“Батыр, әйҙә, сәптең уртаһына ғына”, “Афарин, вәт, исмаһам, мәргән!”, “Был малай уҡсы булып тыуғандыр ул?”
Майҙан умарта күселәй геү килә. Кемде баяғынан бирле шулай күктәргә сөйөп маҡтайҙар икән? Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, кешеләрҙе этеп-төртөп тигәндәй, алға барам. Майҙан уртаһында аяҡтарын кирә баҫҡан, милли кейемдәге үҫмер, һалмаҡ ҡына кереш тартып уҡтарын бер-бер артлы сойорғота ғына. Башындағы түбәтәйе лә үҙенә килешеп тора. Хас та китаптарҙа һүрәтләнгән, боронғо яу батыры.
Батыр Хәйретдинов менән күптән танышмын. Минең ҡыҙым менән бер класта белем ала. Уның уҡтан атыу менән шөғөлләнә башлауы тураһында ла ҡыҙымдан белдем. Бер көн дәрестән “ах” та “ух” ҡайтып керҙе лә: “Әсәй, беләһеңме, беҙҙең Батыр уҡсылар түңәрәгенә йөрөй. Уҡ-һаҙағы ла бар, ниндәйҙер ярышта призлы урын да яулаған. Ул ысын башҡорт, эйе бит”, - тип теҙҙе. Бөгөн ошо шәп малай менән әңгәмәләшергә форсат тейҙе. Батыр Учалыбыҙҙың иң мәргән уҡсылары менән бергә Һәйтәк ауылында уҙған “Урағай уйындары”нда ла ҡатнашты.
Батыр 12 йәшен тултырған, ике йыл элек уҡ атыу менән шөғөлләнә башлаған.
- Телевизорҙан уҡ атыусыларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным. Улар кеүек булырға теләнем. Бер мәл Балалар ижады һарайында уҙған Асыҡ ишектәр көнөндә ошо спорт төрө буйынса түңәрәк ойошторолғанын белеп ҡалдым һәм бер ниндәй икеләнеүһеҙ яҙылып ҡайттым. Уҡ атыу, берҙән, физик көс, таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап итә торған бик ҡыҙыҡлы спорт төрө ул. Һаулыҡ өсөн файҙалы, күреү һәләтен яҡшырта. Уны, хатта, Ҡытайҙа мәктәп программаһында уҡыталар, тип тә ишеткәйнем. Кереште тартыу кешелә түҙемлелек, ныҡышмаллыҡ тәрбиәләй, тиҙәр остаздарым. Икенсенән, беҙҙең башҡорт батырҙары борон-борондан уҡсылары менән дан ҡаҙанған. Тренерым Рөстәм Теләүбирҙин ҡулы аҫтында шөғөлләнәм, уға рәхмәтлемен. Тағы бер тренерыбыҙ - Илдар Исхаҡов. Һуңғы ваҡытта балаларҙың түңәрәккә күпләп йөрөүҙәре шатландыра, тип һөйләй ул. Үҫмерҙең тарихты яҡшы белеүе һоҡландырҙы. Әйткәндәй, Батыр уҡыуҙа ла һынатмай. Барлыҡ фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ғилми эштәр яҙыу менән дә мәшғүл, төрлө конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Яҡындары ла улдарын дәртләндереп, һәр аҙымын ҡеүәтләп торалар. Әйткәндәй, әсәһе Галина ҡалабыҙҙа билдәле парикмахерҙарҙың береһе. Эш графигының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ярыштарға улы менән бергә йөрөргә тырыша. Йыш ҡына бағыусы булып та сығыш яһай. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Беҙ Батыр менән ярышта, клиенттарҙы ҡабул итмәй торам” тигән яҙыуҙы йыш күрергә була. Быны миҫал итеп юҡҡа килтермәйем, юғиһә күптәр аҡса эшләйем тип, балалары тураһында бөтөнләй онотоп ебәрәләр бит. Ханым “Урағай уйындары”нан да ситтә ҡалмаған. Улының уңыштары менән ихлас уртаҡлашты.
- Июнь айында ғына Өфөлә 3D форматтан уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогы өсөн ярышта беренсе урын алып ҡайтты. Өлкәндәр араһында еңеүсе 600 мәрәй йыйһа, Батыр балалар араһында 379 мәрәй тупланы. Өлкәндәр араһында ун икенсе урында. Баҡшайҙа үткән “Ай, Уралым, Уралым!” этно-фестивалендә “Евразия кубоғы”на йылға аша атып еңеүсе булды, Белорет ҡалаһында уҙған турнирҙа ла еңеп ҡайттыҡ. Учалыбыҙ мәргән уҡсылары менән данлы. Иң бәләкәс уҡсыбыҙға 3-4 йәш булһа, иң өлкәненә – 89 йәш. Башҡортостанда һәр дүртенсе уҡсы сығышы менән беҙҙең райондан, - ти Галина Хәйретдинова.
Әлбиттә, уҡ атыу менән етди шөғөлләнәм тиһәң, ян-һаҙағын һатып алырға, кейемен тектерергә кәрәк. Галина әйтеүенсә, ян-һаҙаҡты Рәсәйҙең иң яҡшы оҫталарынан заказға эшләтеп алғандар, хаҡы 20 мең һумға яҡын, бынан тыш, сифатлы итеп өҫ кейемен дә тектерткәндәр, күндән амуницияларын (амуниция - хәрбиҙәрҙең ҡорал менән кейем-һалымдан тыш үҙе менән йөрөтөргә тейешле кәрәк-ярағы) яҡташыбыҙ Рәис Низаметдиновтан эшләтеп алғандар.
“Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр” тигән башҡорт халыҡ мәҡәленә, бөгөнгө көндә тағы ла "уҡ-һаҙаҡ та ятыр" тип өҫтәү дөрөҫ булыр. Бына “Урағай уйындары”нда ла балалар араһында Батырға етеүсе булманы, үҫмер иң күп мәрәй йыйып, беренселекте алды. Уға артабан да уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ.