Ауыр һуғыш йылдары йөгөн үҙ иңендә күтәргән, ул осорҙоң барлыҡ ҡыйынлыҡтарын, михнәттәрен кисерергә тура килгән тыл һалдаттарының хәтирәләре томлы китаптарға торошло. Күпме йәш ҡыҙҙарҙың хыялдарын селпәрәмә килтергән, алма булып бешкән ҡатындарҙы ирһеҙ, әсәйҙәрҙе улһыҙ, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырған һуғыш.
Иманғол ауылында йәшәүсе Фәриҙә Аллаярова ла шул замандың тере шаһиты. Уның тураһында кешеләрҙән тик яҡшы һүҙҙәр ишетәбеҙ. Республикала билдәле һәүәҫкәр композитор, йырсы Минзәлә Яхина, музыкант Илшат Яхин, шағир Фәнил Бүләковтың өләсәһе булараҡ билдәле ул.
Бына беҙ уның йорт ҡаршында. Ҡапҡаны һаҡ ҡына асып эскә үтәбеҙ. Шундуҡ ишек алдындағы тәртип күҙгә ташлана. Йортта яңғыҙ оло кеше йәшәй, тип уйламаҫһың да.
Фәриҙә апай аҡ яулығын ябынып, йомшаҡ урындыҡта тиҫбеһен тартып ултыра ине. Мөләйем аҡ йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөлгән ханымға 95 йәш бирерлек түгел. Бер минут та тик ултыра алмаған, нимә менәндер шөғөлләнгән инәйгә ҡарап, зиһененең камил, иҫенең теүәл булыуына һоҡланып ҡарайбыҙ.
Шулай ҙа күңел һандығын асып, тормош йомғаҡтарын һүтеү еңел түгел уға. Йомғаҡ ептәре тигеҙ, шыма ғына түгел шул, урыны менән төйнәлеп, сеймәләнеп өҙөлөп, кире ялғанып киткән урындары ла бар. Фәриҙә апайҙы ла яҙмыш шатлыҡ-ҡыуанысы менән дә, ауырлыҡтары менән дә күп һынай.
Рәсүл ауылында тыуа, уларҙың аймағын ҡырмыҫҡалар аймағы, тип йөрөтәләр. Эшкә шәп, тиктормаҫ, үткерлектәренә шулай атайҙар. Фәриҙә әбей ҙә бәләкәйҙән бик теремек, сос булып үҫә.
- Әсәйемдең ире һуғыштан ҡайтмай, ике бала менән тороп ҡала. Әммә киленде ҡайнағалары һыйҙырмай, түҙер әмәле ҡалмағас, әсәйемде ағалары алып ҡайта. Әммә балаларын бирмәйҙәр. Бер аҙҙан уны минең атайымдың тәүге ҡатыны иренә димләп килә.
Атайым Ғәйнулла япон, герман һуғыштарында хеҙмәт итә, тәүге ҡатыны Заһиҙәнән тыуған һәр балаһы үлеп торған (туғыҙ балаһы ла) шунса ҡайғыға түҙә алмай ҡатыны ауырыуға һабыша. Тағы ла ауырға ҡалғас, гоманындағы баланы көндәшенә инселәй. Әгәр был балам иҫән-имен тыуа икән, һиңә ул булыр, тип әйтә (ошо рәүешле яҙмышты алдап, балаһын үлемдән һаҡлап алып ҡалырға була). Ысынлап та, малай тыуа, Мөхәммәт тип исем ҡушалар, атайым менән әсәйем үҙҙәренеке итеп ҡарап үҫтерәләр. Әсәйемдең Ҡоҙашта тороп ҡалған ҡыҙҙарын да алырға баралар, әммә уларға бәләкәс Маһираны ғына тотторалар, ә Гөлнәбирәне бирмәйҙәр (Гөлнәбирә күп тә үтмй вафат булып ҡуя).
Мөхәмәт йәше етеп армияға алынды, күп тә үтмәй һуғыш башланды, ағайым шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Яҡындарым ғүмер буйы уны көтөп йәшәнеләр, эҙләп тә ҡаранылар, һөҙөмтә булманы. Мәктәптә ете класты тамамлаған ун алты йәшлек үҫмерҙе һуғыш башланыу менән тракторсылар курсына ебәрәләр. Тик бишлегә генә уҡып, “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләү серҙәренә өйрәнә. Ҡайтыу менән тракторға ултырталар.
- Трактор тигәнебеҙ тимер киҫәге, ике тәгәрмәсле, башы асыҡ, ҡабыҙа алмай этләнәбеҙ. Ҡулдар һыҙырылып, сейләнеп бөтә. Ураҡ мәлендә комбайн һөйрәтергә ҡушып ҡуялар, бата-сума ыҙалайбыҙ. Һуғыш башланғанда ла, һуғыш бөткәндә лә баҫыуҙа инек. Һыбайлы килеп, ур-ра, ҡыуанығыҙ, дошман еңелде, тип һөйөнсөләп ебәрҙе. Тәүҙә аңламай ҡалдыҡ, һуңынан иҫебеҙгә килеп ҡыуанысыбыҙҙан нимә эшләргә белмәйбеҙ, илашабыҙ, ҡысҡырышабыҙ, - Фәриҙә әбей шул мәлдәрҙе иҫләп, йылмайып ебәрҙе.
Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Заһиҙулла исемле егет Фәриҙәне һоратып килә. Улдары Рафаэль, ҡыҙҙары Нурсилә, Илүзә, Фирҙәүес тыуа. Заһиҙулла ағай Иманғол ветиринар участкаһында – мал табибы, Фәриҙә апай ветсанитар булып эшләй.
- Бик ауыр заман ине, мал-тыуар араһында төрлө сирҙәрҙең күпләп баш ҡалҡытҡан мәле. Ҡотороу, бруцеллез, йылҡы араһында “шатун” тигән ауырыу тәҡәтте ҡоротто, ал-ял белмәнек. Заһиҙуллам да 48 йәшендә генә шул эше өҫтөндә үлеп ҡалды. Малдар ауырығанға Күбәк ауылына саҡыртҡайнылар, кинәт хәле насарайған, бөйөрө эшләмәгән дә ҡуйған. Ҡәйнәмдең етеһен уҡытҡан көн ине. Һуғыштан алған яралары ла сәбәп булғандыр инде, дүрт бала менән тороп ҡалдым. Ирем балаларҙы яратты. Үкенескә күрә, бер генә ейәнен күреп өлгөрҙө. Ғәзиздәремде уҡтып башлы-күҙле итеп, гөрләтеп кенә йәшәй инек, тағы ҡайғы ишек шаҡыны. 53 йәшендә генә йөрәк сиренән Рафаэлым вафат булып ҡуйҙы. Атайымдың йәшен үттем, былай булғас йәшәйбеҙ әле, тип ҡыуанып ҡына йөрөй ине, - инәйҙең күҙҙәренә йәш тамсылары йыйыла.
Тормош ауырылыҡтарына бирешмәй, артабан йәшәргә үҙендә көс таба оло йөрәкле ҡатын. Дин юлына баҫа, доғалар ятлап, биш намаҙын ҡалдырмай. Аят аштарына, үлгәндәрҙе һуңғы юлға оҙатырға йыш саҡыралар. Билен ауырттырып, аяҡтары тыңламай башлағас ҡына йөрөмәйем, ти.
Егерме йыл элек операция яһатып күҙҙәрен яҡшыртып алған. Күҙлекһеҙ гәзит-журналдар уҡый. Дарыу эсергә лә яратмай. Оло кешеләр ҡан баҫымы менән яфалана торған тигәс, намаҙ уҡыған кешенең ҡан баҫымы булмай, - тип яуапланы.
Балаларының, ейәндәренең һәм бүләсәләренең ғорурлығы ул.
Ағинәйебеҙҙең ун бер ейән-ейәнсәре, егерме бер бүлә-бүләсәһе бар.
- Ғәзиздәремә рәхмәт, һәйбәт ҡарайҙар, күңелһеҙләнергә бирмәйҙәр. Тормош матур, ҡәҙерен белеп йәшәргә генә кәрәк, - тине ул
Фәриҙә Аллаяроваға һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләп, яҡындарын тағы ла ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ!