Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
6 Сентябрь 2019, 11:52

Хәүефһеҙлек тап үҙебеҙҙең ҡулда

Тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө хәүеф-хәтәр бер кемде лә аямай. Әленән-әле сығып торған янғындар, күп ҡатлы йорттарҙа газ шартлауҙар һәр кемдән уяулыҡ, әҙерлек талап итә. Эйе, хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы.

Тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө хәүеф-хәтәр бер кемде лә аямай. Әленән-әле сығып торған янғындар, күп ҡатлы йорттарҙа газ шартлауҙар һәр кемдән уяулыҡ, әҙерлек талап итә. Эйе, хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы.

Һуңғы мәлдәрҙә илдә, республикала балалар ғүмерен һаҡлау проблемаһы беренсе урынға сығыуы билдәле. Ҡалабыҙҙа ла уҡыу йылы башланыу менән һәр йылдағыса мәҙәниәт һәм ял паркы алдында Хәүефһеҙлек көнө гөрләп үтте.

Мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Салахутдинов сәләмләне һәм хәүефһеҙлек көнөнөң районыбыҙҙа инде традицион күренешкә әйләнеүен билдәләп үтте.

Янғын һүндереүселәрҙең, Эске эштәр министрлығының, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенең, «Газпром газорас-пределение Уфа» йәмғиәтенең Учалы филиалы, автомәктәптең һәм башҡа хеҙмәттәрҙең махсус техникалары килтерелеп, күләмле күргәҙмә ойошторолдо.

Һәр ҡайһыһының янында аңлатып-төшөндөрөп торҙолар. Балалар ныҡ ҡыҙыҡһындылар, водолаз костюмдарын тотоп-тотоп, ҡайһы бер махсус кейемдәрҙе кейеп тә ҡаранылар, полиция автомобиленә кереп ултырҙылар. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең махсус кейемдәре, «рукав»тар менән нисек эшләүҙәрен һөйләһәләр, газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре кескәй учалыларға көнкүрештә газ менән тотоноу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре шахтала, ҡойола йә иһә люктарҙа бәләгә тарыған кешене ҡотҡарыу ҡоролмаһының нисек эшләүен ентекләп күрһәттеләр.

«Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре иһә зыян күреүсе тын алмаған, йөрәге типмәгән осраҡта яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж эшләү алымдарын манекенда эшләп күрһәтте. Уҡыусылар үҙҙәре лә тыңлап ҡына ҡалманы, төрлө хәлдәргә осрағанда, ниндәй ярҙам күрһәтеү хаҡында һорауҙар бирҙеләр.

Балалар был көндө үҙҙәрен ысын ҡотҡарыусы итеп хис итеү мөмкинлеге алды.

Ҡаланың өсөнсө лицейы уҡыусылары һүҙҙәренән, был әһәмиәтле сара уларға бик оҡшаған. Махсус техникаларҙың эсенә кереп ултырыу, янғын һүндереүселәрҙең эшен күҙәтеү малайҙарҙың күңелдәренә бигерәк хуш килгән, ҡәнәғәт ҡалғандар.

Уҡыусылар араһында янғын һүндереү буйынса ярыш, төрлө викторина һәм конкурстар ойошторолдо.

Яңы уҡыу йылы башланды. Тап ошо ваҡытта уҡыусылар ҡарауһыҙ ҡала ла инде - мәктәптән ҡайтҡас, ата-әсәләре эштән килгәнсе өйҙә яңғыҙы ултыралар. Өйҙәге электр приборҙары, газ плиталары, шырпы - барыһы ла улар ҡарамағында. Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағи-ҙәләренә өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә - быларҙың барыһы тураһында ла өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки янғын беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, уның тирә-яҡҡа һәм балаларға ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламауҙан килеп сыға бит.


Читайте нас: