Башҡортостандан уғатарҙар Европала булып ҡайтты. Польшаның Голубь-Добжен ҡалаһында "Замок" тип аталған Европа турниры үтте.
Традицион яндан атышта 24 илдән 320 мәргән көс һынаштылар. Башҡортстанды вәкилләйҙәр - Юлай Ғәлиуллин, Хөрмәт Таһиров, Артур Батыршин һәм райондашыбыҙ Рәис Низаметдинов.
Яңы, таныш булмаған шарттарҙа тәүләп ҡатнашҡас, әлегә призер була алмаһалар ҙа ( Хөрмәт Таһиров шулай ҙа 7-се урын яулай), европалыларға тағын да "төнъяҡ амурһары" тураһында иҫкә төшөрҙөләр) Милли кейемдә йөрөүҙәрен, Рәис Жәүҙәт улының өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауын иҫәпкә алһаҡ, спорт ҡына түгел, әһәмиәтле мәҙәни миссия килеп сыҡҡан.
- йыры үҙенән-үҙе башҡа килә. Ысынлап та, маладистар!
Фотографиялар мәргән уҡсыларҙың сәхифәләренән алынды.