Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
26 Август 2019, 12:18

Беҙ мәктәпкә әҙерләнәбеҙ

Август айына аяҡ баҫыу менән, мәктәп баҙарҙары башлана. Каникулдағы уҡыусылар ҙа, быйыл белем һуҡмағына атлаясаҡ кескәй ҡыҙ һәм малайҙар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәпкә әҙерлек башлай. Бигерәк тә беренсе класҡа барыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар көндәрҙе һанап, тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ көндө көтәләр. Өҫтәүенә, ата-әсәһе алып ҡуйған күлдәк-костюмдарҙы тиҙерәк кейгеһе һәм дә ручка-дәфтәрҙәр тултырылған портфелде тиҙерәк тотҡоһо килә уларҙың. Йорттарына килгән һәр кешегә үҙҙәренең мәктәпкә әҙерлеген күрһәтергә ашҡыналар. Белем көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр балалары менән мәктәп йәрминкәләренә, зауыҡлы магазиндарға юллана. Берәүҙәр сифатлы әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынһа, икенселәр оторға тырыша, арзаныраҡ урындарҙы эҙләй.

Мәктәп мәшәҡәттәре аша үҙем йыл һайын үтәм. Быйыл ҡыҙым - бишенсе, улым беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһын ашаҡлап, уҡырға барасаҡ. Әйберҙе август айы тыуыу менән ала башланыҡ.

Иң тәүҙә Магнитогорск ҡалаһына барҙыҡ. Ундағы «Глория джинс», «Модис», «Остин», «Инсити», «Спорт мастер» кеүек зауыҡлы магазиндарҙа елле генә ташламалар бара ине. Бында йәнең нимә теләй, бөтә бар! Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн блузка-салбарҙарҙың ассортименты бигерәк ҙур. Мәҫәлән, биш мәктәп әйбере һайлаһаң, икәүһен бушлай алаһың. «Модис» магазинында ла һәр әйбергә 200 һумлыҡ ташлама яһайҙар. Спорт костюмының яҡшы сифатлыһын алдыҡ - 2500 һумлыҡ булды, «Детский мир» магазинындағы кроссовкиҙар 1300 һумға төштө. 200 һумға өс төрлө күлдәк, 100-шәр һумға галстуктар, 900 һумға свитер, 700 һумға алмашҡа салбар алып ҡайттыҡ. Костюм-салбарҙың сифатлыһы 4500 һумлыҡ булды. Портфелде ташлама менән 1500 һумға алдыҡ. Элек 3000 һум торған булған. Ҡыҙымды кейендереү өсөн 5 мең һум самаһы аҡса тотонолдо.

Рәсүлевтар ғаиләһе лә 1 сентябргә тулыһынса әҙер. Балаларының ҡыуанысының сиге юҡ. Эльза - бишенсе, Да-нияр тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ. «Мәктәпкә барыу - беҙҙең өсөн көтөп алынған ваҡиға», - ти йәш әсә. Ғаилә бюджетына ла ныҡлы ғына һуҡҡан. Даниярға кос-тюм ғына дүрт мең һумға, ә салбар 2000 һумға барып баҫа. Уны ҡалабыҙҙағы фирма магазинынан алғандар, ә Магнитогорск ҡалаһынан тағы 1000 һумға аҡ күлдәк, 300-шәр һумға алмашҡа күлдәктәр, 110-шар һумға ике галстук, 1300 һумға туфли, 1100 һумға свитер, 2000-гә - спорт костюмы, 1300-гә кроссовки алғандар.

Эльза ҡыҙҙары ла мәктәпкә барыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Ҡыҙҙарға әйбер ҙә күп кәрәк бит инде. Уны кейендерер өсөн 10 мең һумдан ашыу аҡса сарыф иткән Рәсүлевтар. Костюм, салбарҙан торған комплектты ҡалабыҙ магазинынан 1600 һумға, дүрт блузканы 1500 һумға, колготки, спорт формаһы һәм башҡа күп әйбер алғандар улар.

Лилиә Юлмөхәмәтова һатыусы булып эшләй. Ул ике балаһын мәктәпкә үҙе әҙерләй. «Бер үҙем генә эшләгәс, ҡыйынға тура килә. Аҙ ғына аҡсаны аҙыҡ-түлеккә лә, торлаҡ-комуналь хеҙмәттәренә лә еткерергә кәрәк. Беренсе сентябргә балаларҙы ла кейендерәһе бар. Шуға мин кешеләр кеүек Магнитогорск, Силәбе тип сапмайым, үҙебеҙҙәге магазиндарҙан осһоҙ хаҡҡа әйбер ҡарайым. Ҡыҙыма алты мең һумлыҡ кейем, уҡыу кәрәк-ярағы алдым. Әле бына блузка, сарафан, салбары ике меңгә төштө. Ул туфлийы ла, кедаһы ла, спорт костюмы ла кәрәк бит хәҙер. Блузка-юбка менән генә булмай», - ти ҡатын аптырап.

- Әлбиттә, яҡшыраҡ әйберҙәрҙе алырға тырышаһың. Юҡ, ҡытай тауарына әйләнеп тә ҡарағым килмәй. Минең өсөн алған әйберҙең сифатлы ла, уңайлылығы ла, артыҡ ҡиммәт тә булмауы мөһим. Иң беренсе сиратта төрлө сауҙа нөктәләрендәге хаҡтарҙы сағыштырып ҡарап сыҡтым. Беҙҙең мәктәптә барыһы өсөн дә бер төрлө форма булырға тейеш, ҡыҙҙар өсөн жилет, жакет һәм юбка 2300 һумға төштө. «Юничел» магазинынан 1000 һумға туфли алдыҡ, блузка - 550, аҡ водолазка - 450, аҡ колготки 155 һумлыҡ булды. Әле берәрҙе генә алдым, алмашҡа ла кәрәк бит әле.

Портфелдең һәйбәтерәген алам тиһәң, 1000-1200 һум аҡса кәрәк. Алаһы әйберҙәр күп әле. Белмәйем, баланы тулыһын-са әҙерләү өсөн 10-15 мең һум ғына аҡса китәлер ул, - тип самалай Гөлназ Тимерова.

Йыл һайын мәктәп формаһының, портфелдәрҙең төрлөлөгө, сифаты ла арта. «Һайланған һаҙға батҡан» тиһәләр ҙә, уҡыусыларҙы аңларға була - Белем көнөн яҡшы кәйеф менән матур ҡаршыларға теләйҙәр. Мәктәпкә әҙерлек барышында балалар һәр ва-ҡыттағыса ата-әсәлеренә «тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға» һүҙ бирә. Изге маҡсатты тормошҡа ашырырға күп ҡалманы. Күңелле каникулдың һуңғы аҙнаһы башлана.

Әйткәндәй, «РИА Новости» агентлығы хәбәр итеүенсә, Красноярск һәм Новосибирскиҙа йәшәүсе ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләүҙә барыһынан да күберәк аҡса тотонған - һәр уҡыусы өсөн 19 мең һум. Мәскәүҙәрҙең сығымы - 18-17 мең, ҡазандарҙың 15 мең һум тәшкил иткән.

Шулай уҡ Өфө, Екатеринбург, Дондағы Ростов ҡалаларында балаларҙы мәктәпкә әҙерләү 8 мең һумдан күберәккә төшкән. Пермдә ул уртаса 6,5 мең һум тәшкил иткән.



Читайте нас: