Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
26 Сентябрь 2019, 18:40

Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа

Бер бүлмәле фатирыбыҙҙы һатып күсенһәк тә, ошо йортта ҡалған күршеләремдең хәл-әхүәлен йыш белешеп торам. Улар менән урамда осрашһаҡ, һөйләшеп хәбәрҙәребеҙ бөтмәй. Бер көндө тормош иптәшем күңелһеҙ генә ҡайтым инде. - Беләһеңме? – тип һүҙ башларға ла өлгөрмәне, бер-бер хәл булғанмы әллә тип йөрәгемә тотондом. Һуңғы арала ҡыуаныслыһына ҡарағанда, көйөнөслө хәбәрҙәр йышайып киткәйне. Йә, тиҙерәк әйтә һал, тип һораулы ҡарашымды иремә төбәйем. - Беҙҙең элекке күршеләр, Заһир менән Лилиә айырылышып ята. Әле магазин алдында Заһирҙың үҙен күрҙем, оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ. - Йә Хоҙай, бер кем дә үлмәгән икән. Айырылышыуҙарының сәбәбен әйттеме һуң? Ике балалары бар, икеһе лә дәрәжәле урында эшләйҙәр. Тормошҡа бер ҡасан да зарланмай, матди яҡтан бик етеш йәшәгән йәштәрҙең араһынан ниндәй ҡара бесәй үтте икән, тип уйлап ҡуйҙым.

Бер бүлмәле фатирыбыҙҙы һатып күсенһәк тә, ошо йортта ҡалған күршеләремдең хәл-әхүәлен йыш белешеп торам. Улар менән урамда осрашһаҡ, һөйләшеп хәбәрҙәребеҙ бөтмәй. Бер көндө тормош иптәшем күңелһеҙ генә ҡайтым инде.
- Беләһеңме? – тип һүҙ башларға ла өлгөрмәне, бер-бер хәл булғанмы әллә тип йөрәгемә тотондом. Һуңғы арала ҡыуаныслыһына ҡарағанда, көйөнөслө хәбәрҙәр йышайып киткәйне. Йә, тиҙерәк әйтә һал, тип һораулы ҡарашымды иремә төбәйем.
- Беҙҙең элекке күршеләр, Заһир менән Лилиә айырылышып ята. Әле магазин алдында Заһирҙың үҙен күрҙем, оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ.
- Йә Хоҙай, бер кем дә үлмәгән икән. Айырылышыуҙарының сәбәбен әйттеме һуң?
Ике балалары бар, икеһе лә дәрәжәле урында эшләйҙәр. Тормошҡа бер ҡасан да зарланмай, матди яҡтан бик етеш йәшәгән йәштәрҙең араһынан ниндәй ҡара бесәй үтте икән, тип уйлап ҡуйҙым.
- Быға тиклем йылы яҡҡа бергәләшеп ял итергә йөрөгәндәр, ә былтыр Лилиә яңғыҙы барырға теләгән. Ныҡ арыным, тыныслыҡ кәрәк тигәс, Заһир һис һүҙһеҙ ризалашҡан. Ә тегеһе интернет аша беренсе мөхәббәтен табып алған булған. Диңгеҙгә бергә барырға килешкәндәр. Ялдан ҡайтҡас ҡатынымдағы сәйер үҙгәреште шундуҡ һиҙҙем, ти. Тик-томалдан ғауға сығара, йә тегеһе, йә быныһы оҡшамай башлаған. Бер туҡтауһыҙ телефондан йәшеренеп һөйләшеүҙәре йышайған. Ошо хәл ике ай дауам иткән, бер көн килеп Лилиә Заһир менән айырылышырға теләгәнен әйтә. Балалар хаҡына инәлеп тә, илап та ҡараным, ти, ләкин күндерә алмаған. Лилиәнең яңы мөхәббәттән күҙҙәре томаланған. Ҡыҙы менән улын йәлләй, фатир менән машинаһын ҡатынына ҡалдырған да, әйберҙәре менән күсенеп сыҡҡан.
- Аҙғын бисәгә өс бүлмәле фатир, текә машина тоттороп, үҙе ыштанһыҙ ҡалғанмы?
- Мин дә шулай тигәйнем, балалар хаҡы бар бит ти. Күҙ йәштәрен саҡ тыя, кәләшкә нимә етмәгәндер, тип көрһөнгән була. Һөйәре хәрби кеше, Лилиәне балалары менән үҙенә йәшәргә саҡыра. Оҙаҡламай китергә йыйыналар.
Күршеләремдең уйламағанда пыран-зыран килгән ғаилә тормоштары күңелемдә ауыр көйөк ҡалдырҙы. Бер ере ҡысыуы арҡаһында хис-тойғоларын йүгәнләй алмай, үҙен генә ҡайғыртҡан ҡатынды күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Икенсенән, үҙенән көлөргә, ирлек сифаттарын ергә һалып тапатырға ирек биргән Заһирҙың мәүешлегенә йәнем көйҙө.
Тормош иптәшемдең дә фекерен белгем килде, был хәлдә һин нимә эшләр инең, тигән булам.
- Сығарып атыр инем, - яуабы ҡыҫҡа ине. Уның менән һис һүҙһеҙ килешәм, ә мин хәлемдән килһә, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендәге кеүек шундай бәйһеҙ ҡатындарҙы урам буйлам аттың ҡойроғона бәйләп йөрөттөрөр инем. Йәл, элекке заманалар үткән шул.
Тормош ығы-зығыһы менән был ваҡиғаны иҫемдән сығарғайным, әгәр урамда Лилиәнең әсәһен осратмаһам. Был апайҙы яҡшы беләм, элек балалар майҙансығында йыш осраша инек. Ул ейәнсәрен, мин улымды бәүелсәктә бәүелдерәм. Бәләкәстәр уйнаған арала хәбәр һөйләшәбеҙ. Заһирҙы маҡтап бөтә алмағаны хәтерҙә. Шулай булмай ни, ниндәй кейәү ҡәйнәһен һыйҙыртып бергә йәшәтеп ятҡырһын. Йәштәргә ҡамаусаламаҫҡа, яңы фатирына күсергә йыйынғас, бәлки китмәҫһегеҙ, һеҙгә ныҡ өйрәндек тип кире һүрелдерергә маташҡан.
-Ниңә генә тыңламаным икән кейәүемде. Шунда фатирыма күсенмәһәм, Лилиә лә артыҡ шашып китмәҫ ине. Бәләкәйҙән үҙ һүҙле булып үҫте. Тик уныңса ғына булһын. Алдына алғанды эшләмәй ҡалмай. Холоҡһоҙ икәнен белә инем, Заһир кеүек ир эләккәс нисек шатланғанымды күрһәң. Ун биш йыл йәшәп, ғаилә ояһын юҡҡа сығарҙы. Юҡты эшләйһең тип, үҙе менән һөйләшеп тә ҡараным, тыңламай. Анау беренсе мөхәббәте, урыҫты яратам тип тылҡый. Ниндәй беренсе мөхәббәте булһын инде, уның “любовтарын” һанай китһәң... Уныһы менән дә йәшәй торғаны юҡ. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа. Хәрбиҙәрҙең тормошон әйтер инем, уйнар-уйнар ҙа ташлар. Лилиә кеүектәр уның гарнизон һайын, - апайҙың ғазаптары алҡымына килеп терәлде күрәһең, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Саҡ тынысландырып, фатирына оҙатып ҡуйҙым. Атлағанда бер-нисә тапҡыр йөрәк тәңгәленең ауырытуына зарланып ҡуйҙы. Кисекмәҫтән дауаханаға мөрәжәғәт итергә ҡуштым үҙенә. Йөрәк шаяртҡанды яратмай, бер көн килеп аяҡтан йығыуыла ихтимал.
Байтаҡ ваҡыт үтте. Лилиәне һуңғы тапҡыр магазинда осраттым. Артыҡ һылыулығы юҡ, әммә ымһындырғыс нимәһелер бар. Килешле итеп буянған, ҡыҫҡа күлдәге тәненең һәр өлөшөн күрһәтеп һылашып тора. Ир затының башы әйләнерлек шул. Кассала сиратҡа баҫҡан таяҡлы бабай ҙа һомғол ҡатынды күреп, хатта, иренен ялап ҡуйҙы.
Күршеләремдең яҙмышы артабан ниндәй йүнәлеш алғанын бик белгем килде, әлбиттә. Был хәлгә нөктәне икенсе күршем ҡуйҙы. Улымды балалар баҡсаһынан алып ҡайтып барғанда Зилә осраны. Минең нимә һорарымды белгәндәй:
- Лилиә менән Заһирҙы ишеттеңме әле, - тип теҙеп алып китте.
- Айырылышҡандар, тип ишеткәйнем, - тигән булам.
- Айырылышып кире йәрәшеп ятҡандарын беләһеңме?
Асҡан ерҙән ауыҙымды ябырға ла оноттом. Зилә автоматтан атҡандай тытылдауын дауам итте.
- Балаларын алып урыҫы артынан күсенеп киткәйне бит. Ике ай ҙа үтмәне, кире ҡайтып төштө. Һөйәре алтын тауҙар вәғәҙә иткән булған, барһа, “кукиш үҙенә. Балаларын да һыйҙыртмай башлаған, ти. Улын ҡабаттан мәктәпкә, ҡыҙын садикка урынлаштырған.
- Ә Заһир һуң?
- Уға нимә булһын. Бер-ике тапҡыр балаларҙың хәлен белешергә барған булып, ҡабаттан Лилиәһе эргәһендә ҡалды. Бергәләшеп йөрөп яталар. Тьфү, ирлек намыҫын әйтер инем, - күршем лысҡылдатып ергә төкөрөп ҡуйҙы.
- Ярай, ғаиләнең кире берегеүе яҡшы. Лилиәнең әсәһе ҡыуанғандыр, исмаһам. Улар өсөн ныҡ көйә ине.
- Бәй, һин ишетмәнеңме әллә. Апай үлеп ҡуйҙы ла баһа. Лилиә ҡайтып бер аҙна ла үтмәне, вафат булды. Ҡыҙының ғаиләһен пыран-зыран килетеп, балаларын аталарынан айырыуына ныҡ борсолдо бит, һуңғы ваҡыт йөрәгенә зарлана ине, бер көн килеп ҡан баҫымы күтәрелеп, йөрәге һуғыуҙан туҡтаған, - тине танышым.
Шул ваҡыт Лилиәнең әсәһенең теге ваҡыт әйткән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. “Быныһы менән дә йәшәй торғаны юҡ. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа ул...”
Читайте нас: