Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
9 Сентябрь 2019, 13:05

Башҡортостанда һайлауҙа бюллетендәрҙең 90,71% эшкәрткәндән һуң Радий Хәбиров алда бара

Бюллетендәрҙең 90,71% эшкәрткәндән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың алда барыуы билдәле булды. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, республика етәксеһе һайлаусыларҙың 81,97% тауышын йыйған.

Икенсе урында — КПРФ-тан төбәк башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ҡотлоғужин. Коммунист 6,87% йыя. Артабан ЛДПР-ҙан ҡатнашыусы Иван Сухарев (4,62%), «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина (1,51%), «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьев (1,23%), «Рәсәй патриоттары»нан Рәфис Ҡадиров (1,1%), «Граждандар көсө»нән Владимир Барабаш (0,97%) һәм «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»нан Владимир Кобзев (0,82%) килә.

«Башинформ» агентлығы 8 сентябрҙә республикала һайлауҙа халыҡтың 70,35% ҡатнашыуы тураһында белдерә.
Читайте нас: