Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
20 Сентябрь 2019, 12:07

Асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек

Ил алдында торған оло бурыс - Рәсәйҙәге бөтә халыҡтарҙың һәр береһенең милли-мәҙәни берҙәйлеген (идентичность) һаҡлап ҡалыу, үҫешһендәр өсөн шарттар булдырыу. Кире осраҡта экстремизм, сепаратизм, милләтселек кеүек хәүефле тенденциялар баш күтәреүе мөмкин.

Ил алдында торған оло бурыс - Рәсәйҙәге бөтә халыҡтарҙың һәр береһенең милли-мәҙәни берҙәйлеген (идентичность) һаҡлап ҡалыу, үҫешһендәр өсөн шарттар булдырыу. Кире осраҡта экстремизм, сепаратизм, милләтселек кеүек хәүефле тенден-циялар баш күтәреүе мөмкин.


Сәбәп һәм

эҙемтә


Рәсәйҙә нисәмә быуат бихисап халыҡтар айырым халыҡ булып һаҡланып килә, бының сәбәбе - мәҙәни-милли берҙәйлегебеҙҙе һаҡлай алғанбыҙ. Бының өсөн ирек бирелгән һәм бирелә. Бөгөнгө көндә, берҙәм Рәсәйҙә, ләкин үҙебеҙҙең дәүләт атрибутикаһы һәм үҙебеҙҙең биләмәләрҙә йәшәгән саҡта, милли мәҙәниәтте һаҡларға бөтә мөмкинлектәр бар, был осраҡта тел проблемаһы ла үҙенән-үҙе көн тәртибенән төшөп ҡаласаҡ. Тырышлыҡ кәрәк!

Башҡортостанда ла тел һаҡлау мәсьәләһе буйынса бәхәстәр ҡыҙа бара бит. Хатта, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет та был һорау буйынса фекерен белдерҙе. Башҡорттарҙың Бөтә Донъя ҡоролтайында ла тел мәсьәләләренә тотош сессия бағышланды, әммә аныҡ ҡына әйтелмәне - беҙ телебеҙҙе онота башлауҙың сәбәбе ниҙә? Ниңә улай килеп сыҡты һәм туған телде һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк һуң беҙгә?

Нимә ул тел? Кешеләр аралашыу, бер-береһенә фекер үә хис-тойғоларҙы аңлатыу өсөн ҡулланылған символдарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағи-ҙәләренән торған система.

Мәҙәниәт - кеше эшмәкәрлеге йыйылмаһының нығынған формалары, иҡтисади, йәмәғәт һәм рухи ҡаҙаныштар берҙәмлеге. Мәҙәниәт сәнғәт йыйылмаһы ғына түгел, ә кеше үҙен нисек тоторға тейешлекте программалаштырған система.

Тема, ысынлап та, көнүҙәк. Ҡала йәштәре туған башҡорт телендә һөйләшмәй, ауылдан килгәндәр генә аралаша. Мәктәптәрҙә уҡырға теләк артыҡ юҡ, күбеһе исем өсөн генә йөрөй. «Ярҙам күрһәтергә кәрәк!»- тип оран һалыусылар күп, башлыса дәрестәр һанын арттырырға тәҡдим ителә. Минеңсә, былай административ-команд алым менән тотоноу файҙаға ҡарағанда зыянды күберәк килтерә, кәртәгә килтереп терәй. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, ниндәй тел өйрәнеү - тәү сиратта ата-әсәләрҙең бурысы һәм хоҡуғы. Мәжбүри итеүҙән генә бер кем дә ниндәйҙер телде һөйә башламаясаҡ, минең фекергә.

Һәр халыҡтың нигеҙе - милли мәҙәниәт (йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, традициялар, милли әхлаҡ һәм милли сәнғәт). Тел - ошо мәҙәниәттең сағылышы ғына икәнлекте онотмаҫҡа ине! Ниндәйҙер телде белеү үҙе генә ошо милләт кешеһенә әйләнеүҙе аңлата алмай. Ҡытай телен өйрәнгән башҡорт - ҡытай, инглиз телендә һупалаған рус - инглиз булып китмәй бит.

Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныу кәмей икән, был тәү сиратта башҡорт мәҙәниәте көрсөгө менән аңлатыла. Тел - тере организм, мәҙәниәттән өҙөлә икән, артабан йәшәй алмаясаҡ. Төрлө уйланмаған эксперименттар урынһыҙ. Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан латин алфавитын алып яңы-лыштылар, тип уйлайым. Ла-тин теле - үле тел бит! Әйткәндәй, Ҡытайҙа Синцзян-Уйғыр автономияһында латин алфавитын индерә башлағайнылар, ваҡытында аҡылға килеп ғәрәпсә яҙыуҙы ҡалдырҙылар. Башҡорт теле әлеге «кирил алфавитына» яраҡлашҡан, шуға ла йәштәребеҙ рус донъяһында үҙҙәрен иркен тоя. Әлбиттә, Көнбайышҡа (латин алфавитына) йә Көнсығышҡа (иероглифтарға) әүрәтеүселәр табылып тора, әммә иманым камил - башҡорт теле тик рус цивилизацияһы мөхитендә һаҡланып ҡала ала. Әлегә тиклем дә шулай булды бит.

Ә бөгөнгө көндәге төп проблемабыҙ - милли мәҙәниәттән ситләшә башлауыбыҙ. Милләт булып һаҡланыу, артабан да башҡорт телендә һөйләшеү дауам итһен өсөн төп шарт - барыбыҙҙың да милли мәҙәнилек кимәлен күтәреү, халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли әхлаҡ һәм милли сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы. Шунһыҙ файҙа булмаясаҡ. Ә был йәһәттә иң юғары приоритет - педагогика системаһы, мәғариф һәм тәрбиә.

Телде мәжбүри рәүештә өйрәтеп булмай! Ниңә мәктәп-тә күпме уҡытып та, инглиз телендә һөйләшә алғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ? Сәбәбе ябай - беҙҙә инглиз мөхите, инглиз мәҙәниәте юҡ. Ә рус телен үҙләштереү бик еңел бара.Сөнки беҙ рус мәҙәниәтендә, рус донъяһында йәшәйбеҙ. Һәм башҡорт менән рус мәҙәниәттәре төп асылда ныҡ оҡшаштар.

Проблеманың башында тел түгел, мәҙәниәт тора, тип ҡабатлап әйтәбеҙ. Миҫал кил-терәйек. 17 быуатта ғәрәп теле ныҡ популярға әйләнә. Ниңә тигәндә, был осорҙа алгебралағы күп ҡаҙаныштар ғәрәп мәҙәниәте базаһында барлыҡҡа килә.

Йә, әйтәйек, Әбүғәлисина (Әбү Али Хөсәйен ибн Абдуллаһ ибн әл-Хәсән ибн Али ибн Сина[) ғәрәп телендә яҙғас, бөйөк табиптың хеҙмәттәре менән ҡалған донъя ошо телдә таныша. Тап мәҙәниәт алға китеү сәбәпле 18-19 быуаттарҙа бөтә уҡымышлы кешеләр француз, һуңынан - немец телдәрен яҡшы белде. 20 быуатта сират инглиз теленә етте, хәҙер ҡытай мәҙәниәтенең, тап ошо арҡала ғына ҡытай теленең дә йоғонтоһо йылдан-йыл көсәйә бара.

Сәбәп менән эҙемтәләрҙе бутамайыҡ!

Мәҙәниәт тураһында онотоп, тик телде һаҡлау менән мауыҡҡан халыҡтар ҙа юҡ түгел, әммә һөҙөмтәлә милләт һаҡланыу түгел, яңы этнос, яңы сәйер психотиптар барлыҡҡа килә торған.
Әхлаҡ - мәҙәниәт

нигеҙе


Әхлаҡ - милли мәҙәниәтебеҙҙең нигеҙе. Нисәмә йыл элек «Урал-батыр» эпосында был өлкәгә ниндәй ҙур баһа һәм әһәмиәт бирелгән! Ике генә өҙөк килтерәйек:

«Олоно оло итегеҙ,

- Кәңәш алып йөрөгөҙ;

Кесене кесе итегеҙ,

- Кәңәш биреп йөрөгөҙ».

Урал-батырҙың һуңғы һүҙҙә-ре лә башҡорттарға аманат:

«Барығыҙға шуны әйтәм:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!»

Йәштәрҙә әхлаҡ тәрбиәләү, һәр кемебеҙ әҙәпле һәм тәртипле булырға, белемгә ынтылыу - милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереүгә бәрәбәр!

Заманса бишмәт-

еләндәр кәрәк!

Тышҡы ҡиәфәт тә есемгә йоғонто яһай. Һуңғы арала йәштәр араһында йыртыҡ джинсы кейеү модаға инде. Әммә хаҡы ни тиклем генә ҡиммәт булмаһын, ундай кейемдәге әҙәм ирекһеҙҙән урам асарбағы кеүек ҡылана башлай торған. Шул уҡ кеше костюм-галстукта булһа, үҙен күпкә әҙәплерәк, иплерәк тота. Милли мәҙәниәтте һаҡлауҙың бер ҡеүәтле юлы - милли кейем, кейем-һалымда милли орнамент-символиканы популярлаштырыу. Тик үкенес, милли кейем йә юҡ, йә заман талап-тарына яраҡлаштырылмаған.

Совет дәүерендә халыҡтар дуҫлығына бағышланған фестивалдәр йыш үтте, һәр этностың сағыу милли кейемдәрен күрергә, оторға мөмкин ине. Хәҙер юҡ кимәлендә.

Минең фекергә, эште урынынан ҡуҙғатыу өсөн Башҡортостанда Милли кейем аҙналығы үткәрергә ине. Башҡорт ҡына түгел, бөтә халыҡтарҙыҡын. Республика етәкселеге, депутаттар, башҡа абруйлы кешеләр был башланғысҡа ҡушылһа, үҙҙәре заманса милли кейем кейеп күрһәтһә, бик тиҙ модаға инәсәк, милли кейем теккән фирмалар эшмәкәрлектәрен киң йәйелдерәсәк. Милләт-ара аңлашыусанлыҡ, татыулыҡ артасағы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бәлки, тора бара Башҡортостан бөтә Рәсәй кимәлендә лә милли кейемдәр модаһы юлбашсыһына әйләнә алыр. Ысын инновация булыр!


Йомғаҡлау һүҙе

урынына


Үҙебеҙ генә түгел, башҡа халыҡтар ҙа башҡорт телен өйрәнһен, тип теләһәк, башта үҙебеҙгә үҙ мәҙәниәтебеҙгә яҡшылап төшөнөү, мәғариф ситемаһын тамырҙан камиллаштырыу (ошо хаҡта алдағы мәҡәләбеҙҙә яҙғайныҡ) зарур. Был осраҡта ғына милли мәҙәниәт һәм фәнде ҡалғандарға ла әүрәтерлек кимәлгә күтәрә алырбыҙ, тип уйлайым.

Мәҙәниәт ниңә әлеге хәлгә төшөүҙең сәбәбен аныҡлау өсөн ғилми тикшереүҙәр үткәреү ҙә зарур.

Үрҙә әйткәндән тыш, түбәндәге аҙымдар ҙа маҡсатҡа ярашлы булып күренә:

- телевидение аша йышыраҡ фольклорға, милли мәҙәниәткә нигеҙләнгән тамашалар күрһәтергә;

- мәктәптәрҙә, педагогик факультеттарҙа барыһын да милли бейеүҙәргә, йыр-моңға, милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтергә;

- интернет аша милли мәҙәниәтте таратырға;

- башҡорт теле белгестәре әҙерләгән факультеттарҙа башҡорт йолаларын, мәҙәниәтен уҡытыуға өҫтөнлөклө әһәмиәт бирергә кәрәктер;

- башҡорт теле факультеттарына башҡорт телен белмәгән абитуриенттарҙы ла ҡабул итеп, башлыса этнография аша телгә төшөндөрөргә;

- студенттарҙы йышыраҡ ауылдарға этнографик сәфәрҙәргә сығарырға. Тәбиғилеккә кире әйләнеү фарыз. Ҡала кешеһе өҫтән аҫҡа ҡарарға күнекһә лә, милли мәҙәниәт ауылда ғына һаҡлана, сөнки ауыл тәбиғәткә яҡын ята бит. Милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә һәр ҡайһыбыҙ ҡатнаша алалыр.

Шамил БАТЫРШИН,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның
өлкән уҡытыусыһы.



Читайте нас: