышы менән яланды яңғыратты. Тейешле белем алһа, бер ҙә Илдар Абдразаҡовтан кәм булмаҫ ине был егетебеҙ, тип ихлас һоҡландылар.
Байрамда төрлө уйындар уйнатылды. Ауылдаштарым тәмле аш ашап, сәй эсеп, бик ҡәнәғәт булып таралаштылар. Ә кискеһен клубта гармун, баян моңдарына бейеүҙәр таңға тиклем дауам итте.
Шулай итеп көтөп алынған байрам күңелдәрҙә һағышлы ла, ҡыуаныслы ла булып оҙаҡ һаҡланыр.
Әлфизә СӘЙФЕТДИНОВА,
Әүешкүл ауылы.