Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
6 Август 2019, 11:34

Сал тарихлы, ләкин йәштәрсә матур төйәк

БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» исемле конкурс ойоштора.

«БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» исемле конкурс ойоштора.

Еңеүселәргә тос гранттар рәүешендә премиялар вәғәҙә ителә. Учалы районынан Наурыҙ ауылы дәғүә итергә йыйына. Ошо уңайҙан ауылға экскурсия яһарға булдыҡ.

Нисә йәш һиңә,

Наурыҙ?

Ауыл аҡһаҡалы, тарихсы Алик Һибәтулла улы Байғарин төплө тарихи белешмә бирҙе. Ауылға данлыҡлы Ҡобағош сәсәндең тоҡомо, Ҡарас сәсәндең атаһы Ҡушҡилде 1610-1615 йылдарҙа нигеҙ һалған, тип ышаныслы рәүештә фараз ителә. Ауыл Ҡушкилде исемен йөрөтә. Ә бына 1776 йылғы тарихи документтар-ҙа тәүләп «Наурыҙ» атамаһы теркәлгән, ти. Был, күрәһең, Пугачев ихтилалынан һуң киң масштаблы исем үҙгәртеү кампанияһына бәйле. Хәйер, Наурыҙовтар исеме лә ихтирамға лайыҡ. Мәҫәлән, йөҙбашы Абдулнасир Наурыҙов Беренсе Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ менән дан яулай, Изге Анна ордены һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә, тигән мәғлүмәт бар.

Бөгөнгө көндә Наурыҙҙа 158 ихата иҫәпләнә, 470 кеше йәшәй. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, китапхана, фельдшер-акушер пункты эшләй. Халыҡ төп өлөштә йорт хужалыҡтары менән йә ситтә эшләп тамаҡ аҫрап матур көн итәләр.

Ауыл ифрат

матурайған

Хәбәрсенең яҙмышы шул инде - ҡайҙалыр бараһың да, тиҙерәк ҡайтыуҙы хәстәрләй башлайһың - күргән-белгәнде ашыға-ашыға яҙып бирергә кәрәк. Был тапҡырҙа иһә ҡабаланмайынса ғына ауыл буйлап йөрөргә форсат тейҙе. Ауыл һуңғы йылдарҙа ныҡ үҙгәргән, ыңғай яҡҡа үҙгәргән.

Ҡайһы бер төҙөкләндереү эштәрен барлап сығайыҡ:

2014 йыл. Зыярат кәртәһе алмаштырыла, фельдшер-акушер пункты тәҙрәләре, мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһы заманса яңыртыла;

2015 йыл. Балалар уйын май-ҙансығы ҡуйыла, Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл яҡшы ремонтлана;

2016 йыл. Мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башҡарыла, аҫылма күпер яңыртыла;

2017 йыл. Башҡаһынан тыш, ауыл осона матур итеп баннер (транспарант) ҡуйылған;

2018 йыл. Урам яҡтыртыуы модернизациялана, «Буржуй үҙәге»нә иҫтәлекле билдә ҡуйыла, ауылда ултыртылған йәш ағастар ныҡлап кәртәләнә.

Һәм башҡа күп. Ысынлап та күп! Ауыл аша үткән йырын өҫтөнән архитектур биҙәүескә тиң күпер (кемдер «Мөхәббәт күпере» тиһә, кемдер «Закир күпере» тип исем таҡҡан); Ҡарас сәсән иҫтәлегенә гранит обелиск, янында - зауыҡ менән ҡоролған беседка (Ҡарас сәсәндең ҡәбере лә табылды һәм кәртәләнде); матур итеп ҡоршалған һыу алыу колонкалары; пирамидаль тирәк, кедр ултыртылған аллеялар; хәлдән килгәнсә тәртипкә килтерелгән ауыл урамдары һәм башҡа. Барыһы ла кәрәк инде - ауылда йыл һайын Абдулнасир Наурыҙов иҫтәлегенә уғатарҙар турнирҙары үткәрелә башланы, «Ай, Уралым, Уралым!» фестивале лә ауыл Советы биләмәһендә үтә - күп кеше килә бында.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ - төҙөкләндереү эштәренең төп өлөшө өмә менән башҡарыла. Әйтәйек, Наурыҙҙың һоҡландырғыс йолаһы - 1 май көнө «Ауыл көтә улдарын» сараһын ойоштороу. Ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә тыуған төйәктәренә ҡайтып, төҙөкләндереү эштәре менән була, зыярат һәм һәйкәлдәр-ҙе тәрбиәләй. Ә кисен бала саҡ уйындарын уйнайҙар, «элеккесә» күңел асалар.

Әйткәндәй, Ишек алды тауы битендә һаман да ҡарауылда тороп, ауыл именлеген һаҡлаған һалдат (Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл) 1985 йылда төҙөлә. Алик Байғарин һәм Рәшиҙә Солтановаларҙың инициативаларын бар халыҡ дәррәү күтәреп ала ул саҡ. Авторҙары - Хәйҙәр Ғарипов менән Марат Таһиров атлы уҙамандар.

Ауылдың рухи үҙәге - «Асия» мәсете. Атеизм осоронда клуб итеп үҙгәртелгән, шунан һуң бик тиҙ арала янып көл-күмергә әйләнгән мәсеткә алмашҡа 2004 йылда ишектәрен аса. Хажи Ишмөхәмәт Усмановтың ғаиләһенең аҡсаһына барлыҡҡа килә был изге йорт.

Төҙөүҙә бөтә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Бына әле лә өмәләр йыйып, ғибәҙәтханаға төкәтмә ҡороуҙы тамамлап киләләр. Ҙур һәм күркәм бүлмәлә дини байрамдарҙа мәжлестәр ойоштороласаҡ - бик күп кеше һыйҙырышлы.

Мәсет имамы Рим хәҙрәт Ҡаһарманов - эш кешеһе. Заманында Белорет заводында ла хеҙмәт итә, шофер ҙа булып йөрөй, көтөү ҙә көтә. Иманға килеүе лә малсылыҡҡа бәйле: күҙ тейеп үлер хәлгә еткән тайға бер ағинәй доғалар уҡып өшкөргәс, малҡайҙың шундуҡ аяҡҡа баҫыуы уйланырға мәжбүр итә уны. Үҙе лә күпмелер ваҡыттан намаҙға баҫа. Әле лә, хәйер-саҙаҡа көтөп йәшәмәй, күпләп мал тота, ирекле янғын командаһында, ҡыштарын мәктәп ҡаҙанлығында эшләй. Хаҡ мосолман булараҡ игелекле кеше. Әйтәйек, ҡар яуҙымы, шундуҡ мини-тракторын ҡабыҙып урам таҙартырға тотона икән. Кемдер ҡапҡа алдын гөргән өсөн яғыулыҡҡа бирһә бирә, бирмәһә - Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн. Рим Шәйхетдин улы тормош иптәше Гүзәл Вассаф ҡыҙы менән өс ул, ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙрәт оло ғорурлыҡ менән билдәләне - ҡыҙының туйын хәмерһеҙ үткәргәндәр. Афарин!

Тирәклек - серле

урын ул

Наурыҙ ауылы улы, данлыҡлы композитор Абрар Ғабдрахмановтың ошо йырын беләһегеҙме икән һеҙ?

Аҡ тирәктәр, күк тирәктәр,

Һаман да зифа икән.

Яйығыма шыбыр-шыбыр

Серҙәрен сисә икән…

Эйе, «Наурыҙ» тип әйттеләрме, күпселек кешеләрҙең күҙ алдына йылға буйындағы тирәклек килеп баҫа. Серле, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәткән, илһам һәм көс биргән мәғрүр ағастар... Тәбиғәт ғибәҙәтханаһы тиерлектер, заманса әйткәндә, «место силы» - Ер-әсәнең әҙәм балаһына мөхәббәте айырыуса ныҡ тойолған серле урын был!

Ә тирә-яҡты йәшмә ишелеп ятҡан текә тауҙар уратҡан. Мистика белгестәре бер тауыштан раҫлай: йәшмә - төрлө боҙом-зәхмәттән, хәүеф-хәтәрҙән ышаныслы һаҡ. Ата-бабаларыбыҙ быны яҡшы тойомлағандыр инде. Оло кешеләрҙән һорашып белдек, борон заман бөтә халыҡ йола байрамдарын («Ҡарға бутҡаһы», «Теләк» һәм башҡа) тап ошо тирәклектә үткәрер булғандар бит. Нисә быуын, күпме кешенең изге уй-ниәттәре һәм хыялдары менән һуғарылған урын!

Тирәклек Яйыҡтың арғы ярында. Ҡаҙаҡ кисеүе йә тәүләп 1961 йылда хасил булған аҫмалы күпер аша ғына барып була унда. Советтар дәүерендә йылға аша ҡымыҙханаға, ял йортона ла йыш йөрөргә тура килә. Хәҙер был учреждениелар юҡ, ләкин 5-6 йыл элек, иҫке күпер тамам сафтан сыҡҡас, теге яҡҡа сығырға әллә ни йомош ҡалмаһа ла, халыҡ тынғы тапмай башланы.

Изге урын - тирәклектең тартыу көсө булғандыр был! Ярар ҙа, оҙаҡ ҡаңғыра торғас, 2016 йылда яңы күпер эленде. Тирәклек менән бер рәттән был ғәжәп күпер ҙә Наурыҙ ауылының ғәжәйеп бренды, башҡортса әйткәндә - йөҙөк ҡаштары була торғандыр.

Матур өйҙәр

күп бында

Ҡиәфәте күңелгә ятҡан, ҡупшы йорттар күп ауылда. «Иң-иң» тәрбиәлеһе кемдеке, тип һорағас, һәр саҡ йор һүҙле Закир Ғадинан улы ауыҙына һыу йотҡандай шымып, аптырап ҡалды. Эйе, әсә кешенән «....ҡайһы балаң һөйкөмлөрәк?» - тип һораған кеүегерәк яңғырағандыр һорауыбыҙ. Ауыл ултырағы башлығы иптәш Ғариповтың бер кемдең дә хәтерен ҡалдыраһы килмәй шул!

Шуға ла яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, ауыл буйлап йөрөгәндә Радик Әхмәтов, Илшат Саҙриев, Заһир Фәттәхов, Әҙһәм Ғарипов, Ринат Вәлиев, Сарим Мөжәүиров, Алмас Усманов, ололарҙан - Рәмил Солтанов, Рәүеф Ҡотоев һәм Алик Байғариндың торлаҡтары айырыуса ыңғай тәьҫир итте, тип әйтеү менән сикләнәйек. Закир Ғариповтың үҙенең йорто ла ыҡсым һәм ҡупшы. Яңыраҡ гәзиттә фотоһы баҫылған Нилә Исламованың ҡапҡаһы янына сәп элеп, уҡ атып күнегеүе лә битараф ҡалдырманы. Туҡтап, үҙебеҙ ҙә атып ҡараныҡ. Ситтән ҡарауы ғына анһат икән! Бер һүҙ менән, матур, йәнле Наурыҙ ауылы, ниндәй генә комиссия килмәһен, йөҙ ҡыҙармайынса ышаныслы алып барырлыҡ. Күҙ генә теймәһен!

Мәҡәләнең аҙағында шуны бәйән итке килә: ауыл кешеләре шатлана - Бөркөтоя тауы ҡаялары араһында һуңғы йылдарҙа бөркөттәр оя ҡора башлаған, ти. Элек есеме исеменә тура килмәгән ине бит. Бик яҡшы билдәлер был, боронғо ауылға элекке дан ҡайтыр, ҡот һәм ырыҫ өҫтәлер, тип ышанғы килә.



Читайте нас: